Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
8 Декабрь 2025, 14:42

Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге

Ишбулды ауылы әллә ни ҙур булмаһа ла, район күләмендә айырым урын биләй. Ауылыбыҙҙың йәшәйешен биҙәгән өлгөлө ғаиләләр менән ғорурлана алабыҙ. Әлеге яҙма ана шундай ғаиләләрҙең береһе тураһында булыр.

«Ҡатын бәхете ирҙән, ирҙән булмаһа ерҙән» тигән мәҡәл бар башҡорт халҡында. Яҙмамдың геройы Ишбулды ауылында йәшәүсе дүрт бала әсәһе Мәғәфүрә Ҡаһарманова үҙенең бәхетле ҡатын икәнен йәшермәй. Хәстәрлекле тормош иптәше Зөлфәр Ҡаһарманов, һөйөклө балалары һәм яратҡан ейән-ейәнсәрҙәре, ҡәҙерле бер туған ҡусты-һеңлеләре, тоғро дуҫ-иштәре, татыу күрше күләндәре менән бәхетле ғүмер кисерә ул. Бер ҡараһаң, яҙғы ташҡын мәлендәге гөрләүектәрҙәй ярһыу, бер ҡараһаң, әкрен аҡҡан тәрән йылғалай тыныс, баҫалҡы, әммә ауылда үҙенең бәҫен белеп кенә абруй менән ғүмер кисергән ҡатындарҙың береһе ул Мәғәфүрә Мөҙәрис ҡыҙы. 
Ҡыҙҙың ата-әсәһе Мөҙәрис һәм Мәҙинә Шәмситдиновтар Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районы Горный ауылында йәшәгәндән һуң, 1954 йылда Хәлил ауыл Советына ҡараған Лазарға күсенәләр. 1952 йылғы Ғәббәс һәм 1953 йылғы Азаматҡа иш булып 1955 йылдың 10 авгусында ҡарындаштары Мәғәфүрә донъяға ауаз һала. 
Эшһөйәр, уңған ирле-ҡатынлы Шәмситдиновтар Ишбулды ауылында  йорт һалып сығалар. Ишле ғаиләлә ун бер бала буй еткерә. Мәҙинә апай Хөкүмәт тарафынан «Герой-әсә» тигән юғары исемгә лайыҡ була. Бындай ғаиләләрҙә,  ғәҙәттә, бәләкәстәрҙе ҡарау өлкәнерәктәрҙең иңенә төшә. Мәғәфүрә лә һеңлеләре Әминә, Әниә, Мәрхәбә һәм Гөлфиәне, ҡустылары Самат, Мөнир, Алмас һәм Таңатарҙы тәрбиәләүҙә әсәһенә төп ярҙамсы була.
Атаһы Мөҙәрис Мөхәмәт улы Киров исемендәге колхоздың Ишбулды бригадаһында төрлө вазифаларҙа эшләй, һигеҙ йыл Ахай фермаһында мөдир, хаҡлы ялға китер алдынан ат ҡараусы вазифаһын башҡара. Тыныс холоҡло, колхоз эшенә шул тиклем яуаплы ҡараған, ололарға ихтирамлы, кеселәргә кеселекле булған Мөҙәрис  Шәмситдиновты ауыл халҡы ана шул һыҙаттары өсөн хөрмәт итә лә инде. Хәләл ефете Мәҙинә апай характеры  менән иренең ҡапма-ҡаршыһы: тура һүҙле, ярһыу, шул уҡ ваҡытта шаян да, балаҡайҙарының һау-сәләмәт булыуы һәм уларға рухи тәрбиә биреүгә бар көсөн һалған ябай ауыл ҡатыны. Шәхси хужалыҡ эштәре, шул иҫәптән мал ҡарау ҙа уның иңендә була. Ул саҡтағы бөтә колхозсы ҡатын-ҡыҙҙар кеүек бесәнен дә саба, сөгөлдөрөн дә утай, ырҙын табағында ла эшләй, колхоз өмәләренән дә ҡалмай Мәҙинә Кинйәғол ҡыҙы. Уңған хужабикәнең олоғайғас та ҡыш көндәре аласыҡтағы мейесенә ут яғып, 4-5 сөсө икмәк, һуңынан ҡабартып ҡомалаҡ икмәктәрен бешереп алыуын ауылда әле булһа хәтерләп һөйләйҙәр. Ә инде ҡабатланмаҫ моңло тауышы менән үҙәкте өтөрлөк итеп йырлап ебәреүҙәрен оноторлоҡ түгел. Әсәләренә оҡшаптыр инде, бөтә балалары ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә сәнғәткә ғашиҡтар, матур йырлайҙар. Ғөмүмән, ауыл халҡы Мөҙәрис һәм Мәҙинә Шәмситдиновтар тураһында уларҙың береһе ут булһа, икенсеһе һыу булып һоҡланғыс ғүмер кисерҙеләр, тип хәтерләйҙәр.
Ошо ғаиләлә тыуып үҫкән Мәғәфүрә Ишбулдыла башланғыс белем алғандан һуң, Хәлилдә уҡый. Һигеҙенсене тамамлау менән ауылдағы һөтсөлөк фермаһына эшкә килә. Һәр эште тырышып, урын еренә еткергән ҡыҙ тиҙ арала алдынғылыҡҡа сыға. Намыҫлы хеҙмәте бихисап маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнгән Мәғәфүрә Мөҙәрис ҡыҙы колхоздың һабантуйында флаг күтәреү хоҡуғына ла эйә була.
Эшһөйәр ҡыҙ фермала эшләп йөрөгән мәлендә Ҡалмаҡ ауылының егәрле егете, Киров исемендәге колхоздың шоферы Зөлфәр Ҡаһарманов менән таныша. Күп тә тормай йәштәр гөрләтеп туй яһай һәм эш өҫтө булған Ишбулдыла төпләнергә булалар.
Зөлфәр Хөсәйен ауылында йәшәгән Нурғәле һәм Бибинур Ҡаһармановтар ғаиләһендә икенсе бала була. Беренсе класты Хөсәйен мәктәбендә Сара Манаф ҡыҙында уҡый. Икенсе класҡа Ҡалмаҡ мәктәбенә бара. Быға Нурғәле ағайҙың һуғыш яралары һөҙөмтәһендә ваҡытһыҙ мәрхүм булыуы сәбәп була. Ире вафат булған ҡыҙын атаһы өс балаһы менән күсереп алып ҡайта.
Әбделмәмбәт һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлаған Зөлфәр  бер йыл фермала башмаҡ ҡарай һәм унан һуң Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһында алты ай дауамында уҡып, водитель һөнәрен үҙләштерә. Шулай итеп, өс йыл колхозда шофер булып эшләгәндән һуң, ғаилә хәле буйынса Ишбулды һөтсөлөк фермаһына малсы булып күсә Зөлфәр Нурғәле улы. Ишбулдыла өр-яңы мәктәп төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылғас, ҡаҙанлыҡ операторы булып күсә ул һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй. 
Намыҫлы эшләйҙәр, ял йорттарына-шифаханаларға йөрөп һаулыҡтарын да нығыталар Ҡаһармановтар. Ҡырым, Новосибирск һәм республика курорттарында булалар. Йәшерәк саҡтарында сәнғәткә ғашиҡ был пар төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаштылар. Байрам концерттарында ретро йырҙарҙы бергәләп башҡарып, тамашасыларҙы әсир итәләр ине.
Хаҡлы ялда ла ҡул ҡаушырып ултырмай ирле-ҡатынлы. Ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырайҙар,  баҡсалары мул уңышы менән ҡыуандара. Донъяны Мәғәфүрә сынъяһау итеп тотһа, Зөлфәр йәй көнө әҙерләп ҡуйған ағас-таштан ҡыш буйынса көрәк, һәнәк, балта һаптары яһай, көйәнтә һәм дуғалар бөгә, ат саналары эшләй. Был тәңгәлдә заказдар килеп кенә тора. Бал ҡорто кеүек көнө буйы эшләүҙән йәм табып йәшәйҙәр улар. Сөнки күңел һалып башҡарған эштәренең юғары һөҙөмтәләрен күреп йыуаналар. Дин юлына баҫҡан йорт хужаһы урындағы мәсеткә йомаларға йөрөй. 
Ҡаһармановтар дүрт балаға ғүмер биргәндәр, уларҙың һәр ҡайһыһы ғаилә ҡорған, балалары буй еткерә. Өлкән ҡыҙҙары Айгөл Белорет районы Межгорье ҡалаһында магазин директоры, кейәүе Ғәле менән ике улға ғүмер биргәндәр. Магнитогорск ҡалаһында төпләнгән Луиза ире Дим менән ике малай тәрбиәләйҙәр. Улдары Илнур Әбделмәмбәт ауылында йәшәй. Урта мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән кәләше Дилбәр менән ике малай, бер ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Илнур Силәбе өлкәһендә эшләй. Илдус Магнитогорскиҙағы ойошмаларҙың береһендә автокрансы. Кәләше Рәмилә менән бер улға, бер ҡыҙға атай-әсәй улар. 
Шулай итеп, ете ейән һәм ике ейәнсәр өсөн  ҙур яуаплылыҡ тойоп йәшәйҙәр бәхетле олатай менән өләсәй.
Хоҙай Тәғәлә Мәғәфүрәгә иң яҡшы ир-уҙаман, Зөлфәргә булдыҡлы, аҡыллы ҡатын-ҡыҙ осратып, уларға бәхет ишеген асҡандыр. 
Ошо көндәрҙә был бәхетле парҙың бергә ғүмер кисереүҙәренә 50 йыл тула. Минең иң изге теләгем шул: Ҡаһармановтарҙың тормош ҡуласаһы яҡындары менән бергә һәүетемсә генә, иң мөһиме, ауылыбыҙ халҡына өлгө булып оҙон-оҙаҡ тәгәрәһен дә тәгәрәһен ине. Шулай ғына була күрһен.

Айһылыу ТИМЕРБАЕВА.
Ишбулды ауылы.

Читайте нас