-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
1 Октябрь 2022, 10:45

Бәләкәй шатлыҡты оло бәхет итеп

Алтын ҡулдарына күҙ теймәһен.

Бәләкәй шатлыҡты оло бәхет итеп
Бәләкәй шатлыҡты оло бәхет итеп

  Мәйсәрә Фәйзуллина Амангилде ауылында йәшәй. Ҡул эштәренә маһирлығы менән дан алған ул. Уның күҙ нурҙарын, йөрәк йылыһын ҡушып бәйләгән әйберҙәрен бергә йыйғанда ҙур күргәҙмә хасил булыр ине.

   — Мин Әхмәт ауылы ҡыҙымын, Һаҡмар башында, матур урында тыуып-үҫкәнмен. Әсәйем Нәзирә Ҡотлоәхмәт ҡыҙы иҫ белгәнемдән ҡул эштәренә оҫта булыуын беләм. Ул ауылдаштарға ғына түгел, яҡын-тирәләге ауылдар халҡынан заказ буйынса тирүгә, балаҫтар һуҡты. Үҙе йөндө тетә, йыуа, иләй һәм төрлө төҫкә буяй торғайны, сөнки элек, хәҙерге һымаҡ әҙер пряжалар һатыуҙа булманы, — тип һөйләй Мәйсәрә Нурғәли ҡыҙы.

   “Әсәһенән күреп тун бесә” тигәндәй, зирәк, егәрле ҡыҙ бәләкәйҙән әсәһенең ҡул эштәренә һоҡланып үҫә, күҙҙең яуын алып торған балаҫтарҙы һуғыу нескәлектәрен отоп алырға тырыша.

 — Бала саҡтан әсәйемдең төп шөғөлө — балаҫ һуғыуҙы үҙләштерҙем. Шулай ҙа күңелем бәйләмгә тартылды. Был эшкә донъяны онотоп, мөкиббән тотонам. Бәйләй башлаһам, туҡтай алмайым, — тип көлә ул. — Нимәләр генә бәйләмәнем мин ошо йәшемә еткәнсе! Ул йәмле ултырғыс, диван ябыуҙары, плед, сағыу кофталар, семәрле бейәләй-ойоҡтар, иҙәнгә балаҫтар — һанап бөткөһөҙ.  Күңел йылыһы ҡушып бәйләгән әйберҙәреңде туғандарыңа, дуҫ-иштәреңә бүләк итеп, уларҙы ҡыуандырыу — үҙе ҙур һөйөнөс, бәхет түгелме?!

   Уңған, эшкә шәп Мәйсәрә апайҙың донъяһы ялт итеп тора, баҡсаһында ни генә үҫтермәй. Уңышты мул алып, ҡышҡылыҡҡа төрлө салаттар, вареньеларҙы баҙ тултырып ҡуя.

   Амангилде ауыл биләмәһенең инвалидтар ойошмаһы рәйесе булып эшләй. Районда үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, призлы урындар яулайҙар. Бәләкәй шатлыҡтарҙы оло итеп ҡабул иткән, яҡындарын ҡыуандырыуҙан йәм табып йәшәгән Мәйсәрә апайҙы байрам менән ҡотлап, яратҡан шөғөлөнән айырылмауын теләйбеҙ!

 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: