Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
19 Июль 2024, 16:50

Һыналды, әммә һынманы

Йәйҙең күпереп сәскә атҡан мәлендә Первомай ауылынан Зәлифә Заһитова 60 йәшен билдәләне. Юбилярҙы ҡотларға балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары, класташтары, курсташтары, ауылдаштары йыйылды.

Бала сағында Зәлифә сепрәктәрҙән ҡурсаҡ төрөп уйнарға ярата. Әсәһе, Мәрйәм апай, балалары күп булыр, тип юрай. Уның юрағаны юш килеп, бер өҫтәл артында береһенән-береһе матур ике ҡыҙы, ғаиләһе менән биш улы уны ҡотларға урын алды.
Тормош юлдашы Алмас Магнитогорск ҡалаһында эш урынында фажиғәле мәрхүм булып ҡалғас, ете балаһын оло тормош юлына сығарыуы еңел булмай Зәлифә Әхмәтшәриф ҡыҙына. Әсәһенең баланы таба белгәнһең, бағырға ла бел, тип һеңдергән тәғлимәте ҡыйын саҡтарҙа һынырға бирмәй. Совет осоронда 8 балаһы менән яланда гектарлап сөгөлдөр утаған, ырҙын табағында иген елгәргән, ҡышҡылыҡҡа етерлек утын хәстәрләгән әсәһе тормошта кешене кеше иткән нәмә ул – хеҙмәт икәнлегенә инандыра. 
Зәлифәне балалары ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлап, һәр йомошон тыңларға, үҙҙәренә тәғәйен эштәрҙе үтәргә тырышып торалар. Әсә, балаларына, бигерәк тә икенсе улы Әхмәткә таянып, иңдәренә төшкән барлыҡ һынауҙарын еңеп сығырға көс таба. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүге сабыйы, Альберты, ғәрип булып тыуа, туғандары өйҙә булмағанда, ул донъяға ҡарауыл-йоҙаҡ була. Һәммәһе лә әсәләре ҡушҡан һәр эште еренә еткереп, оло яуаплылыҡ менән үтәргә күнегәләр, мохтаждарға, ололарға даими ярҙам күрһәтәләр, уҡыуҙа ла һынатмайҙар, Фотоһүрәттәрен маҡтау таҡтаһына ҡуялар, ауылда үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында ла Зәлифәнең ғаиләһен маҡтап телгә алалар. 
“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ” – ти халыҡ мәҡәле. Әхмәт юрист һөнәрен үҙләштерһә лә, күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигәндәй, бер эштән дә ҡурҡып тормай. Йорт та төҙөй, мейесен дә сығара, уның алтын ҡулдары ниҙәр генә эшләһә лә сынъяһау итеп яратып башҡара. Алыҫ Төньяҡта көс түгеп, Магнитогорск ҡала- һында ҡулаҡсаға фатир ҙа һатып алыуға ирешә. Уңа Зәлифә апай улынан. Әхмәте уның уң ҡулы, кәңәшсеһе, таянысы. Әле булһа ул бер туғандарына атай урынына, Магнитогорск ҡалаһында төҙөлөш бригадаһы ойоштороп, ир туғандары менән бер булып тир түгәләр.
Ил һағына баҫыу һәр малайҙың маңлайына яҙылған фарыз, тип тәр- биәләй өләсәләре. Әхмәт, Тимур, Азат, Илнур әрмелә сержант званиеһында бер йыл урынына ике йыл хеҙмәт итәләр. Әсә командирҙарынан рәхмәт хаттары алып ҡыуана. 
Азаттың Чечен һуғышында булғанын әсәһе хәрби таныҡлығынан ғына белә. Украинала ҡупҡан яу-ғәрәсәткә юлланғанын да әсәһенә һиҙҙертмәй. Чечен һуғышында сынығыу алған “Заһит” ҡушаматлы Азат оператор-наводчик булып алыша. Херсон, Саледар, Угледар өсөн барған яуҙарҙа ҡатнаша. Ялға ҡайтҡанында, уны ҡурсалап,  әсә ике тапҡыр ҡорбан сала. Йәнгел ауылы биләмәһе илен нацизмдан ҡурсалаусыға Башҡортостан флагын аманат итеп тапшыра. Улының Чечен, Украина алыштарында ҡатнашҡаны өсөн алған  рәхмәт хаттарын әсәһе ҡәҙерләп һаҡлай.
Өләсәләрен юбилейы менән Әхмәтенең ҡыҙы Азалия, Тимурының ҡыҙы Аэлита, Азатының улдары ҡотлап йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр. Бигерәк тә 5 йәшлек Аэлитаның өләсәһен яратыуы, рәхмәте ҡунаҡтарға хуш килде.
Ғаиләләре менән улдары, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары,  бергә уҡыған класташтары, курсташтары, туғандары һәр береһе изге теләктәрен еткерҙе Зәлифә Заһитоваға. Магнитогорск ҡалаһында штукатур-маляр һөнәрен үҙләштергән иптәш ҡыҙҙары уны сәскәләргә күмде, изге теләктәрен еткерҙе. 
Балалары менән бәхетле әсәнең ике ҡыҙы ла Магнитогорск ҡалаһында технолог, туристар менеджеры һөнәрен үҙләштерә. Уҡыуҙан тыш ресторанда официант булып, үҙҙәренә етерлек аҡса ла эшләргә өлгөрәләр.
Балаларының уҡытыусыһы Зина Әхмәтйәнова юбилярҙы ҡотлап, Зәлифә Заһитованың Башҡортостан президенты М. Рәхимов ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын алыуы һәм энциклопедияға индерелеүе тураһында бәйән итте. 
Мосолман ҡатындарына хас сабырлыҡ менән тәрбиәләне балаларын Зәлифә апай. Үҙен тотошлайы менән балаларына арнаны. Ете балаһын ҙур тормошҡа ысын кеше итеп әҙерләү маҡсаты менән типте әсә йөрәге. Мәрхүмә әсәһенең әйткәне, өйрәткәне уның күңелендә васыят булып уйылып ҡалды. Күп балалы ғаиләне өләсәләре лә ярҙамынан өҙмәне. Һарыҡ йөндәренән юрғандар текте, аяҡтарына йылы ойоҡтар бәйләп кейҙерҙе.
Күп балалы әсә аҙ ғына аҡсаһына, әлбиттә, балаларын ҡурсаҡ шикелле итеп кейендерә алманы, әммә уларҙы һәр нәмәнең ҡәҙерен белергә өйрәтте, белемгә әйҙәп, дәртләндереп, ҡанатландырып, бер йоҙроҡҡа төйөнөп, бер булып йәшәргә күнектерҙе.  Мул тормошта, затлы йортта үҫмәһәләр ҙә, һынатманы Зәлифә апайҙың балалары. Ватанына тоғро хеҙмәт итеүҙән тыш, матур ғаилә ҡороп, ейән-ейәнсәрҙәр бүләк иттеләр. Әсә кеше өсөн ошонан да ҙур бәхет бармы икән?! Балаларына “Кешене хеҙмәт кенә ысын кеше итә ала” тигән хәҡиҡәтте ныҡлы һеңдерә алған ябай ауыл ҡатынына һәйкәл ҡуйырлыҡ! Күптәр яңғыҙ, бер-ике бөртөк балаһын үҫтерергә ҡыйынһынһа, яңғыҙ әсә, бер ваҡытта ла ете бөртөгөн күпһенмәй, зарланмай оло йөктө яңғыҙы тартты. Хәҙер уның алты балаһы – алты ғаилә – бер бөтөн булып ойошоп, әсәләренең тәрбиә орлоҡтарын үҙ балаларына сәсә. 
Һәр балаһының йәшәргә өйө, эш урындары, береһенән-береһе матур, ҡәҙерле күҙ нурҙары – ейән-ейән- сәрҙәре, “ҡәйнәм” тип өҙөлөп торған килендәре – алтмыш йәшен туйлаған юбилярға оло бүләк түгелме ни? Бала бағыу, уларҙы илгә терәк булырҙай итеп үҫтереү, туғандарыңдың, яҡындарыңдың рухына тап төшөрмәйенсә йәшәү фәҡәт ошондай ғына баһаға лайыҡ.
Әйткәндәй, әсәләренә малайҙары өр-яңы йорт та төҙөнө.  Егәрленең ҡулы етәү тигәндәй, балалары уның тәмле бәлештәрен һағынып ҡайта. Зәлифә апай туйҙарға, ауылда уҙған барлыҡ сараларға ла бәлештәр бешерә.
Тормош бит ул оло һынау,
Ҡаға-һуға – аямай.
Бөгөлһәң дә, турайырһың,
Тик һынырға ярамай.
Тормоштағы яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышына ҡарата яҙылған әсе хәҡиҡәт. Мәҡәлә геройына ла алдағы ғүмерендә һынауҙарға һынмай йәшәргә яҙһын. Күмәкләп төҙөгән бәхет утрауы һәр саҡ гөл-сәскәлә булһын, донъялары балалар тауышына күмелеп, улар тыныслыҡ хөкөм һөргән илдә үҫһендәр ине!
Ишбикә ЙӘҒӘФӘРОВА.

Читайте нас