Алтын көҙҙөң сыуаҡ көнөндә юлға сыға Әпсәләмовтар. Өфө аэропортында Башҡортостандың төрлө тарафтарынан йыйылған туристар төркөмөнә ҡушылалар. Бөтәһе 48 кеше. Тура рейс менән Белоруссияға осалар. “Минск” Милли аэропотында гид һәм уңайлы автобус ҡаршы ала. Ял итеүселәр “Вояж” ҡунаҡханаһына урынлаша. Беренсе көн “Минск – Беларусь Республикаһының баш ҡалаһы” экскурсияһына бағышлана. Башҡортостан ҡунаҡтары ҡаланың урта быуаттарҙан алып хәҙерге көнгә тиклемге тарихы менән танышып, иҫтәлекле урындарында – Бойондороҡһоҙлоҡ майҙанында, иҫке ҡалала һәм Ратуша майҙанында, православ һәм католик сиркәүҙәрендә, Милли китапханала, спорт объекттарында, киң проспекттарында һәм төрлө һәйкәлдәрендә була.
– Икенсе көндә Бөйөк Ватан һуғышы музейына сәйәхәт ҡылдыҡ. Был музей илдең иң заманса һәм халыҡ күпләп йөрөгән урындарының береһе булып тора, өс йыл фашистик Германия оккупацияһы аҫтында булған Белоруссия халҡы дәһшәтле йылдар һәм халыҡ ҡаһарманлығы тураһында тәрән хәтер һаҡлай, музей ныҡ ҙур һәм тарихи экспонаттарға бик бай. Беҙҙең дә күптәребеҙҙең атай-ағайҙары ошо ерҙәрҙә Тыуған ил өсөн һуғышҡан, башын һалған. Музей бер кемде лә битараф ҡалдырманы, – тип һүҙҙе дауам итте Салауат Рәжәп улы. – Бөйөк Ватан һуғышы осоронда йөҙәрләгән беларусь ауылдары дошман тарафынан яндырылып көлгә ҡалдырыла. Шуларҙы береһе булған Хатынь ауылы урынында төҙөлгән мемориал комплексҡа илтте юлыбыҙ. Мемориалда улын күтәреп ут эсенән тере сыҡҡан ауыл тимерсеһе кәүҙәләндерелгән, малай атаһының ҡулында йән бирә... “Хатынь” комплексы 1943 йылда яндырылған Хатынь ауылына ғына һәйкәл түгел, бында ер йөҙөндәге берҙән-бер “Ауылдар ҡәберлеге” урынлашҡан. 186 ҡәбер – халҡы менән ҡуша яндырылған һәм кире тергеҙелмәгән, сөнки бер кеме лә ҡалмаған ауылдарҙы символлаштыра. Әйткәндәй, 433 яндырылған ауыл һуғыштан һуң яңынан тергеҙелә. Комплекста “Хәтер диуары” ҙур урын биләй – ул концлагерҙарҙа һәләк булғандарҙы иҫкә төшөрә. Мемориаль плитәләрҙә 26 үлем лагерының атамалары яҙылған. Шуларҙың икәүһе балалар концлагерҙары, һәйкәл уйынсыҡтарға күмелгән... Эмоциональ яҡтан бик ауыр булды был көн, тетрәндерҙе. Юл ыңғайы Беларустың азат ителеүе һәм Бөйөк Еңеү символы булған данлыҡлы Дан ҡурғаны янында ла туҡталыш яһаныҡ.
Өсөнсө көн маршрут Мир ҡасабаһына һәм Несвиж ҡалаһына илтә. Уларҙағы боронғо замоктар үҙенсәлекле архитектураһы менән туристарҙы йәлеп итә. Сираттағы көн Милли художество музейына экскурсияға саҡыра. Был мөһабәт бинала һынлы сәнғәт, графика, иконалар, төрлө скульптуралар, ювелир һәм ҡулланма сәнғәт өлгөләренең бай коллекцияһы һаҡлана. Беларусь Республикаһының баш ҡалаһы буйлап сәйәхәт “Башҡала” ер аҫты сауҙа үҙәгенә лә алып төшә. Был үҙәктә тик беларусь етештереүселәренең тауарҙары ғына һатыла, тип һөйләй Әпсәләмовтар.
Бишенсе көн – шәмбе – туристарҙың үҙ иркенә ҡуйыла. Кем ҡайҙа теләй шунда барып, күреп, йөрөп ҡайта. Яҡташтарыбыҙ Минскиҙан 250 саҡрымдағы боронғо һәм матур ҡалаларҙың береһе булған Гродноға бер көнлөк автобус экскурсияһын һайлай. Халыҡ телендә уны музей-ҡала тип тә йөрөтәләр икән. Гродноның тарихи-мәҙәни, арххитектура объекттарында булалар, бөйөк кенәздәрҙең резиденциялары урынлашҡан Боронғо һәм Яңы замоктары менән танышалар.
Киләһе көн “Дудутки” боронғо беларусь кәсептәре һәм технологиялары музейына экскурсияға бағышлана. Әүәл замандарҙан ҡалған ел тирмәнендә әле лә он тарттыралар тип иҫтәре китеп һөйләй яҡташтарыбыҙ. Гончар, ағас эшкәртеү, сыр ҡайнатыу, икмәк бешеү оҫтаханаларында булалар, милли аш-һыуҙар менән һыйланалар, һалам үреү буйынса оҫталыҡ класында ҡатнашалар.
Белоруссиялағы һуңғы көн Борисов һәм Жодино ҡалаларында уҙа. Урта быуаттарҙа нигеҙ һалынған Борисов ҡалаһы тураһында XII быуат йылъяҙмаларында иҫкә алына, ләкин бында боронғолоҡтан күп нәмәләр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡыйратылған, халҡы ла дошман концлагерҙарында күпләп һәләк булған. Ҡаланы азат итеүселәр хөрмәтенә йылға буйынса ИС-2 танкына һәйкәл ҡуйылған, көстәр тиң булмаһа ла, героик экипаж дошман һөжүменә ҡаршы тора алған. Борисов – 1812 йылғы Ватан һуғышына бәйле билдәле ҡала. Березина йылғаһы буйында Наполеон һәм уның ғәскәрҙәренең генә түгел, ә бөтә Европаның яҙмышы хәл ителгән. Ҡаланың тарихи үҙәгендә булғандан һуң Башҡортостан туристары Наполеон армияһы тар-мар ителгән урында төҙөлгән “Брилев яланы” тарихи комплексына күргәҙмә ҡылған. Жодино иһә Беларусь автомобиль заводы менән танылған ҡала. Гигант карьер үҙбушатҡыстарын етештереүсе ҡеүәтле предприятие сәнәғәт туризмы проектын тормошҡа ашыра: музей, күргәҙмә майҙансығы бар, шулай уҡ цехтар буйлап экскурсиялар ойошторола. Яҡташтарыбыҙҙы 450 тонна йөк күтәрелешле “БелАЗ” машинаһы хайран иткән. Техника ене ҡағылған Салауат ағайҙы машинаның габариттары таң ҡалдырған: “Тәгәрмәсенең диаметры ғына 4 метр!” – тип мауығып һөйләй ул.
Һегеҙенсе көндә төшкөһөн туристар ҡайтырға сыға.
– 2,5 сәғәт самолетта һәм беҙ Өфөгә килеп тә төштөк. Рухыбыҙ байып, күңелебеҙ булып, дәрт-дарманыбыҙ артып ҡайттыҡ. Күңел өсөн сәйәхәттәр, яңы аралашыуҙар кәрәк бит ул! Юлға сығырҙан алда, әлбиттә, икеле уйҙарыбыҙ ҙа булды. Һыр бирмәһәк тә, таныштарыбыҙҙың бынау заманда нисек ҡурҡмайһығыҙҙың тиеп хафаланып ҡалыуҙары, йөрәккә шом һалды. Шулай ҙа бер ынтылғас, өҫтәүенә программа буйынса путевкалар килеп сыҡҡас, барып ҡайтырға булдыҡ. Беларусь Республикаһында ҡолас йәйеп ҡаршы алдылар, матур ҡунаҡ иттеләр, ил тыныс – бөтә шик-шөбһәләребеҙ барғас та юҡҡа сыҡты. Хаҡлы ялдағы дәртле, әүҙем ололарыбыҙға программа эшләгән саҡта сит ерҙәрҙе күреп ҡайтырға тәҡдим итәбеҙ. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Бер һүҙ менән әйткәндә – оҡшаны! – тип әңгәмәбеҙҙе юғары нотала тамамланы сит илгә сәфәр ҡылыусы Сара һәм Салауат Әпсәләмовтар.