Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
9 Июнь 2025, 11:25

Аҡыллы һәм тәжрибәле тормош юлы

90 йыллыҡ тормош – ул ябай һан ғына түгел, шатлыҡтар һәм ҡайғылар, еңеүҙәр һәм һынауҙар менән тулы бер быуатҡа яҡын тарих. Үҙ ғүмерендә күп ваҡиғалар кисергән Салауат Әхмәҙей улы ауылдаштарын, райондаштарын үҙенең тормош өлгөһө менән рухландырыуын дауам итә. Мыҡты кәүҙәһенә, осҡон сәсеп торған күҙҙәренә һәм балҡып торған йөҙөнә ҡарап уның туғыҙ тиҫтә йылды артта ҡалдырыуына ышаныуы ла ҡыйын.

АҠЫЛЛЫ ҺӘМ ТӘЖРИБӘЛЕ ТОРМОШ ЮЛЫ
АҠЫЛЛЫ ҺӘМ ТӘЖРИБӘЛЕ ТОРМОШ ЮЛЫ

Салауат Әхмәҙей улы 1935 йылдың 12 апрелендә Ташбулат ауылында ғаиләлә етенсе бала булып донъяға килгән. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, уға ни бары алты йәш була. 1942 йылдың 1 сентябрендә Ташбулат һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә уҡырға бара. Һуғыш шарттары бәләкәй малайҙа сыҙамлылыҡ һәм ҡыйыулыҡ тәрбиәләй, был уның тормошонда мөһим сифаттарға әүерелә.

Тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, егет ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыуҙан ҡурҡмай. Ул Асҡар урта мәктәбендә белем алыуын дауам итә. 1955 йылда Салауатты Совет Армияһы сафына саҡыралар һәм ул үҙ бурысын намыҫ менән үтәп, 1958 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Хәрби хеҙмәттән һуң, ауыл хужалығы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм артабан колхозда эш башлай. Шулай ҙа бер аҙҙан Салауат Әхмәҙей улын мәктәпкә эшкә күсерәләр. 1961 йылда Ташбулат мәктәбенә йәш уҡытыусы Ғәлиә Нурғәли ҡыҙы килә. Комсомол ойошмаһы йәштәр эше һәм ялы өсөн яуаплы булған был осорҙа район комсомол ойошмаһы концерт әҙерләй. Ошо мәҙәни сараны ойошторған ваҡытта ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт уттары ҡабына. 1962 йылда ап-аҡ ҡар бурандары уйнатып, күк аттарҙа елдереп, гөрләтеп туй үткәрәләр.

Салауат Әхмәҙей улы Белоретта уҡытыусылар әҙерләү курстарын тамамлағандан һуң, Ташбулат мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башлай. 1966 йылда Йәнгел мәктәбендә башҡорткластары асыла, унда квалификациялы белгестәр кәрәк була, йәш ғаиләне ошо мәктәпкә уҡытырға ебәрәләр. Салауат Нурғәлин әлеге ҡаҙаныштары менән генә туҡтап ҡалмай, ситтән тороп Өфө педагогия институтында тарих уҡытыусыһы һөнәре буйынса диплом ала.

Салауат Әхмәҙей улының оҙайлы йылдар дауамындағы педагогик хеҙмәте күп һанлы грамоталар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнгән. Ул үҙенең уҡыусылары өсөн остаз ғына түгел, ә һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған ысын дуҫ та була. Ауылдаштары алдында абруйлы педагогик хеҙмәт ветераны үҙенең кәңәштәре, тормош тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша, йыш аралаша, мәсеткә йөрөй. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Салауат Әхмәҙей улы ун йыл фермер хужалығы менән етәкселек итә, шуның менән тыуған яҡтың үҫешенә үҙ өлөшөн индерә. Нурғәлиндар өс улға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына сығарғандар, бөгөн балалары ғына түгел, ейәндәре һәм бүләләре өсөн йәшәү сығанағы булып, уларҙың хәстәрлегендә тыныс ҡартлыҡ кисерәләр. Өлкән улдары Рафаил ата-әсәһенә ҡартлыҡ көндәрендә терәк-таяныс булып бергә йәшәй. Уртансы улдары Рәүф Өфөлә хирургия өлкәһендә 33 йылдан ашыу эшләгән юғары категориялы билдәле шәхес, медицина фәндәре кандидаты, паллиатив медицина ярҙамы бүлеге мөдире, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кинйә улдары Рөстәм бик иртә баҡыйлыҡҡа күскән. Хәҙер Салауат ағай менән Ғәлиә апай ике ейәнгә, ике ейәнсәргә, бер бүләгә һәм бүләсәргә яратҡан өләсәй-олатай. Салауат Әхмәҙей улының тормошо — ул бер кешенең генә тарихы түгел, ул һуғыш, юғалтыуҙар, ауырлыҡтар, ҡайғылар һәм шатлыҡтар кисергән, шул уҡ ваҡытта киләсәккә ышанысын һаҡлап ҡалған тотош быуындың тарихы. Йәшлек сатҡыларын юғалтмаған, көләс йөҙлө, изгелекле, игелекле, эргә тирәһендәгеләрҙе илһамландырған Нурғәлиндар ғаиләһе — мөхәббәт, тоғролоҡ һәм ихтирам өлгөһө ул.

Ғүмер юлын матур үткән Салауат Әхмәҙей улын олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, көс-дәрт, тормош иптәше – педагогик хеҙмәт ветераны Ғәлиә Нурғәле ҡыҙы менән иңгә-иң терәшеп, оҙон, бәрәкәтле, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Күңелегеҙ менән һәр саҡ шулай йәш булып ҡалығыҙ, хөрмәтле аҡһаҡал!

Автор: Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас