Байым мәҙәниәт усағында ойошторолған Ололар байрамына арналған тамашала “Күбәләк биҙәктәре” фольклор ансамбле, сәнғәт мәктәбенең “Тамсылар”, “Шатлыҡ” балалар бейеү ансамбле, Сәмиға Әхмәтова дәртле бейеүҙәре менән сығыш яһаны. Ғәйәр Вәлиев (мандолина), Ирес Илһамов (баян) башҡарыуында дәртле башҡорт көйҙәре теҙмәһенә залда ултырған тамашасылар бейергә лә төштөләр. Йыр-моңо менән Миләүшә Махийәнова йәшлеккә алып ҡайтты. Зилә Толонғужина уҡыусылары менән шиғри юлдар аша байрам кәйефе бүләк иттеләр.
Ҡотлау һүҙҙәрен Байым биләмәһе башлығы Даян Фәтхуллин, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлсинә Әғзәмова, ветерандар советы рәйесе Хәйҙәр Хөснуллин, Мәҙинә Ғәскәрова, Рәүиә Ғәлекә- йева еткерҙе.
Концерттан һуң байрам табынына саҡырып, уларҙы Физәлиә Мөхәмәтдинова әҙерләгән тәмле былау менән һыйланыҡ. Унан инде ололар менән төрлө уйындар ойошторолдо.
Ололар көнөнә байрам табыны әҙерләүҙә Байым урта мәктәбе, дауахана, ауыл хакимиәте коллективтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ветерандар ойошмаһы әүҙемлек күрһәтте.
Алтын көҙҙөң сыуаҡ көнөндә оло йәштәге инәй-апалар бер-береһен күреп, аралашып ҡайтыуҙары күңелдәрҙә йылы хистәр уятып, байрам кәйефе өҫтәне. Барыһына ла һаулыҡ, ғаилә именлеге, ил-йортобоҙға тыныслыҡ теләйбеҙ!
Зәмирә МӨХӘМӘТОВА.
Яйҡар ауылы.
***
Тупаҡ ауылының пенсия йәшендәгеләренә бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаштары – Таштимер ауыл Советы депутаты Салауат Хөснийәров менән Байрас Хафизов Ололар көнөнә бүләк яһаны. Ошо ике яугир ауылдаштарына матур байрам ойоштороу өсөн аҡса биргән. Был аҡсаға ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлсөм Хәйҙәрова етәкселегендә Әлиә Әҡсәнова, Мөслимә Истамбаева, Ләлә Сафиналар, клуб мөдире Ғәлиә Ғиләжева, китап- ханасы Миләүшә Боҫҡонова оло йәштәгеләргә бүләктәр һатып алғандар, байрам өҫтәле әҙерләгәндәр. Юнир Таһиров 75 йәште үткәндәргә байрам күстәнәстәре таратты.
Мәҙәниәт йортонда үткән сарала балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр (мөдире Айсилә Әҡсәнова) концерт номерҙары менән сығыш яһанылар. Оло йәштәгеләр Данияр Әбделғазин башҡарған ҡурайҙа, гармунда уйнаған көйҙәргә ҡушылып йырлашып-бейешеп тә алдылар.
Яуҙа йөрөгән егеттәребеҙгә изге ғә- мәлдәре өсөн рәхмәтле булып, уларҙың тыуған яҡҡа еңеү менән, имен-һау ҡайтыуҙарын теләп, доға ҡылып таралыштыҡ.
Гөлсөм ХӘЙҘӘРОВА.
Тупаҡ ауылы.
***
Рысҡужа клубында Ололар көнөнә арнап ойошторолған сараға килгән оло быуын кешеләрен байрам менән клуб мөдире Сәриә Ғәлина ҡотланы. Артабан 4-се класс уҡыусылары сығыш яһаны. Ҡотлауҙар йыр һәм бейеүҙәр менән аралашып барҙы. Юбилярҙарҙы тәбрикләп бүләктәр бирҙеләр. Бағыусы булып ауылдың эшләгән егеттәре аҡса биргән. Берәү ҙә бүләкһеҙ ҡалманы. Былтыр Әсәйҙәр көнөндә лә уларҙан бүләктәр алып ҡыуанғайныҡ, ололар исеменән изгелекле улдар үҫтергән әсәйҙәренә рәхмәт белдерәм, эштәре уң булһын егеттәребеҙҙең. Шулай уҡ байрам һайын самауыр ҡайнатып, өҫтәл әҙерләп ҡунаҡ иткән, ҡәҙер-хөрмәт күрһәткән килендәребеҙгә лә ҙур рәхмәт. Ауылыбыҙҙың имамы Илсен Яҡупов байрамға ҡорбан итенән бер ҡаҙан былау бешереп алып килде. Үҙебеҙ ҙә йырлашып, бейешеп, шиғырҙар һөйләп, хәтирәләр яңыртып ихлас аралашып ултырып таралыштыҡ, һуғыш бөтөүен теләп доғалар ҡылдыҡ.
Ҡатын-ҡыҙҙар советын, ағинәйҙәрҙе, йәштәрҙе берләштереп байрамды дәррәү ойоштороуға көс һалған клуб мөди- ребеҙгә эшендә уңыштар теләп ҡалам.
Латифа МОСТАФИНА.
Рысҡужа ауылы.
***
Рауил ауыл биләмәһенең биш ауылында ла Ололар көнөнә арналған саралар ойошҡан рәүештә үтте. Һәр ерҙә ололарҙы саҡырып, сәй табындары әҙерләнек. Бынан тыш, Ишҡол урта мәктәбе үҙенең ветерандарын айырым хөрмәтләне.
Матур ғүмер өлгөһө, тыуған ергә бағышланған фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн оло быуын кешеләрен ауыл биләмәһе башлығы Абдулхаҡ Солтанов һәм ветеран- дар советы рәйесе Әҙеһәм Йәрмөхәмәтов ҡотланы, бәхетле ҡартлыҡ, балалар ҡыуанысы, имен тормош теләне. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре концерт ҡуйҙы, дин әһелдәре әрүәхтарға аят бағышланы. Ололар үҙҙәре лә уйнап-көлөп ихлас ҡунаҡ булып ҡайтты.
Байрамды үткәреүҙә матди яҡтан ярҙам иткән район Советы депутаттары Азамат Мортазин һәм Таһир Сәйфуллинға, урындағы эшҡыуарҙарыбыҙ Илгиз Солтанов, Әнүзә Адылова һәм Фирдавис Нурисламовҡа рәхмәт белдерәм. Фирдавис Хәмзә улы үҙҙәре бешергән икмәкте ололарға күстәнәс итеп тә таратты.
Әҙеһәм ЙӘРМӨХӘМӘТОВ.
Ишҡол ауылы.