+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
28 Ғинуар 2023, 12:45

Ваҡытты файҙалы һәм күңелле итеп үткәреү буйынса ниәттәр күп

Мишкә районында оло йәштәгеләрҙең аралашыу үҙәге асылыуға бер ай ғына әле.

Ваҡытты файҙалы һәм күңелле итеп үткәреү буйынса ниәттәр күп
Ваҡытты файҙалы һәм күңелле итеп үткәреү буйынса ниәттәр күп

#нацпроекты#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Бында көн һайын тиерлек осрашыуҙар, төрлө саралар үтеп тора, уларҙың ҡайһы берҙәре “Демография” милли проекты сиктәрендә ойошторола, тип хәбәр итә Мишкә районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Үҙәктә шашка, шахмат уйнарға, ҡул эштәре менән шөғөлләнергә, әҙәби әҫәрҙәр тураһында һөйләшергә, тиҫтерҙәрең менән аралашырға мөмкин. Заманса технологиялар ҡулланыу менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн компьютерға өйрәтеү ҙә бар.

“Ваҡытты файҙалы һәм күңелле итеп үткәреү буйынса ниәттәребеҙ күп, әүҙем пенсионерҙарыбыҙҙың ҡушылыуы бик ҡыуаныслы”, – ти район ветерандар советы рәйесе Юлиә Балахнина.

Фото – Мишкә районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2023-01-25/bynda-r-kem-k-elen-yat-an-sh-ld-taba-ala-3118808?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420 

Автор:
Читайте нас: