-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
27 Февраль 2022, 10:15

Ауылдың алтын пары

Ошо арала алтын туйҙарын билдәләгән Рәшиҙә һәм Ғимаҙи Малыбаевтар, ысынлап та, ауылдың алтындай затлы һәм өлгөлө ғаиләләренең береһе.

Ауылдың алтын пары
Ауылдың алтын пары

Ошо арала алтын туйҙарын билдәләгән Рәшиҙә һәм Ғимаҙи Малыбаевтар, ысынлап та, ауылдың алтындай затлы һәм өлгөлө ғаиләләренең береһе.

...1969 йылда Байым урта мәктәбен тамамлаған Рәшиҙәне Яңы Балапан мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрәләр. Ошо мәктәпте тамамлап, Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһында тракторсыға уҡып сыҡҡан Ғимаҙиҙың Шайморатов исемендәге колхоздың өсөнсө бригадаһы фермаһында мал ҡараусы булып эш башлаған мәле була. Йәштәр ике йыл дуҫлашып, 1972 йылдың 14 февралендә өйләнешә. Яҙ етеү менән Ғимаҙи әрме сафына китә. Ике йыл Германияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, урындағы хужалыҡҡа тракторсы булып эшкә сыға.
Рәшиҙә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы мәктәптә өлкән пионервожатый, Байым сауҙа предприятиеһында биш йыл һатыусы була. 1988 йылдан хеҙмәт юлын тағы мәктәп менән бәйләй. Эштәр башҡарыусы, унан оҙаҡ йылдар китапханасы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Артабан тағы өс йыл ауыл китапханаһында эшләй.
Ғимаҙи Ильяс улы — колхоздың алдынғы механизаторы. Иртә яҙҙан ер һөрөүҙә, сәсеүҙә, йәй, көҙ буйы мал аҙығы әҙерләүҙә, ураҡ эштәренең уртаһында ҡайнай. Намыҫлы хеҙмәте бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, билдәләргә лайыҡ булған. Ике тиҫтә йылдан ашыу ҡара таңдан төнгәсә тракторынан төшмәгән Ғ. Малыбаев сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, 1992 йылда мәктәп ҡаҙанлығына эшкә күсә.
Татыу ғаиләлә өс бала үҫкән. Белорет ҡалаһында йәшәүсе өлкән улдары Вадим эске эштәр бүлегендә кинолог булып хеҙмәт итә. Полиция капитаны, Чечня һуғышын үткән ир-уҙаман. Кәләше Лена менән ике ул тәрбиәләйҙәр. Илһам ауылда төпләнгән, кәләше Нәркәс менән өс балаға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙҙары Ғәлиә лә ауылда ҡалған, балалар баҡсаһында тәрбиәсе, кейәүе Ришат менән ҡыҙ үҫтерәләр. Үҙҙәре кеүек тырыш, эшһөйәр балалар үҫтергән Малыбаевтар олоғайған көндәрендә ғәзиздәренең уңыштарына ҡыуанып, ейән-ейәнсәрҙәрен тупылдатып һөйөп ғүмер кисерә. Икеһе лә хеҙмәт ветераны, ауылдың абруйлы кешеләре, хаҡлы ялда ла тик ятмайҙар. Рәшиҙә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы оҙаҡ йылдар ауылда ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләгән, агитатор булған, бөгөн дә йәмәғәт эштәренең уртаһында. Әле лә ветерандар советы, ағинәйҙәр ҡороноң әүҙем ағзаһы булып, бер саранан да ситтә ҡалмай. Төрлө смотр-фестивалдәрҙә, район кимәлендә ойошторолған ярыштарҙа ҡатнаша. Йырсы Иншар Солтанбаевтың 80 йыллығына арналған халыҡ йырҙарын башҡарыусылар район бәйгеһендә беренсе урын, 2020 йылда «Оҙон көй» район йыр конкурсында өсөнсө урын яулай. Ғаилә башлығы Ғимаҙи Ильяс улы оҫта ҡуллы, ярҙамсыл. «Атанан күргән — уҡ юнған» тигәндәй, улдары ла алтын ҡуллы, бөтмөрҙәр, белмәгән эштәре юҡ.
— Балаларыбыҙға ҡарап, шөкөр ҡылабыҙ. Һәр ҡайһыһы матур итеп донъя ҡорҙо, үҙ иштәре менән татыу ғына йәшәй, беҙгә лә ярҙамдары тейеп, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәләр, — тиҙәр Малыбаевтар.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: