С. И. Фәйзуллин Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға ауаз һала. Беренсе Этҡол мәктәбендә һигеҙенсе класты тамамлаған Самат Фәйзуллин Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Нәҡ ошо осорҙа уның журналист эшмәкәрлеге башлана тип әйтергә мөмкин, район, республика баҫмаларында мәҡәләләре донъя күрә, ижад емештәре булған шиғырҙары баҫыла. Ҡулына уҡытыусы дипломы алған йәш белгес хеҙмәт юлын Баймаҡ районының Ғүмәр мәктәбендә башлай, Һаҡмар һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыта. Баймаҡ районының «Октябрь байрағы» гәзите хеҙмәткәрҙәре араһында әүҙем хәбәрсе булараҡ танылған. Самат Исҡужа улын 1971 йылдың мартында редакцияға тәржемәсе итеп эшкә саҡыралар. Әммә редакцияла оҙаҡ эшләргә тура килмәй, юғары белем алыу теләге уны Башҡорт дәүләт университетына алып килә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеты студенты булған егет уҡыу йортонда факультеттың «Шоңҡар» әҙәби берекмәһенең мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Унда мөхәррирҙең айлыҡ «Университет хәбәрҙәре» колонкаһын алып бара. Әүҙем ижади эшмәкәрлеге менән берләштерелеп алып барған уҡыу йылдары һиҙелмәй ҙә уҙып китә.
Ҡулына юғары белем тураһында диплом алғас, Самат Исҡужа улы СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының аспирантураһында уҡыуын дауам итә, шунда уҡ ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1982 йылдың майында ғаиләһе менән Асҡарға күсенә һәм «Осҡон» – «Искра» район гәзите редакцияһының тәржемә бүлеге мөдире булып эшкә урынлаша. Төрлө йылдарҙа совет төҙөлөшө, урындағы радиотапшырыуҙар бүлектәрен етәкләй, мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡара. 1994 йылда ике тиҫтә йыл район гәзиттәрен мөхәррирләгән Мырҙахан Разай улы Шәмсетдинов хаҡлы ялға сыҡҡас, Самат Фәйзуллин «Осҡон» – «Искра» гәзитенең редакторы итеп тәғәйенләнә. Яңы мөхәррир гәзиттәрҙең сифатын яҡшыртыуға, тиражын арттырыуға күп көс һала, уға яңы һулыш өрә. Районкаларҙы уҡымлы итеүҙә ауыл хәбәрселәре менән бәйләнеш булдырыуҙа төрлө алым эҙләй. Тәжрибәле етәксе күп журналистар әҙерләне, уларға остаз булды. 1994 йылда район гәзиттәре редакцияһына ошоға тиклем үҙаллы предприятие булған типографияны ла ҡушып, «Искра» редакция-нәшриәт комплексы дәүләт унитар предприятиеһы итеп үҙгәртелгәс, яңы барлыҡҡа килгән учреждениеға директор итеп ҡуйылды. Нәҡ Самат Исҡужа улы етәкселек иткән осорҙа район гәзиттәре офсет ысулы менән баҫыла башланы. Ошоға тиклем тәржемә менән сыҡҡан башҡорт һәм рус телдәрендәге баҫмалар «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәре булараҡ үҙаллы статус алды. Район типографияһында урындағы авторҙарҙың китаптарын һәм төрлө тематик брошюралар сығарыу яйға һалынды. Район баҫмалары бинаһын төҙөкләндереүгә лә күп тырышлыҡ һалды Самат Исҡужа улы предприятие директоры булараҡ. Мәҫәлән, редакция биләмәһе ағас ҡоймалары урынына тимер рәшәткәләр менән уратып алынды. Ике автомобиль һыйҙырышлы автогараж төҙөлдө. Бинаның тәҙрәләре заманса пластик тәҙрәләргә алмаштырылды, ишектәр яңыртылды, бүлмәләргә ремонт яһалды. С. И. Фәйзуллин етәкселегендә эшләгән «Осҡон» – «Искра» редакцияһы коллективының ижади эшмәкәрлеге лә шул осорҙа юғары баһаланды. Мәҫәлән, 2005 йылда Мәскәүҙә үткән «Агро-СМИ – 2005» өлкә, район мәғлүмәт сараларының Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашҡан өсөн редакция коллективы Рәсәй аграр хәрәкәтенең дипломына лайыҡ булды. Рәсәй полиграфистары һәм нәшриәтселәренең Өфөлә дүрт йылға бер тапҡыр ойошторолған «Тамға» төбәк-ара форумда ҡатнашып, «Осҡон» – «Искра» гәзиттәре, һуңынан үҙгәртелгән «Искра» редакциянәшриәт комплексы XI, XII һәм XIII төбәк-ара махсус күргәҙмәнең дипломдарына лайыҡ булды. XI форумда экспозиция һәм презентация йомғаҡтары буйынса өҫтәмә рәүештә махсус приз менән бүләкләнһә, XII форум йомғаҡтары буйынса «Иң әүҙем стенд» номинацияһында билдәләнде.
«Осҡон» гәзите 2009 йылда Башҡортостан Республикаһында Ғаиләне социаль яҡлау йылын иң яҡшы яҡтыртыуға арналған республика ижади бәйгеһендә беренсе урын яуланы. Спорт, мәҙәни өлкәләрҙә, шулай уҡ биләмәне төҙөкләндереү буйынса зона, район кимәлендә ойошторолған сараларҙа ла еңеүҙәр бихисап, улар хаҡында редакция коллективына тапшырылған дипломдар, рәхмәт хаттары һөйләй. Редакция хеҙмәткәрҙәренә һәйбәт эш шарттарын булдырыу менән бергә уларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында ике хеҙмәткәргә ер участкаһы менән бергә бура, буласаҡ йорттарҙың башын ябыуға тимер ҙә бирелде. Урындарҙағы хәбәрселәр менән даими бәйләнеш булды: йыл һайын совет матбуғаты көнө һаналған 5 майҙа улар менән осрашыуҙар уҙғарылып, үткән осорға йомғаҡтар яһалып, хәбәрселәргә бурыстар ҡуйылып, иң әүҙемдәр билдәләнде.
Күрше Баймаҡ, Силәбе өлкәһенең Нуғәйбәк, Ҡыҙыл райондары журналистары менән эшлекле осрашыуҙар ойошторолдо. С. И. Фәйзуллин коллектив алдына ҡуйылған бурыстарҙы даими үтәгән алдынғы редакция етәксеһе булараҡ, 2006 йылда Мәскәүҙә үткән Рәсәй матбуғат байрамында ҡатнашты. 2008 – 2013 йылдарҙа БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты ярҙамсыһы булды. 2015 йылда Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының V съезында райондан делегат булараҡ ҡатнашты. Самат Исҡужа улы күп йылдар район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетының әүҙем ағзаһы булды. Ижади күңелле С. И. Фәйзуллин районда үткән әҙәби сараларҙа, «Йәйғор» әҙәби берекмәһе эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. Әйткәндәй, «Әбйәлил вальсы» йырына һүҙҙәрҙе һәм музыканы ла Самат Исҡужа улы яҙған. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн С. И. Фәйзуллин 2000 йылда Башҡортостан Республикаһының иң юғары наградаһы — Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Шулай уҡ РФ һәм БР журналистар берлеге, БР Матбуғат министрлығының, республиканың һәм райондың төрлө ойошмалары һәм учреждениеларының Почет грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ. Халыҡ иҫәбен алыуҙа (2002) һәм Ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа (2006) әүҙем ҡатнашҡаны өсөн билдәләр, «Башҡортостандың 100 йыллығы» уңайынан булдырылған миҙал менән наградланды.
Әлеге ваҡытта С. И. Фәйзуллин 2012 йылдан сыҡҡан һәм Башҡортостандың Урал аръяғы райондарында һәм ҡалаларында таратылған «Йондоҙ» реклама-мәғлүмәт гәзитенең штаттан тыш мөхәррире. Бөгөн Самат Фәйзуллин райондың тамъян ырыуына ҡараған ауылдары тарихына, билдәле тамъяндар тураһында китапты баҫмаға әҙерләү менән мәшғүл. Әүҙем йәмәғәт эштәре менән бер рәттән дин юлында булған Самат Исҡужа улы Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәлә белем алырға ла өлгөрә. С. Фәйзуллин өлгөлө ғаилә башлығы. Асҡар ҡыҙы Нажиә Нияҙғолова менән күркәм ғаилә ҡороп, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙылар, өс ейәнгә һәм ике ейәнсәргә яратҡан олатай-өләсәй ҙә улар. Ҡатыны Нажиә Әнүәр ҡыҙы оҙаҡ йылдар район үҙәк дауаханаһында терапевт булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Юбилейығыҙ ҡотло булһын, Самат Исҡужа улы. Халыҡ мәнфәғәтендәге эштәрегеҙҙе артабан да арыуталыу белмәй дауам итергә яҙһын!