Бинаның дөйөм майҙаны – 3 мең квадрат метрҙан ашыу. Төҙөлөштөң дөйөм суммаһы 200 миллион һумдан ашыу.
Беренсе ҡатта эстрада менән тамаша залы, күргәҙмә зонаһы менән фойе, хеҙмәткәрҙәр бүлмәһе, балалар өсөн уйын бүлмәһе, етәкселек кабинеты, китапханалар (ололар һәм балалар бүлеге), компьютер студияһы, костюмдар бүлмәһе урынлашҡан. Икенсе ҡатта иһә тренажер залы, кейем алмаштырыу бүлмәләре, балалар сәнғәт мәктәбе. Әлбиттә, был урғаҙылар өсөн оло бүләк.Бында балалар өсөн бөтә шарттар булдырылған, улар түңәрәктәргә ҙур теләк менән йөрөй, өлкәндәр ҙә шөғөлләнергә килә икән.
Халыҡ өсөн уңайлы ял итеү объекттары асылыуы “Мәҙәниәт” милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерә.
ФОТО: arhvest.ru