+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
10 Ноябрь 2022, 16:36

Исеме халыҡ хәтеренән юғалмаҫ

Амангилделә абруйлы ағинәй, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, һәүәҫкәр йырсы Ләлә Ғүмәрованың хәтер кисәһе үтте. Бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған Ләлә Мөхәрләм ҡыҙы бөгөн тотош республикала билдәле “Сәсмәүер” ансамбленә нигеҙ һалыусы ла.

Исеме халыҡ хәтеренән юғалмаҫ
Исеме халыҡ хәтеренән юғалмаҫ

Амангилделә абруйлы ағинәй, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, һәүәҫкәр йырсы Ләлә Ғүмәрованың хәтер кисәһе үтте.
Бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған Ләлә Мөхәрләм ҡыҙы бөгөн тотош республикала билдәле “Сәсмәүер” ансамбленә нигеҙ һалыусы ла. Халҡыбыҙ йолаларын сәхнәләштереп, ерле ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеп, район, төбәк, республика конкурс-фестивалдәрендә күп тапҡырҙар гран-при яулаған, илебеҙҙең бик күп ҡалаларында сығыш яһаған сәсмәүерҙәрҙең уңышында Ләлә Мөхәрләм ҡыҙының тынғыһыҙ хеҙмәте ята. Ҡул эштәренә маһир Ләлә апайҙың ҡораған ҡорамалары, күҙ нурҙарын түгеп эшләгән селтәрҙәре, иҙеү-ҡашмауҙары, һуғылған балаҫтары төрлө күргәҙмәләрҙе биҙәне.
Хәтер кисәһендә ҡатнашҡан Ләлә апайҙың яҡындары, туғандары, дуҫ-иштәре, әхирәттәре, коллегалары уның хаҡында ҡәҙерле, яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Кешелекле, кеселекле, ихтирамлы, иғтибарлы моң алиһәһе хаҡында иҫтәлектәрҙе күҙ йәштәреһеҙ тыңлау мөмкин түгел ине.
Сара барышында видеояҙмаларҙан Ләлә апайҙың ҡабатланмаҫ моңло йырҙарын тыңлап, дәртле сығыштарын ҡарап, тамашасылар уны әле лә беҙҙең арала хис иткәндер.
Кисә хаҡында ентекләберәк “Осҡон”доң киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.

Исеме халыҡ хәтеренән юғалмаҫ
Исеме халыҡ хәтеренән юғалмаҫ
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: