Бик алыҫ та түгел тыуған ауылым,
Әллә ниңә шулай һағынам.
Өндәремдә гел иҫемдә булһа,
Төштәремдә ҡайтам һыу буйлап, —
тип тағы тыуған ауылыма юл тоттом әле. Хәбәрсе һуҡмағы мине туп-тура Ғәйфулла ағай Хәйруллин йортона алып килде. Әмәлгә ҡалғандай, ағай үҙе, әүәлгесә киң йылмайып, ҡапҡаһы алдында баҫып тора ине. Өйгә инәбеҙ. Хәҙергесә матур итеп йыһазландырылған бүлмәләр йылы, матур. Һәр нәмә үҙ урынында.
Үҙе лә ошо нигеҙҙә тыуып үҫкән, Ҡужан башланғыс мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелгән Ишһылыу Мөхәмәтхажи ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, 4 улға, 1 ҡыҙға ғүмер биргән Ғәйфулла ағай. Бөгөн ул ҡыҙы Фәниә, ейәнсәре Физалиә менән ҙур, иркен йортонда матур ғүмер кисерә. Малайҙарының инде үҙ донъяһы, үҙ хәстәре.
Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. 1956 йылда Асҡар урта мәктәбен тамамлауға, уны колхоздың һыйыр фермаһына хисапсы итеп ҡуйыр өсөн Нуриман Рамазанов көтөп тора. Был вазифала алты ай эшләй Ғәйфулла ағай. Бер эштән дә баш тартмай ул. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу өсөн эшсе ҡулдар етешмәй. Бигерәк тә механизаторҙарға ҡытлыҡ кисерә ауыл хужалығы. Ҡайҙа ҡушһалар, шунда тырышып эшләп йөрөгән егетте Учалы районы Поляковка совхозына тракторсылар курсына ебәрәләр. Бер йыл тырышып уҡып, тракторсы булып ҡайта. Тыуған ҡырҙарында ер һөрөп, иген үҫтереп, алһыҙ-ялһыҙ эшләп йөрөгән егетте тағы күрә колхоз етәкселеге. Был юлы уны Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә урынлашҡан һөнәрселек училищеһына — колхоз-совхоздар өсөн бухгалтерҙар әҙерләү курстарына — уҡырға ебәрәләр. Был курстарҙы ла уңышлы тамамлай Ғәйфулла. Шунан башлана ла инде уның иҫәп-хисап донъяһына баш-көллө сумыуы. Тәүҙә оҙаҡ ҡына «Путь Ленина» колхозының Михайловка бригадаһында хисапсы булып эшләй. Ҡыҫҡаһы, колхоздың бөтә бригадаларында ла иҫәп-хисап эшен яйға һалыусы ул була. Хатта байтаҡ ҡына ваҡыт иҡтисадсы ла булып эшләй, Госстрах агенты ла була. Ә инде ауыл клубында мөдир булып эшләгән осоро тураһында әле лә көлә-көлә һөйләй Ғәйфулла ағай:
— Байрам һайын бер спектакль әҙерләп ҡуябыҙ. Спектаклдән һуң — концерт номерҙары. Роль етмәй ҡалып, спектаклдә уйнамаһалар, концертта ҡатнашмайҙар ҙа ҡуялар. Шуға күрә ҡатнашыусылары күп булған спектаклдәр һайлай торғайныҡ. Халыҡ бик теләп йөрөнө беҙҙең тамашаларға.
Шундай күп эштәр башҡарыу менән бер рәттән Ғәйфулла Зәйнулла улы оҙаҡ йылдар өсөнсө бригаданың парторгы була, һайлау комиссияларында күп осраҡта рәйес вазифаһын башҡара. Клубтың бер осондағы бүлмә Ғәйфулла ағайҙың эш урыны ине. Халыҡ уны «кәнсә» тип йөрөттө. Ағай һәр ваҡыт эш урынында: яҙа, һыҙа, иҫәпләй, йомош менән килеүселәрҙе ҡабул итә.
Оҙаҡ йылдар Ҡужан һарыҡсылыҡ комплексының етәксеһе булып эшләгән атайым да:
— Уны ни, белһә, шул Ғәйфулла ғына белә инде, — тип үҙенә мөрәжәғәт иткәндәрҙе Ғәйфулла ағайға ебәрә торғайны.
Ауылымдың абруйлы уҙаманы Ғәйфулла ағай Хәйруллин тыуып үҫкән нигеҙендә йәшәй. Ул туғыҙынсы тиҫтәнең ҡап уртаһына баҫһа ла, йәштәрсә теремек, аныҡ фекерле.
Ауылда үткән йыйылыштарҙа көнүҙәк мәсьәләләргә ҡарата сығыш яһай. Мәсеткә йөрөргә лә ваҡыт таба. Район гәзитендә уның ҡыҫҡа, әммә мөһим проблема күтәргән мәҡәләләре лә баҫылып тора.
Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре килеп тулһа, ағайҙың йөҙө айҙай балҡый. Уға олоһо ла, кесеһе лә төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Ауылымдың алтын аҡыллы аҡһаҡалы ул хөрмәтле Ғәйфулла ағай.
Фәрзәнә ХАММАТОВА.