Ысын мәғәнәһендә, аҡ инәй дәрәжәһенә лайыҡ ул Мәрхәбә Садиҡова. Хәҙер ундай боронғо ысын өләсәйҙәрҙе һирәк осратырһың. Ғәжәйеп күңел йылыһы бөркөлә, уның янында шундай рәхәт, тыныс.
«Йәшлек ваҡыт — бер генә мәл, сәскә булып ҡойола ул», — тип моңланып, орсоғон зыр әйләндереп, йөн иләп ултырған алсаҡ инәй ҡаршыланы беҙҙе. Сит-ят кешеләрҙе күргәс, һикереп тороп, үҙе лә орсоҡтай әйләнә башланы. Бына-бына 93 йәшенә аяҡ баҫырға тора тип әйтерлек түгел, йәштәрсә теремек, күҙҙәре осҡондай янған инәй түргә әйҙәне. Ике бүлмәле бәләкәй өйҙөң төп яғы алыҫ өләсәйле баласаҡҡа алып ҡайтҡандай булды. Карауатта ҡат-ҡат итеп, күпертеп өйөлгән яҫтыҡтар, сигелгән япмалар, иҙәндә сағыу итеп бәйләнгән балаҫтар, тәҙрә төптәрендә яран гөлдәр — хайран ҡалдырҙы. Ә өйөнөң таҙалығы, бөхтәлеге?! Үҙе кейгән күк ерлектәге аҡ сәскәле күлдәге лә килешеп тора. Шундай ябай, күңелгә яҡын матурлыҡҡа арбалып, Мәрхәбә инәйҙең тормош сәхифәләрен тыңланым, иҫе шәп, хәтере теүәл — әллә ҡасанғы ваҡиғаларҙы кисәңгеләй итеп һөйләй.
Яйҡар ҡыҙы ул. Бәләкәйҙән сос, эшкә талымһыҙ булып буй еткергән, үҫмер йылдары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән.
— Уҡырға китап-дәфтәр булманы, берәй ҡайҙан сәй ҡағыҙы тапһаҡ, шул да ҡыуаныс. Өҫкә кейергә кейем, аяҡҡа итек юҡ. Яланаяҡ йөрөнөк, нисек ауырымағанбыҙ? 12 йәшемдә генә колхозда эшләй башланым, ураҡ, бесән өмәләрендә йөрөнөм. Утыҙышар күбә һалабыҙ, планды тиҙерәк тултырыу өсөн таңғы биштән китәбеҙ. Быны үтәгәс, икенсе йылына 50 центнер өҫтәнеләр. Эш көнө таяҡ менән генә иҫәпләнә, аслы-туҡлыбыҙ, әсе ҡатыҡты ла үлсәп кенә бирәләр. Леспромхозда ла ауыр эштәрҙә йөрөргә тура килде, — тип бәйән итте инәй ғүмер ебен тағатып.
16 йәшендә генә Байым ауылы егете Асрар Садиҡовҡа кейәүгә сығып, ярты быуаттан ашыу бергә бәхетле йәшәгәндәр. Шуның 22 йылын ҡәйнә-ҡайны менән татыу ғүмер иткәндәр. Ете бала үҫтергәндәр. «Дүрткә дүрт өйҙә ете кеше йәшәнек, ҡайны-ҡәйнәне хөрмәт иттек, ҡаршы һүҙ түгел, берәй нәмә әйтергә ояла инек», ти.
Мәрхәбә Баймөхәмәт ҡыҙы колхоз баҡсаһында йәшелсә үҫтерә. Унда 25 йыл эшләй. Яландай ҙур баҡсаға йылғанан һыу ташырға, икһеҙ-сикһеҙ түтәлдәргә ҡойорға кәрәк. Һыу һыуыҡ, итек эсе тула. Күмәк балаға үҙе тегеп-бәйләп кейендерә. Шәплеге, өлгөрлөгө арҡаһында балалары матур кейемдәрҙә, өҫтәре гел таҙа йөрөй.
Мәрхәбә һәм Асрар Садиҡовтар балаларын белемле итергә тырышҡан. Ғаилә башлығы үҙе оҙаҡ йылдар сауҙа өлкәһендә эшләгән, «Башҡортостандың сауҙа алдынғыһы» билдәһе менән наградланған. Өлкән ҡыҙҙары Маһира Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, оҙаҡ йылдар Белорет ҡалаһында педиатр булып эшләй, «Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы» исеменә лайыҡ. Улдары Ансар Стәрлетамаҡта юғары белем алып, райондың хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итә, милиция майоры, МВД ветераны. Таһира әсәһенән күрмәксе, тегенеүгә оҫта, биш бала әсәһе. Йомабикә БДУ-ның химия-биология факультетында белем алған, 35 йыл Байым мәктәбендә уҡытҡан, «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы», хеҙмәт ветераны. Зәбирә бухгалтер һөнәрен һайлаған, Сермән ауылында төпләнгән. Ишкилде Өфө нефть-техник университетында инженер-төҙөүсегә уҡыған, район хакимиәтендә эшләгән. Рөстәм хужалыҡта шофер булған.
Бәхетле көндәре артында ҡара ҡайғылы мәлдәр ҙә көтөп торған икән. Хоҙай үҙенең яратҡан бәндәһен һынармын, тигәнгә ышанырлыҡ. Балаларының, иренең үлемдәрен нисек кисергәнен, яңынан йәшәргә ҡайҙан көс тапҡанын үҙе генә белә. Ете балаһының дүртәүһен ер ҡуйынына һалған әсәнең йөрәк яралары бер ҡасан да уңалмайҙыр. «Ҡайғымды эш менән генә баҫам», — тигән әсәнең ныҡлығына, сабырлығына, аҡыл көсөнә ғәжәп итәһең.
Ысынлап та, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан бер минут буш ултырып сыҙамай. Балалары «Көт, ярҙамлашабыҙ» тиеүҙәренә ҡарамай, улар килеүгә эште бөтөрөп ҡуя. Яҙ етеү менән баҡса ерен үҙе ҡаҙа башлай, ҡапҡа тирәһен ипкә килтерә, күршеһендә йәшәгән килене эштә саҡта, малдарына күҙ-ҡолаҡ булып, бесән ташлап, һыу эсерергә лә өлгөрә. Емеш-еләккә шәп, йыя һалып, вареньеһын ҡайната, балаларына тип һалма йәйеп, ҡырҡа һала, буҙа ҡоя, мунсаһын яға. Көнөнә бер пар ойоҡ-бейәләйҙе ыһ та тимәй бәйләй, һәр береһенә инселәп, әҙерләй. Күлдәкте лә үҙе тегеп кейә. Боронғоса, таҫмалап-әберкәләп тегелгән башҡорт күлдәктәре лә күп, һәр береһенә бишмәт йә кәзәкейе бар, уларына тағылған тәңкәләрҙең күплегенә иҫең китерлек. Ҡыҙҙарына ла һәр береһенә ҡупшылап тегеп биргән. Күлдәктәрен кейеп, иҙән уртаһына таҡмаҡлап бейергә лә төшөп китте. Йәш сағында йыр-бейеүгә бик маһир булған, тик ҡайғылы мәлдәрендә сәхнәлә йөрөрлөкмө? Ейән-ейәнсәрҙәренең туйҙарында иң түрҙә, башҡортса кейенеп ултырған Мәрхәбә инәй оло ғаиләнең, араның тотҡаһы, ғорурлығы. 19 ейән-ейәнсәр, 34 бүлә-бүләсәр, 1 тыуасарға өләсәй ул. Һәр береһенә күңел йылыһын, күҙ нурын биреп эшләгән бирнәһе менән оло тормош юлына фатихаларын биреп оҙата. Быйыл уҙған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында Байым ауылының иң оло, абруйлы кешеләренең береһе — Мәрхәбә Садиҡоваға «Милләт әсәһе» миҙалы тапшырылған. Юғары наградаға хаҡлы оло йөрәкле әсә. Уның ҡылғандары бары изгелек.
— Был донъялар фани ғына, татыу йәшәгеҙ. Ил-йортҡа именлек, тыныслыҡ ҡайтһын, балаҡайҙар оҙон ғүмерле-тәүфиҡлы булһын, — тип теләй ысын күңелдән яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән, һәр көнө өсөн Хоҙайға рәхмәтле була белгән Мәрхәбә Баймөхәмәт ҡыҙы.
Шәплегегеҙгә күҙҙәр генә теймәһен, йөҙгәсә йәшәгеҙ тип теләнем, арҡамдан тупылдатып һөйөп ҡалған нурлы инәйгә. Ҡулыма тотторған бүләге — йомшаҡ ҡына аҡ йөнойоғо менән бергә күңел йылыһын, һынауҙарҙа һынмаған рух ныҡлығын, балаларса бер ҡатлылығын өләште кеүек.