+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
1 Октябрь , 17:40

Милли проект оло быуынды яҡлай

Халыҡты һаҡлау Рәсәй Федерацияһы үҫешендә мөһим урын алып тора. Бында төп күрһәткес – 2030 йылға тиклем  уртаса ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә еткереү. Ошо маҡсатҡа ирешеү өсөн илдә “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проекты ҡабул ителде.

Милли проект оло быуынды яҡлай
Милли проект оло быуынды яҡлай

 Өлкән йәштә сәләмәтлекте һәм әүҙемлекте һаҡлау бик мөһим. Айырыуса остеопорозды, күреү, ишетеү функциялары, тән массаһы кәмеүен иҫкәртеүгә ҙур иғтибар бирергә, көнкүрештәге имгәнеүҙәрҙән һаҡларға тырышырға кәрәк. 1991 йылдан билдәләнгән Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө йәш быуынға ҡартлыҡҡа ярҙам, һөйөү, хәстәрлек мөһим булыуын иҫкәртә. Бер ни ҙә донъяла мәңгелек түгел, ваҡыт үтеү менән йәшлек – өлгөргәнлек, аҙаҡ ҡартлыҡ менән алмашына. Ә өлкән быуындың тормош тәжрибәһе йәмғиәт үҫешенә баһалап бөткөһөҙ мөһим өлөш ул.

Дата осраҡлы һайланмағандыр, ҡартлыҡ – алтын дәүер, көҙҙө лә алтын миҙгел тип атап йөрөтәбеҙ. Төп маҡсат – планетала йәшәүселәрҙең иғтибарын халыҡтың демографик ҡартайыу проблемаһына, шулай уҡ ололар осрашҡан ауырлыҡтарға йүнәлтеү.

“Өлкән быуын” федераль проекты оло йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген һәм именлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән сараларҙың комплекслы системаһын барлыҡҡа килтереүгә йүнәлтелгән. Программаның бер өлөшө – өлкәндәр өсөн медицина хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу. Уға вакцинация, иҫкәртеү тикшереүҙәре, диспансер күҙәтеүе, йығылыуҙарҙы һәм имгәнеүҙәрҙе иҫкәртеү кеүек саралар инә. Комплекслы медицина ярҙамы сәләмәтлекте һаҡлауҙан тыш, өлкәндәрҙең илдең иҡтисади үҫешенә лайыҡлы өлөш индереүенә булышасаҡ.

Программа медицина аспекттары менән генә сикләнмәй, уға әүҙем оҙайлы ғүмерҙе дәртләндереү, гериатрия хеҙмәттәрен һәм бүлексәләрен ойоштороу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау кеүек бурыстар ҙа инә.

Фото: ufa.mk.ru

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-09-28/b-hetle-mer-kisererg-ya-yn-3948449

Автор:
Читайте нас: