Сания һәм Рафаил Вәлиевтар барыһына ла өлгө булырлыҡ күркәм ғаилә. Рафаил Нурмөхәмәт улы Юлдаш ауылында тыуыпүҫкән. Мәктәпте т-мамлағас, Йылайыр совхоз-техникумына уҡырға инә һәм ветеринар-техник һөнәрен ала. Шунда уҡыған ваҡытта Ейәнсура һылыуы Санияға күҙе төшә. Йәштәр дуҫлашып китәләр. Егет оҙаҡҡа һуҙмай ҡыҙға яусы ебәреп, улар өйләнешә. Рафаилды әрмегә алалар. Йәш килен фермаға быҙау ҡараусы булып эшкә төшә. Ире армиянан ҡайтып, ул да фермала веттехник булып эш башлай. Татыу ғаиләлә бер-бер артлы өс бала тыуа, өләсәләре Рәзифә сабыйҙарҙы ихлас ҡараша, донъя көтөүҙә ярҙамлаша, аҡыллы кәңәштәрен бирә, ә йәштәр икеһе лә ең һыҙғанып колхоз эшенә егеләләр.
Рафаил Нурмөхәмәт улының ауыл хужалығындағы оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» дипломы һәм төрлө маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Сания инәй ВДНХ-ның көмөш һәм бронза миҙалдарына лайыҡ була, район Советына депутат итеп һайлана.
Ҡыҙғанысҡа, Вәлиевтарға яҙмыш һынауҙарын кисерергә тура килә: оло улдары Наил мәрхүм булып ҡала. Ҡыҙҙары Илүзә Т. Кусимов исемендәге гимназияла уҡыта, улдары Эмиль эске эштәр бүлегендә эшләй. Рафаил апа менән Сания инәй гөрләтеп донъя көтәләр: күпләп мал аҫырайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр, баҡса үҫтерәләр. Балалары, ейәндәре йыш ҡайтып ярҙам итәләр. Улар бөтә ғаиләһе менән йыр-моңға ғашиҡтар, дәртлеләр. Сания инәй «Гөлғәйшә» фольклор ан-самбленең әүҙем ағзаһы, кисә-концерттарҙы моңло йырҙары менән биҙәй, Рафаил апа ла матур йырлай һәм гармунда уйнай.
Зөлҡәғиҙә һәм Раил Сәйет-ғәлиндар ауылдың иманлы һәм булдыҡлы ғаиләһе. Раил Ҡаһарман улы Юлдаш ауылында тыуған. Ҙур ғаиләлә үҫкән малай бәләкәйҙән эшкә сос була, 6-сы кластан һуң фермала хеҙмәт юлын башлай. Армияға алынып, хәрби бурысын лайыҡлы үтәгәс, ҡабаттан фермаға эшкә килә. Ул һимертеүгә ҡуйылған баш-маҡтарҙы ҡарай һәм юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Йәй малдар менән йәйләүгә күсенәләр. Егет Әбделғәзенән килгән йәш кенә һауынсы ҡыҙға ғашиҡ була. Ләкин танышырға баҙнат итмәй оҙаҡ йөрөй, быны һиҙеп ҡалған апайы Ғилминур йәштәрҙе таныштыра. Шул йылдың көҙөндә үк өйләнешеп, Раил Зөлҡәғиҙә исемле кәләшен оҙатып алып ҡайта. Йәш ғаилә ҡәйнә-ҡайны менән бергәләп татыу донъя көтә. Бер-бер артлы дүрт ҡыҙҙары тыуа. Раил апа фермала башмаҡ ҡарай, ул һимерткән үгеҙҙәр 450-500 килограмға етә. Намыҫлы хеҙ-мәте «Иң яҡшы малсы» дипломы, бихисап маҡтау ҡа-ғыҙҙары менән юғары баһа-ланған. Зөлҡәғиҙә инәй оҙаҡ йылдар һыйыр һауғандан һуң магазинға һатыусы булып эшкә күсә. Тырыш хеҙмәте маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр менән билдәләнгән.
Ҡотло нигеҙҙә тормош көт-кән Сәйетғәлиндар дин юлында, ғаилә башлығы ауылдың имам-хатибы. Икеһе лә эшһөйәр, мал, ҡош-ҡорт аҫырайҙар, баҡса үҫтерәләр.
Зөлҡәғиҙә инәй «Гөлғәйшә» фольклор ансамбле ағзаһы. Ҡыҙҙары Баян Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Әсмә район мәғариф бүлегендә методист, Мәйсәрә үҙ эшен асҡан. Ҡыҙҙары Зөбәржәт ата-әсәһе эргәһендә. Һәр яҡтан өлгөлө ололар балаларының уңыштарына һөйөнөп, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡәҙерле өләсәй һәм олатай булып бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Сәйҙә һәм Урал Ғәлиндар ауылдың һоҡланғыс пары. Урал Муллайән улы Юлдаш ауылында тыуып-үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, фермала эш башлай. Ике йыл әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, һөт ташыу машинаһында шофер булып эшләй. Юлдаш ҡыҙы Сәйҙә клуб мөдире була, унан фермала һыйыр һауа. Шәп, сибәр ҡыҙҙы оҡшатҡан Урал тимерҙе ҡыҙыуында һуға һәм тиҙҙән йәштәр өйләнешәләр. Ире йәй комбайнда ҡара төнгә тиклем, көҙ тракторҙа ер һөрөп төнгө сменала ла алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте менән мул уңыш алыуға ҙур өлөш индерә. Урал Муллайән улы Почет ордены менән наг-радлана, һөнәре буйынса иң яҡшыһы тип таныла, биш йыллыҡтар еңеүсеһе була, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Уны ауылдаштары депутат итеп һайлай, староста дилбегәһен дә ышанып тапшыралар.
Сәйҙә инәй һауынсы эшенән балалар баҡсаһына тәрбиәсе ярҙамсыһы булып күсә һәм 20 йылдан ашыу эшләп хаҡлы ялға сыға. Хеҙмәт ветераны. Ғәлиндар бик матур донъя көтәләр, ул-ҡыҙҙары башлы-күҙле булып, балалар үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло улдары Илшат мәрхүм булған. Игеҙәктәр — Рәмил Магнитогорск ҡалаһында комбинатта, Рәмилә ҡарттар йортонда, Рәмзиә Асҡарҙа балалар баҡсаһында, Зәбир ММК-ла эшләй. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре күмәкләп йыйылып ҡайтһа, ҙур йорт бал күселәй гөжләп тора. Сәйҙә инәй «Гөлғәйшә» фольклор төркөмө ағзаһы, ҡул эштәре оҫтаһы. Урал апаның гармунсы булараҡ даны сыҡҡан.
Мәҙинә һәм Мәүлит Сәйет-ғәлиндар тырыш һәм татыу ғаилә. Мәүлит Ҡәҫтәрән улы Юлдаш ауылында тыуып-үҫкән. 9 йәшендә атайһыҙ ҡалған. Ул бәләкәйҙән эшкә сос, тилбер булған. 8-се кластан һуң Таштимер училищеһында ме-ханизатор һөнәрен ала. Әрмелә хеҙмәт иткәндә төҙөүсе һө-нәренә лә эйә була. Армиянан ҡайтҡас, «Заветы Ильича» колхозында хеҙмәт юлын башлай. Юлдаш менән Ҡушый ауылдары араһы биш саҡ-рымдан саҡ ҡына артығыраҡ, шуға юлдаштар элек Мәғниткә баҙарға Ҡушый аша барғандар. Уларҙың Ҡушыйҙа белештәре күп булған.
Мәүлиттең Сәғилә апайы һатыуға әүәҫ, йыш баҙарға йөрөгән һәм таныштарының Мәҙинә исемле ҡыҙын оҡшатып, үҙҙәренә килен итеп алыу теләге менән йәштәрҙе осраштыра. Әлбиттә, һылыу ҡыҙ тәү күреүҙән егеттең күңелен яулай һәм улар бер аҙ осрашып йөрөгәндән һуң егет ҡыҙға яусы ебәрә. Бына шулай 1974 йылдың 30 ок-тябрендә Юлдаш ауылында тағы ла бер йәш ғаилә барлыҡҡа килә.
Мәүлит апа кинйә ул була-раҡ кәләшен атай йортона алып ҡайта. «Ҡәйнәм бик һәйбәт булды, татыу йәшәнек», тип хәтерләй Мәҙинә инәй. Биш йыл ҡәйнәһе менән бергә ғүмер итәләр, шунан үҙҙәренә яңы йорт һалып, айырым күсәләр.
Мәүлит Ҡәҫтәрән улы кол-хозда алдынғы механизатор була. Бигерәк тә уның кукуруз үҫтереү буйынса эше юғары баһалана.
Яҡшы күрһәткестәргә өл-гәшкән өсөн иң тәүҙә «Восход», һуңыраҡ «Иж-Юпитер» мото-циклдары менән бүләкләнә. Һөнәре буйынса иң яҡшыһы дипломына лайыҡ, социалистик ярыштар еңеүсеһе булараҡ Ҡара диңгеҙ курорттарында ял итеп ҡайта. 42 йыл хеҙмәт стажы менән «Хеҙмәт ветераны» миҙалын алып пенсияға сыға.
Мәҙинә инәй йәш сағында һауынсы булған, шунан оҙаҡ йылдар Юлдаш фермаһында фуражир булып эшләй. Уның да маҡтау ҡағыҙҙары бихисап, хеҙмәт ветераны. Балалары — Зөлфиә шифаханала, Фәнил ММК-ла эшләй, Әлфиә һатыусы. Барыһы ла ғаиләле, үҙҙәре балалар үҫтерәләр. Сәйет-ғәлиндар ауылдың күрке булып, барыһын да һоҡландырып матур ғүмер кисерә.
Юлдаш ауылының ғорур-лығы булған алтын парҙар ғаилә ныҡлығын, берҙәмлеген һаҡлап, 50 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. Туй көндәренән ярты быуат ваҡыт уҙһа ла, һаман төҫ ташламаған, өйләнешкән ва-ҡыттағы һымаҡ бер-береһенә ҡәҙерләп, йылмайып баҡҡан парҙарға һоҡланырлыҡ.
— Бәхет һеҙҙең өсөн нимә? — тигән һорауға улар: «Олоғайған көндә бергә йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Балаларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең уңыш-тарын күреү ҙә оло бәхет. Үткән ғүмеребеҙгә һис үкенмәйбеҙ. Эшләнек тә, гөрләтеп донъяһын да көттөк. Булғанына шөкөр итеп, бер-беребеҙҙе аңлап йәшәнек. Иң мөһиме – һаулыҡ булһын, донъялар тынысланып китһен» тип барыһы ла берҙәй яуап ҡайтарҙы.
Матур парҙарға артабан да бәхетле тормош, тыныс ҡартлыҡ, балалар игелеге теләйбеҙ.
Динара САФИУЛЛИНА.