-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
1 Октябрь 2022, 12:05

Ауылыбыҙҙың оло ағинәйе

Һәр кемгә тыныс ҡартлыҡ насип итһен.

Ауылыбыҙҙың оло ағинәйе
Ауылыбыҙҙың оло ағинәйе

Беҙҙең Иҫке Балапан ауылының иң оло инәйҙәрҙең береһе — Бибинур Исҡужа ҡыҙы Бакирова бөтәбеҙгә өлгө булырлык кеше. Киләһе йылда, алла бойорһа, 90 йәшен билдәләйәсәк ағинәйебеҙҙең иҫ-аҡылы теүәл, үҙе шәп, теремек. Уның менән һөйләшә башлаһаң, ваҡыт уҙғанын да һиҙмәйһең — һине әле һуғыш ваҡытының ауыр йылдары, ауылдың тарихы  йәки курше - тирәләрҙең, туғандарҙың яҙмышы артынан эйәртә.

 — Хоҙай беҙ күргәнде һеҙгә курһәтмәһен. Әле донъялар боларып торған саҡта ятһам да, торһам да бөтә ҡылған доғаларым бары ил именлеге, тыныслығы өсөн. Ил башлыҡтарының баштарына тик изге уйҙар килһен ине. Һуғыш — бик ҡурҡыныс һәм аяныс нәмә ул. Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан минең атайым мәрхүм булды, әсәйем биш бала менән яңғыҙ тороп ҡалды. Иң ҙурыбыҙға 13 йәш ине, уны ФЗУ-ға уҡырға алдылар. Ир-ат бер-бер артлы һуғышҡа китеп бөттө, донъя ҡатын-ҡыҙ, бала-саға һәм ҡарт-ҡоро иңенә тороп ҡалды. Эшләнек, әле уйлаһаң бала күтәрә алмаҫлыҡ эштәрҙе башҡарып сыҡтыҡ. 8-9 йәштән сүп утаныҡ, башаҡ йыйҙыҡ, мал көттөк, әсәйҙәр эштә саҡта һеңле-ҡустыларҙы ҡарау ҙа беҙҙең өҫтә булды. Уҡыу эләкмәне беҙгә, шул 4 класс белем менән ҡалдыҡ. Беҙҙе аслыҡтан тәбиғәт ҡотҡарҙы: йыуа, һарына, емеш- еләк ашап көн күрҙек. Бына шулай үтте бала сағыбыҙ, — тип хәтерләй һуғыш йылдарын Бибинур инәй.

Еңеү өсөн тылда тырышып, һәр кем үҙ хеҙмәт өлөшөн индерә. Күңеленә уйылып ҡалған иң шатлыҡлы мәл ғүмерлеккә хәтерендә һаҡлана.

—  Иң һөйөнөслө ваҡиға — һуғыштың тамамланыуы. Беҙ токта эштә инек. Нисек ҡыуанғанды һөйләп бөтөрлөк түгел. Ыҙа-ғазаптар бөтөр, тормош яйланыр тигән өмөт, дәрт барлыҡҡа килде. Яйлап тере фронтовиктар, ауылдаш ағай-апалар ҡайта башланы. Уларға шәкәр биреп ҡайтаралар , шуны ҡалаҡлап беҙгә тараттылар. Эй, шул шәкәрҙең татлылығы! Әле лә тел осонда торған һымаҡ, — ти ағинәй.

Бибинур Исҡужа ҡыҙы тормошҡа сығып, өс бала үҫтергән. Әле кесе ҡыҙы Гөлшат менән йәшәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан тик ултырмай.

— Оҙаҡ йәшәү сере нимәлә тип һорайҙар минән ти ул. Тәҡдир, Хоҙай ҡушҡан тимәк. Бынан тыш, хәрәкәт кәрәк. Күңелең менән килешеп йәшәү, эскерле булмау, гел яҡшылыҡ теләп кенә эш итеү ғүмерҙе оҙайталыр тип уйлайым. Донъялар матур хәҙер, ҡәҙерен генә белер кәрәк. Именлек, күңел тыныслығы теләйем бөтәбеҙгә лә,  — тип тамамланы һүҙен Бибинур инәй.

Беҙ инәйгә һаулыҡ, тыныс ҡартлыҡ теләп хушлаштыҡ. Оло ауылдашыбыҙҙың һүҙен ҡеүәтләп нимә әйтәһең инде?! Донъяға, илгә тыныслыҡ килһен, бер кемдең дә күҙ йәштәре түгелмәһен.

Юлай АҘНАБАЕВ.

«С.ВОИ ауыл хәбәрселәре мәктәбе» уҡыусыһы

Автор:
Читайте нас: