+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
28 Июнь , 14:36

Өлкәндәргә – «Һөт кухняһы»

Башҡортостанда «Һөт кухняһы» өлкәндәр өсөн яңы продукция сығара башланы. #Национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостана

Өлкәндәргә – «Һөт кухняһы»
Өлкәндәргә – «Һөт кухняһы»

Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев хәбәр итеүенсә, һөт, кефир, ҡаймаҡ һәм эремсекте хәҙер Октябрьский ҡалаһында урынлашҡан предприятие цехтарының береһендә етештереләр. Ошо маҡсатта бында ремонт яһағандар, яңы ҡорамал ҡуйғандар. Өлкәндәр өсөн һөт ризыҡтарының төп эске сифат стандарттары — балалар өсөн кеүек икән. Уны фермерҙарҙан һатып алған һөттән әҙерләйҙәр. Продукцияның составы тулыһынса тәбиғи, унда яһалма өҫтәмәләр юҡ.

Файҙалы продукт өлкәндәр өсөн файҙалы, ул сәләмәтлекте нығытыуға булышлыҡ итә, тиҙәр, тимкә ғүмерҙе оҙонайтыуға үҙ өлөшөн индерәсәк. Был “Демография” милли проекты үтиәлешенә лә һиҙелерлек өлөш индереренә шик юҡ.

Яңы продукцияны «Һөт кухняһы»ның таратыу пункттарында, шулай уҡ урындағы сауҙа селтәре магазиндарында һатып алырға мөмкин.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: