-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
19 Февраль 2022, 10:15

Пар килгәндәр

Ҡужан ауылында ғүмер кисергән Миңлегөл менән Сибәғәт Шафиҡовтар тормош мәшәҡәттәренә бирешмәй, ауырлыҡтарға һылтанмай, башҡаларға үрнәк булып, гөрләтеп донъя көтә.

Пар килгәндәр
Пар килгәндәр

Баймаҡ районы Буранбай ауылы ҡыҙы унынсы класты тамамлағандан һуң Сибай һөнәрселек училищеһында йөҙләүсе-буяусыға уҡый.
— Ғаиләлә ун бала булдыҡ, мин дүртенсеһе. Өс апайым институтта уҡығас, әсәйем мине артабан уҡыта алмайым тигәс, училищеға киттем, — тип һөйләй үҙе хаҡында Миңлегөл Нуриәхмәт ҡыҙы.
Уҡып бөтөү менән группалағы 11 ҡыҙҙы, улар араһында Миңлегөл дә була, Ҡужанда төҙөлөп ятҡан һарыҡсылыҡ комплексына эшкә ебәрәләр.
Нәҡ ошо мәлдә Ҡужан егете Сибәғәт Шафиҡов хәрби хеҙмәттән ҡайтып, төҙөлөшкә балта оҫтаһы булып бара. Әрмегә тиклем Таштимерҙәге училищела уҡып водитель танытмаһы алған С. Шафиҡовты ПМК-244 етәкселеге водитель итеп күсерә, йөк машиналарында ла йөрөй, кранда ла эшләй ул.
Йәштәр йылдан ашыу дуҫлашып йөрөгәндән һуң, гөрләтеп туй үткәреп, бер ғаилә булып йәшәп китәләр.
— Комплексты файҙаланыуға тапшырғандан һуң, СПТУ-ның гаражын төҙөнөк. Асҡарҙағы район мәҙәниәт йорто төҙөлөшөнән декрет отпускаһына киттем, — тип дауам итә Миңлегөл Нуриәхмәт ҡыҙы. — Башҡа төҙөлөшкә барып торманым, өй өҫтө тип, һарыҡсылыҡ фермаһына эшкә сыҡтым. Унда бәрәс йыйҙым, артабан уларҙы ике ай тулғансы тәрбиәләй инек, йәй көндәрендә һарыҡ ҡырҡтым, бесәнгә лә йөрөнөм.
1993 йылда Миңлегөл Нуриәхмәт ҡыҙы яңы төҙөлгән мәктәпкә ашнаҡсы булып сыға, 1996 йылдан мәктәп ҡаҙанлығында 13 йыл оператор булып, эшләп хаҡты ялға китә.
Сибәғәт Барый улының да артабанғы хеҙмәт юлы һарыҡсылыҡ комплексы менән бәйле, алты йыл фермала мөдир булып эшләй. Хужалыҡ бөтөрөлөп, Ҡужан фермаһынан һарыҡтарҙы алып китеп бөткәс, ул да мәктәпкә эшкә күсә һәм хужалыҡ мөдире вазифаһында 21 йыл эшләп пенсияға сыға.
Әлбиттә, ауыл ерендә ныҡлы аяҡҡа баҫып китер өсөн таһыллыҡ та, берҙәмлек тә, сабырлыҡ та кәрәк. Икәүһе лә эшкә бөтмөр Шафиҡовтар ҙур йорт һалып инәләр.
— Сибай училищеһында алған һөнәрем тормошта бик ярап ҡалды, — ти Миңлегөл Нуриәхмәт ҡыҙы. — Йортобоҙҙо һалғанда бөтә штукатурка, буяу эштәрен үҙем башҡарҙым. Ул ғына ла түгел, Сибәғәтте штукатуркалауға өйрәтеп алып, мәктәптә эшләгән йылдарҙа оҙайлы ял, отпуск мәлдәрендә «ҡалымға» йөрөнөк. Беҙҙең ҡул тейгән йорттар райондың һәр ауылында бар.
— Ҡыҙҙарыбыҙ, улыбыҙ йорт һалды, ҡул белгәс, уларға ла ярҙамыбыҙ ҙур булды, — тип ҡыуанысын йәшермәй Шафиҡовтар.
Хаҡлы ялдабыҙ тип, бөгөн дә буш ултырмайҙар ирле-ҡатынлы Шафиҡовтар. Кәртә тултырып мал аҫырайҙар, умарта тотолар, ике баҡсаға картуф сәсәләр.
— Хәҙер ауылда мал тотмаған кешеләр күп. Шуға һөт, ҡаймаҡ, эремсек, ҡыҙыл эремсекте өйҙән генә килеп алалар. Картуфты ла баҙарға сығармайбыҙ, электән алған һатып алыусыларыбыҙ бар, — тиҙәр улар.
Шафиҡовтарҙың өлкән ҡыҙҙары Айгөл Сибай медицина училищеһын тамамлағандан һуң, Салауат хосписында эш башлай, бөгөн ул хоспистың өлкән шәфҡәт туташы. Тормош иптәше Таңатар менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Өлкән улдары, Т. Кусимов исемендәге уҡыу алдынғыһы, спортсы, бейеүсе Рифаттың исеме район халҡына таныш. Төрлө юҫыҡтағы район, төбәк, республика конкурстарында еңеүсе булғаны бар, «Осҡон» гәзите үткәргән конкурста «Апрель айы геройы» булып танылды. Эльдар беренсе класта уҡыһа, Ралина балалар баҡсаһына йөрөй.
Ҡыҙҙары Гөлнара «Коммунальник» предприятиеһында бухгалтер. Гөлнара һәм Мәүлит Килмөхәмәтовтарҙың да ғаиләһендә өс бала буй еткерә. Өлкән ҡыҙҙары Светлана ла гимназияның ғорурлығы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олипиадала еңеү яулаған ҡыҙ тураһында ла күптән түгел гәзитебеҙҙә мәҡәлә донъя күрҙе. Илсур мәктәп уҡыусыһы, Гөлсибәр балалар баҡсаһында тәрбиәләнә.
Зөфәр Ҡужан ауылында ике ҡатлы өй һалып сыҡҡан. Кәләше Айгөл менән улар ҙа өс сабыйға ғүмер биргән, йәш ғаиләлә Рәдиф, Рәмис, Айзилә исемле балалар үҫә.
Ҡул эше менән булышырға ла ваҡыт таба Миңлегөл Нуриәхмәт ҡыҙы. Бәйләм-тегеүҙән тыш, боронғо биҙәүестәр эшләүгә лә оҫта. Социаль селтәрҙәрҙә Баш-ҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто иғлан иткән «Яратам» конкурсына ебәргән ейәнсәрҙәре менән үҙе эшләгән һаҡалдар тағып төшкән фотолары иң күп лайк йыйып, еңеү килтергән.
— Әсәйем ҡул эшенә оҫта булды, беҙ ҙә бала саҡтан шәл бәйләп үҫтек, ауылда әбейҙәргә күлдәктәр ҙә тектем. Килен булып төшкәс, ҡәйнәмә лә күлдәкте үҙем тегеп кейҙерҙем, — ти оҫта ҡуллы хужабикә.
Донъя мәшәҡәттәре менән генә йәшәмәй Шафиҡовтар. Ауылда ойошторолған һәр сарала әүҙем ҡатнашалар, «Берҙәм Рәсәй» партияһының беренсел ойошмаһы ағзаһы булараҡ, был тәңгәлдә лә иң әүҙем ғаилә һанала улар.
— Клубҡа Сәфинә Байгилдина мөдир булып эшләй башлағандан бирле, мәҙәниәт усағының эше йәнләнде, төрлө саралар үткәрелә башланы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан «Бешә» исемле фольклор төркөмө төҙөп алдыҡ. Яңы йыл кисәһе күңелле генә ойошторолдо. Тик пандемия арҡаһында әле эш бер аҙ һүрелде, — тип ауыл тормошо хаҡында ла һөйләп алды Миңлегөл Нуриәхмәт ҡыҙы.
Ир менән ҡатын тормош йөгөн бергә тартҡанға, һәр эште үҙ-ара кәңәшләшеп, бергәләп башҡарғанға Шафиҡовтарҙың донъялары ла етеш, балалары ла тәрбиәле. Йәшәйешебеҙҙе нәҡ шундай өлгөлө ғаиләләр матурлай ҙа инде.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: