-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
26 Май 2023, 15:35

«Яҙмышыма рәхмәтлемен»

«Йәшәр өсөн ҡояш, ирек һәм кескәй генә сәскә кәрәк», — тигән бөйөк әкиәтсе Ганс Андерсен. Эйе, борон-борондан сәскәләр тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ юлдашы. Сәскәләр донъяға башҡа күҙ менән ҡарарға, яманһыу ваҡытта кәйефте күтәрергә ярҙам итә. Ысынлап та, үҙ ҡулдары менән сәскәләр үҫтереп, уларҙан матурлыҡ тыуҙырыусы ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланмау мөмкинме һуң!? Районыбыҙҙа «сәскәсе» исемен алған, «Миләш» фольклор төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе Розалия Хәмитова ошо көндәрҙә үҙенең 80 йәшлек олпат юбилейын билдәләне.

«Яҙмышыма рәхмәтлемен»
«Яҙмышыма рәхмәтлемен»

Розалия Лотфый ҡыҙы Яңауыл районының Алдар ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Уның бала сағы бөтә ил өсөн ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарға тура килә. Атаһы колхозда тир түгә, әсәһе баҡсасы, аҙаҡ күп йылдар ҡошсолоҡ фермаһында эшләй. Киндер һәм мәк орлоҡтары, картуф, көнбағыш, төрлө йәшелсәләр үҫтереп, ҡышҡылыҡҡа әҙерләү, уларҙы һуғыш йылдарында аслыҡтан һаҡлап ҡала. Ауыл мәктәбендә дүрт класты тамамлағандан һуң, етенсе класҡа тиклем күрше ятҡан Мәсәғүт мәктәбендә уҡыуын дауам итә ҡыҙ. Артабан өс йыл — ауылдан һигеҙ километр алыҫлыҡта урынлашҡан Ямаҙы урта мәктәбендә интернатта ятып белем ала.
Өлкән класта уҡығанында комсорг итеп һайлана. Мәктәптән һуң район комитеты секретары Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының күсмә комиссияһына имтихандарҙы тапшырырға саҡыра һәм Розалия апай агрономия факультетына уҡырға инә.
Уҡыу уға еңел бирелә. Рус телен яратып үҙләштерә, шулай уҡ шиғыр һөйләргә ярата. Бында хор капеллаһына, профсоюздар хорына йөрөй, студенттар өсөн ижади кисәләрҙә, ауыл хужалығы институты факультеттары араһындағы үҙешмәкәрлек смотрҙарында ҡатнаша. Беренсе курста агитбригада составында Балаҡатай районына гастролгә, икенсе курста «Бохара-Урал» газ үткәргесендә була, Ташкентҡа тиклем барып етәләр. Ғүмер буйы йыр-моңға тоғро ҡала ул.
Студент сағында буласаҡ ире Нафиҡ Хәмитов менән таныша. 1966 йылда улар студенттарҙың 35 һумлыҡ стипендияһына һәм профсоюз комитетынан бүленгән ҙур булмаған матди ярҙамға, дуҫтары, Розалия апайҙың туғандары менән ҡәҙимге туй яһай.
Розалия Лотфый ҡыҙына ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсергә тура килә. Уҡытыусылар етешмәгәнлектән, уларҙы Таштимер урта мәктәбенә ебәрәләр. Бер аҙҙан Нафиҡ Ғиниәт улының тыуған ауылы булған район үҙәге — Асҡарға күсеп киләләр.
Иренең туғандары килен кешене йылы ҡабул итәләр. Башта тормош иптәшенең иң өлкән ағаһының өйөндә йәшәйҙәр. Розалия апайҙы район мәғариф бүлегенә инспектор итеп тәғәйенләйҙәр, унда ул мәктәп яны участкаларына, мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлеге өсөн яуаплы була. Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетын тамамлаған Нафиҡ Ғиниәт улын партия район комитетының пропаганда бүлегенә эшкә алалар. Йәш белгестәргә ике бүлмәле фатир бирәләр. Үҙҙәренең эргәһенә ҡәйнәһен дә күсереп алалар, йыуаш һәм йомшаҡ, изге күңелле ҡатын булғанға, Розалия Лотфый ҡыҙы ҡәйнәһен фәрештәгә тиңләй.
«Осҡон» гәзите редакцияһында ла бер аҙ эшләй, шунан һуң урман хужалығына питомниктар һәм урман үрсетеү буйынса инженер булып күсә.
Шул йылдарҙа күптән көтөп алған тәүге сабыйҙары Урал, һуңынан ҡыҙҙары Гүзәл донъяға килә. 1971 йылда Нафиҡ Ғиниәт улын Ташбулат урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр, Розалия Лотфый ҡыҙына биология уҡытыусыһы булырға тәҡдим итәләр.
— Балалар баҡсаһы булманы, эшләмәгән өләсәйҙәрҙә балаларҙы ҡалдырырға тура килде. Мәктәп яны участкаһын тәртипкә килтерҙем, август кәңәшмәләрендә призлы урындар яуланыҡ, гөлдәр үрсеттек, биология кабинетын биҙәп, ул педсоветтар үткәреү өсөн яратҡан кабинетҡа әүерелде, — ти әңгәмәсем.
Ошонда өсөнсө ҡыҙҙары Ләйсән донъяға килә.
1974 йылда йәнә Асҡарға күсенәләр. Ғаилә лә ишәйә, Эльвира һәм Света исемле ҡыҙҙары тыуа. Нафиҡ Ғиниәт улы эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары булып эш башлай, Розалия Лотфый ҡыҙы орлоҡ инспекцияһына инспектор итеп тәғәйенләнә, һуңынан начальник итеп үрләтәләр, ул 24 йыл ғүмерен ошо эшкә арнай. Ул эшләгән осорҙа кәрәкле яңы ҡорамалдар һатып алына, мебель менән йыһазландырыла.
— Инспекцияның төп бурысы — орлоҡтарҙың сифатын контролдә тотоу. Беҙҙең район орлоҡ сифаты буйынса Башҡортостанда иң яҡшыларҙың береһе булды, был колхоз һәм совхоздарҙа яҡшы уңыш алырға ярҙам итте. Ошо йылдарҙа мин егерме йыл халыҡ заседателе лә булдым, — ти Р. Хәмитова.
Розалия Лотфый ҡыҙы яҡшы эше өсөн район хакимиәте, ауыл хужалығы министрлығы, республика дәүләт орлоҡ инспекцияһының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Мәскәүҙә халыҡ ҡаҙа-ныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша, Германияға туристик юллама менән бүләкләнә.
1998 йылда эшенән хаҡлы ялға сыҡҡас та, Розалия апай сәскә, помидор, кәбеҫтә, бүлмә гөлдәре үҫентеләрен үҫтереү һәм һатыу менән шөғөлләнә, үҙенең даими «клиенттары» ла бар, белгес булараҡ төплө кәңәштәрен дә бирә ул.
Розалия Лотфый ҡыҙы бала саҡтан ижади кеше булараҡ, художестволы үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша, шиғырҙар һөйләй, спектаклдәрҙә уйнай. Вокал ансамблдәр һәм хор коллективы соста-вында сығыш яһай. Хаҡлы ялға сыҡҡас, районда ғына түгел, бөтә Башҡортостанда билдәле «Миләш» халыҡ фольклор ансамблен ойоштороусыларҙың береһе була. Ансамбль Ҡазан ҡалаһында Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған коллективы исемен алған. Әлеге ваҡытта ул был коллективта иң олоһо.
— Хыялдарым тормошҡа ашты, юғары белем алдым, яратҡан һөнәрем буйынса эшләнем, күп йылдар район орлоҡ инспекцияһын етәкләнем, сәхнәнән төшмәнем, бер һүҙ менән әйткәндә, яҙмышыма рәхмәтлемен, — ти Р. Хәмитова.
Өлкән улы Урал аспирантураны тамамлаған, һөнәре буйынса агроном, әлеге ваҡытта нефть-газ сығарыу предприятиеһында бүлек начальнигы булып эшләй. Ҡыҙы Гүзәл, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда. Өсөнсө ҡыҙы Ләйсән — бухгалтер, Эльвира — иҡтисадсы, Света менеджер булып эшләй.
Тормош иптәше мәрхүм булғандан һуң, Розалия апай Вәкил ағайҙы осрата, бөгөн улар бергәләп донъя көтәләр. Биш балаһына ҡәҙерле әсәй, ете ейән-ейәнсәренә, бер бүләһенә хәстәрлекле өләсәй булып бәхетле ғүмер кисерә ул.
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.

Автор:
Читайте нас: