Ҡәһәрле һуғыш бала саҡтарын аяуһыҙ рәүештә тартып алған быуын да ҡартайып,сафтары һирәгәйҙе хәҙер.Тылдағы ҡарт-ҡоролар, ҡатын-ҡыҙҙар күргән бөтә михнәттәрҙе һуғыш осоро балаларына ла үҙ елкәләрендә татырға тура килә. Өҫтәре кейемгә, тамаҡтары ашҡа туймаған һуғыш балалары... Аслыҡ, ауырыу ҙа ҡыра уларҙы...
...Көҙгө әсе ел ҡырпаҡ ҡар баҫҡан арба юлынан югерә-атлай килгән яңғыҙ йәш ҡатындың сикәләрен семетеп, йоҡа кейеме аша електәренә тиклем үтә. Ҡараңғы ныҡлап күҙҙе бәйләмәҫ борон тура юлдан Өскәбән йылғаһын үтеп ҡалырға ҡабалана ул. Күпере юҡ, көндәр һыуытып, өҫтөн боҙ ҡаплағас, кешеләр шунан йөрөйҙәр. Тамам өшөп, ҡалтыранған ҡатын, ҡош-ҡорттан ҡурҡып, йән-яғына боролоп ҡарап ала. Йәһәтерәк ҡайтып етеп, усағына ут тоҡандырып, бәләкәй ике ҡыҙын өләсәләренән барып алырға кәрәк. Көн һайын күрше ауылға ырҙын табағына иген таҙартырға йөрөгән әсәләрен күреү менән муйынына һырылалар бит. Ире Мотаһар ҙа тиҙҙән ҡайтыр, Аллаһ бойорһа. Һуғыштың башынан аҙағына тиклем илебеҙҙе фашистарҙан азат итеү өсөн йәнен-тәнен аямай һуғышып, имен-һау Берлинға барып етеү – ниндәй бәхет! Ошо көндәрҙә генә алған хатында яугир тиҙҙән ҡайтасағын хәбәр итә. Әлегә ул Украинала тәртип урынлаштырып, бандеровсылар менән көрәшә. Осрашыу көнөн ҡатын күңеле елкенеп, ашҡынып көтә.
Төрлө уйҙарға батып килгән ҡатын йылғаның уртаһына еткәс, аяғы аҫтындағы йоҡаҡ боҙ уйылып, «аһ» тип ҡапыл ҡысҡырған ыңғайына бөтә кәүҙәһе менән һыуға сумғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. «Батып үлһәм, ике балам етем ҡала бит!», тигән уй йәшен тиҙлеге менән мейеһен ярып үтте. Ҡото осоп, йәнтәслимгә ике ҡулы менән боҙҙарҙы онтай-онтай лысма һыу булып, ярға нисек килеп сыҡҡанын да һиҙмәне. Өҫтөндәге еүеш кейеме боҙланып,теше тешкә теймәй, дер ҡалтырап, һыуыҡ өйөнә саҡ ҡайтып йығыла ул.
— Ней ут яғып өйөн йылытырға, ней өләсәйемдәргә барып етергә хәле булмағандыр инде әсәйемдең, — тип әсенеп хәтерләй Салауат ауылында ғүмер кисереүсе Сания Мотаһар ҡыҙы Төлкөбаева. — Шул һыуыҡ тейҙереүҙән мандый алманы ул. Атайым һуғыштан ҡайтҡас, әсәйемде Асҡар балнисына алып барып һалды. Табиптар атайыма Белореттан барып кәрәкле дарыуҙар алып килергә ҡушалар. Йәйәүләп бер көн барып, икенсе көн саҡ килеп еткәнсе әсәйем йән биргән булған. Ҡайғынан шаңҡып ҡалған атайым, беҙҙе ҡосаҡлап, урындыҡта тәгәрәп йөрөп иланы.
Шулай итеп, етемлектең әсе һурпаһын да татырға тура килә һуғыш балаһы статусы алған Сания Мотаһар ҡыҙына. Мәктәпкә йөрөргә өҫтөндә йүнле кейеме, аяғына кейергә лә булмай.
— Бер класта ике йыл уҡып тигәндәй, дүрт класты бөткәс, колхозға эшкә сыҡтым да киттем, — тип һуғыштан һуңғы ауыр йылдар хәтирәләр һүтә апай. — Тамаҡ хаҡына йөрөнөк инде, йәйен бесән әҙерләшеп, Таштимергә йөрөп токта иген таҙарттыҡ.
Оҙаҡ та тормай Санияны үҙе кеүек етем егеткә димләп кейәүгә бирәләр.
— Ирем Бикйәнде оләсәһе Маһисафа килененә бирмәй үҙе көтә. Оло ҡәйнәмдең ун биш балаһы тыуып, үлеп тик торғандар. Эй, Аллам, «елгә елендәттең, боҙға быҙаулаттың», тип гел һамаҡлар ине. Бер мулла уға балаңа исемеңдең яртыһын бир тип кәңәш иткән һәм Сафа исемле улы ғына торған. Улы һуғышҡа киткәнендә «мин ҡайтмаһам Бикйәнде берәүгә лә бирмә, үҙең көт», тип әйтеп китә, — тип һөйләй Сания Мотаһар ҡыҙы. Бер ғаилә булып йәшәй башлағас, ирен хәрби хеҙмәткә алалар. Ҡәҙерле кешеһен ҡатын, ире киткәс тыуған улы, оло ҡәйнәһе менән бергәләп өс йыл әрменән көтөп ала.
— Аллаһҡа шөкөр, ауырлыҡтарға бирешмәй, кешенән ҡалышмай, донъя көттөк, колхоз эшенән дә ҡалманыҡ, өй ҙә һалып индек, ауылда тәүгеләрҙән булып машина ла һатып алдыҡ. Дүрт улыбыҙға, ике ҡыҙыбыҙға белем биреп, туйҙар яһаныҡ. Мәктәп, хоспис төҙөлгән яңы урамдан Бикйән үҙебеҙгә,улдары бер ерҙә йәшәһендәр тип уларға ла өй төҙөргә урындар алды, — ти Сания апай.
Әйтмәксе лә, Төлкөбаевтарҙың кирбестән һалынған иркен, төҙөк донъялары бер-береһенә күршеләштәр. Улдары барыһы ла Магнитогорск металлургия комбинатында хеҙмәт юлын үтәләр, ике килене хосписта эшләй, өлкән улы Ришат ҡатыны Миңзәлә менән ғаилә эше асҡандар.
Ошо арала һикһән биш йәшен билдәләгән Сания Мотаһар ҡыҙы төп йортта кинйә улы Фәйез һәм килене Гөлшат менән утыҙ йыл инде татыу ғүмер итәләр. Алсаҡ, ипле һүҙле Сания Мотаһар ҡыҙы бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килһә лә, әле лә теремек, балалары өйҙә булмағанда донъяларына күҙ-ҡолаҡ, уларға аҡыл-кәңәштәрен биреп, биш намаҙын ҡалдырмай, мәсеткә йөрөп, ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер итә.
— Балаларымдың береһе лә йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәне, егерме ейән-ейәнсәрем, биш бүләм бар. Аллаһҡа шөкөр, өҫтәл тулы ризыҡ, йәшәйешебеҙ етеш, илебеҙгә тыныслыҡ ҡына килһен, — ти бәхетле әсәй, оләсәй, ҡарт оләсәй Сания Мотаһар ҡыҙы.
Рабиға ЗАҺИРОВА.
Салауат ауылы.