«Республиканан 2 мең һумды 108 меңгә яҡын ветеран алырға тейеш. Ветерандарҙың айырым категорияларына Еңеү көнө айҡанлы аҡса федераль бюджеттан түләнә. Был Икенсе донъя һуғышы осоронда фашистар һәм уларҙың союздаштары ойошторған элекке концлагерь, гетто тотҡондарына, Финляндияға ҡаршы һуғыш, Бөйөк Ватан һуғышы, Японияға ҡаршы һуғыш осоронда һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындарына, вафат булған Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарына һ. б. ҡағыла. Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге аҡсаны 9 майға тиклем тарата, бер ниндәй ҙә ғариза яҙырға кәрәкмәй», — тине Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Мәғлүмәт Башинформдан алынды.