-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
9 Август , 18:50

Республикабыҙҙан 900-ҙан ашыу турист Белоруссияла булды

Йыл башынан "Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм” төбәк программаһы сиктәрендә Башҡортостандың 900-ҙән ашыу оло йәштәге турисы Беларусь Республикаһына булды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Республикабыҙҙан 900-ҙан ашыу турист  Белоруссияла булды
Республикабыҙҙан 900-ҙан ашыу турист Белоруссияла булды

Социаль проект тәүге тапҡыр 2023 йылда тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән пенсия йәшендәге граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға һәм Белоруссияның туристик иҫтәлекле урындары менән танышыуға йүнәлтелгән. Был проект уларға социаль тормошҡа йәлеп ителергә һәм яңы тәьҫораттар, эмғай эмоциялар алырға мөмкинлек бирә.

Оло йәштәге туристар Минск, Жодино һәм Борисов ҡалаларына, Урта быуат замоктарына, Хатынь мемориаль комплекстарына һәм музейҙарға, Минск трактор заводына һәм БЕЛАЗ-ға бара. Проектты тормошҡа ашырыуҙа 4 төбәк туроператоры ҡатнаша, улар 8 көн/7 төнгә программалар әҙерләгән. Сәфәрҙәр туроператорҙарҙың бер кешегә 15 мең һум күләмендә туристик хеҙмәттәр алыуға сығымдарының бер өлөшөн ҡаплау шарттарында ойошторолған.

«Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм” Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы тарафынан эшләнгән программа  2021 йылдан тормошҡа ашырылған һәм Рәсәй президенты Владимир Путин ҡарары менән 2030 йылға тиклем оҙайтылған

«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектын үтәүгә булышлыҡ итә. 

Сығанаҡ: БР Туризм буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: