-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
3 Март 2022, 15:23

Ауылым матур килендәре менән

Беҙҙең Мәйгәште ауылының һәр ғаиләһе маҡтауға лайыҡ, был юлы һүҙем татыу, уңған килендәр һәм сабыр, аҡыллы ҡәйнәләр тураһында барасаҡ.

Ауылым матур килендәре менән
Ауылым матур килендәре менән

Беҙҙең Мәйгәште ауылының һәр ғаиләһе маҡтауға лайыҡ, был юлы һүҙем татыу, уңған килендәр һәм сабыр, аҡыллы ҡәйнәләр тураһында барасаҡ.

Ишкилде ауылы ҡыҙы Мөьминәнең Мәйгәштегә, Киселевтарға килен булып төшөүенә 40 йыллап ваҡыт үтеп киткән. Урман хужалығында шофер булып эшләгән иптәше Геннадий менән татыу ғаиләлә дүрт балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Ошо йылдар арауығында киленгә ҡәйнәһе Елена Григорьевна ҙур терәк, таяныс була. Клубта йыйыштырыусы булып эшләгән өләсәй ата-әсәһе эштә саҡта ейәндәренә күҙ-ҡолаҡ. Киселевтарҙың ҡатнаш ғаиләһендә ике халыҡтың да ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына ихтирам тәрбиәләнгән. Был йәһәттән Елена Григорьевнаның да өлөшө ҙурҙыр.
Ставрополь ҡалаһында балалар йор-тонда үҫкән ҡыҙ йүнәлтмә буйынса Белорет урман хужалығына эшкә килә һәм Иван Киселев менән сәстәрен-сәскә бәйләп тормош көтә башлайҙар. Тырыш, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған ғаиләлә биш ул донъяға килгән. Ауыл мөхитендә йәшәп, башҡорт мәктәбендә белем алған балалар өсөн башҡорт теле туған телгә әйләнә тиһәң дә хата булмаҫ. Ике улы башҡорт ҡыҙҙарына өйләнеүе лә ғәжәп түгел. Ике телде лә берҙәй яҡын күргән ата-әсә һәр милләткә ихтирам тәрбиәләүҙән тыш, балаларын, аҙаҡтан ейәндәрен дә ғәҙеллек, итәғәтлек, мәрхәмәтлеккә өйрәткән. Һуңғы ваҡытта ауырып түшәктә ятҡан 89 йәшлек Елена Григорьевна килене Мөьминә тәрбиәһендә. Хәҙер инде үҙе ҡәйнә, өләсәй булған килен менән ҡәйнә йылы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап, бер-береһен аңлашып йәшәй. Мөьминә оҙаҡ йылдар почтальон булып эшләне, уңған хужабикә, аш-һыуға шул тиклем оҫта. Ауылда беренсе булып торттар бешерә башланы. Мәктәптә үткән бөтә сараларҙа ғаиләләре менән ҡатнашып, бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтте. Ололарҙы ололаған өсөн дә уға бәхетле тормош яҙғандыр, моғайын.

* * *
Үҙәнбаш һылыуы Мәҙинәнең Сара Муллахмәт ҡыҙы йортона килен булып төшкәненә лә 25 йыл. Тәүге көндәрҙән алып килен менән ҡәйнә араһындағы йылы мөнәсәбәт һаман шул килеш. Ҡәйнәһе мәктәптә, аҙаҡ фельдшер-акушерлыҡ пунктында йыйыштырыусы булып эшләгәндә Мәҙинә йорт эштәрен теүәлләй, балалар тәрбиәләй. Улдары ҡул араһына ингәс, Мәҙинә лә магазинға һатыусы булып эшкә сыға. Тормош иптәше Милләт менән күрше генә өй һалып, башҡа сыҡҡас та ҡәйнәһе менән аралары өҙөлмәй. Ҡәйнә менән килен татыу булғанда, уларҙың донъялары ла яҡты, балалар тәрбиәләү ҙә бер төптән, бер һүҙҙән була. Ейәндәре өләсәләренә һәр яҡлап ярҙам итеп, терәк булып буй еткерҙеләр. Мәҙинә ҡәйнәһе ауырып түшәккә ятҡас, һуңғы һулышына тиклем тәрбиәләне һәм ҡәҙер-хөрмәт күрһәтте. Хәҙер үҙе лә ҡәйнә булған сабыр холоҡло, мәрхәмәтле Мәҙинә ҡәйнәһенең түшәккә ятҡан апайы Сәриәне лә сабый ҡараған кеүек тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатты.
Әлеге килендәр йәштәргә өлгө булырлыҡ, кәңәш бирерлек ҡатындар ул. Киләсәктә балаларына һөйөнөп, уларҙың уңыштары өсөн ғорурланып, ихтирамын тойоп йәшәргә яҙһын һәм ҡәйнәләренә күрһәткән мәрхәмәтлектәре үҙҙәренә әйләнеп ҡайтып, бәхетле ҡәйнә булырға насип итһен.
Таңһылыу РӘХМӘТУЛЛИНА.
Мәйгәште ауылы.

Ауылым матур килендәре менән
Ауылым матур килендәре менән
Автор:
Читайте нас: