Өс малай араһында баш бала булған Әсләм теремек, тәрән фекерле булыуы менән айырылып тора. Атаһы ҡурсаулыҡта эшләгәнгә күрә, улар «кардон»да йәшәй. Хәмит мәктәбендә һигеҙ класты тамамлағандан һуң, уҡыуын Үҙәнбашта дауам итә. Малай саңғы ярыштарында әүҙем ҡатнаша, өлгөлө тәртибе менән башҡаларға үрнәк була. Буш ваҡыттарында фотоаппарат алып, тәбиғәттең матур күренештәрен, кешеләрҙең бәхетле мәлдәрен фотоға төшөрә. Егет ҡорона ингәс, ил алдындағы бурысын Ырымбур өлкәһендә ракета ғәскәрҙәрендә үтәй. Әрме хеҙмәтенән һуң, Хәмит ауылы Советының шул ваҡыттағы рәйесе Салауат Ғүмәров Әсләм ағайҙы ауыл биләмәһе хакимиәтенә эшкә саҡыра. Ауыр, яуаплы эшкә ең һыҙғанып тотона ул. Үткән йылдарҙа «янған» эш ҡағыҙҙарын тергеҙә. Эш идарасыһы булараҡ барлыҡ документтар: ергә, ЗАГС-ҡа, паспортҡа бәйле бөтә эш ҡағыҙҙары уның ҡулынан үтә. 1989 йылда үткән халыҡ иҫәбен алыуҙа ҙур әүҙемлек күрһәтеп, республика комиссияһынан рәхмәт хаты алып ҡыуана. Ентекле, бөтә эште тәртиптә тотоуы, еренә еткереп эшләүе, ярҙам һорап килгән һәр кемгә итәғәтле булыуы менән абруй ҡаҙана. Шул йылдарҙа үҙенең тормош иптәше Әлмираны осрата.
Әлмира апай Хәмит мәктәбендә уҡығандан һуң, Амангилделә унынсыны тамамлай. Асҡарҙа һатыусы һөнәрен үҙләштергәс тә, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Йыл ярым дуҫлашып йөрөгәндән һуң, улар сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Йәш ғаилә тәүге йылдарҙа ҡайны-ҡәйнә менән бергә татыу донъя көтә. 90-сы йылдарҙа үҙҙәренә айырым йорт һалып сығалар. Икеһе лә эшсән, уңған Баһауетдиновтар ең һыҙғанып донъя көтөргә, аҡыллы ул-ҡыҙҙар тәрбиәләргә тырыша.
1993 йылда ғаилә башлығы бухгалтер эшенә күсә. Бюджетты һалым менән тулыландырыу, эшләнгән эштәр өсөн учреждениелар менән ваҡытында иҫәпләшеү, инвентаризация, башҡарылған операцияларҙың законлылығын контролдә тотоу, бухгалтер отчеттарын төҙөү һәм билдәләнгән ваҡытта тапшырыу, Пенсия фондына шәхси мәғлүмәттәрҙе әҙерләү кеүек яуаплы бурыстарҙы ваҡытында һәм дөрөҫ итеп алып бара белгән Әсләм Әхмәт улы ауыл биләмәһендә генә түгел, районда ла хөрмәт яулай. 2015 йылда ҡайтанан эштәр идарасыһы булып күскәс, хәрби иҫәпте алып барыу бурысы ла йөкмәтелә. 2020 йылда «Хәрби идаралыҡтың иң яҡшы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ була. Үҙ ғүмеренең 42 йылын ауыл биләмәһендә эшләүгә арнаған Ә. Баһауетдинов бөгөнгө көндә хаҡлы ялда.
Райпо системаһында эшләгән Әлмира Риф ҡыҙы ла бөтә нәмә етешмәгән йылдарҙа ла ғәҙел эшләй, планды һәр саҡ арттырып үтәй. Кешелекле, алсаҡ Әлмира апай һәр береһенә өлөш сығарып, ауылдаштарына хәленән килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙа. Шул мәлдәрҙә магазинда тауарҙарҙан өҙөклөк булдырмау уның ҡаҙанышы. Ә. Баһауетдинова ла лайыҡлы хеҙмәте өсөн күп тапҡыр рәхмәт хаттарын алып ҡыуанған. Дәүләт ҡарамағындағы сауҙа нөктәләре ябылып бөткәс, үҙ эшенең оҫтаһы Әлмира апайҙы эшҡыуар Сабир Баһауетдинов эшкә саҡыра. 30 йыл һатыусы стажы менән хаҡлы ялға сыҡҡан ул.
Баһауетдиновтар тырыш хеҙмәт кешеләре булыу менән бергә ваҡытлы матбуғатҡа күпләп яҙылыуҙары, китап уҡыуҙы үҙ итеүҙәре, спорт һөйөүҙәре менән айырылып тора. Балалары ла эшкә шәп булып үҫә. Өйҙәге эштәр менән бер рәттән улар үҙҙәре теләгән түңәрәктәргә йөрөйҙәр, яҡшы уҡыйҙар, спорт ярыштарында ҡатнашалар.
Татыу ғаиләлә өс ҡыҙ һәм ике малай буй еткергән. Бәхетле әсәй 2003 йылда Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалын алған.
Иң өлкәндәре Тәғзимә ата-әсәһенә бәләкәй туғандарын тәрбиәләүҙә һәм үҫтереүҙә төп ярҙамсы була. Өфө ҡалаһында тәрбиәсе һөнәрен үҙләштергән, бөгөнгө көндә Асҡарҙа ғаиләһе менән төпләнгән. Әлфинәне яҙмыш хозур тәбиғәтле Бөрйән районына ташлаған. Туған теле һағында торған рухлы һәм ғәмле педагогтарҙың береһе ул. Әлфиә башҡорт һәм немец теле уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштергән, әлеге мәлдә Өфөлә йәшәй. Әхмәр Магнитогорск дәүләт техник университетын уңышлы тамамлап, һөнәре буйынса эшләй. Кинйәләре Ихсан Хәмит урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлаған, бөгөн ул Өфө дәүләт авиация-техник университетында алдынғы студенттарҙың береһе.
Өлгөлө ғаилә башлығы мал-тыуар ҡарауға әүәҫ булһа, йорт хужабикәһе баҡсаһын аллы-гөллө сәскәләргә, йәшелсәләргә күмә.
— Үҙебеҙ шәп саҡта балаларға аҙмы-күпме ярҙам ҡулы һуҙып торабыҙ. Уларға лайыҡлы тәрбиә биреп, оло юлға сығарыу — һәр ата-әсәнең бурысы. Балалар — ата-әсәйҙең көҙгөһө ул, — тиҙәр ирле-ҡатынлы Баһауетдиновтар.
Бер-береһенә иғтибарлы, итәғәтле пар ошо көндәрҙә үҙҙәренең рубин туйҙарын билдәләй. Һөйөү-наҙҙан туҡылған Баһауетдиновтарҙың ғаилә ептәре оҙаҡ йылдар ныҡ булһын тигән теләктә ҡалам.
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.