“Башҡортостан-Абхазия оҙон ғүмерлеге. Туризм” проектында ҡатнашыусы оло йәштәгеләр Ҡара дингеҙ яры буйына ялға юлланды. Был турҙа Башҡортостандың 16 ҡалаһы һәм районынан 46 кеше ҡатнаша.
“Хөрмәтле “көмөш йәштәге” туристарыбыҙ! Сәфәрегеҙҙең Республика көнөндә башланыуы үҙе символик мәғәнәгә эйә. Бөгөн Абхазия республикаһы Президенты Аслан Георгиевич Бжания Башҡортостанда ҡунаҡта, ә һеҙ – абхаз ерендә көтөп алынған ҡунаҡтар.
Сәфәрегеҙ күңелле һәм хәүефһеҙ, яҡшы хис-тойғоларға бай булһын! Һеҙҙән иҫтәлектәр һәм фотолар көтәбеҙ. Матур сәйәхәттәр һеҙгә! Республика көнө менән һеҙҙе!”– тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Оло йәштәгеләрҙең ялын ойоштороу “Демография” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла