Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
9 Февраль , 15:26

Ҡыҙыл буйынан төшкән килен

Зәйнетдин ағай әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтты. Күп тә үтмәй, ағай ялан яғынан кәләш алған тигән хәбәр таралды. Әхмәт ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, туғыҙ бала үҫтергән Нурғәле Фазуллин һәм Нәзирә инәй ғаиләһенә алыҫтан, Ҡыҙыл йылғаһы буйынан, еңгәй алып ҡайтҡандар.

Әсәйем: «Шул тиклем һәйбәт Әсмә килен» — тип маҡтағас, ҡасан ғына күрербеҙ икән, тип тыпырсынабыҙ. 
Ағай кеше шул осорҙа фермала бригадир булып эш башланы. Уларҙы өй беренсә ҡунаҡҡа саҡыралар. Атайым менән әсәйемә лә сират етте. Беҙ, һигеҙ бала, төрлө ерҙән йәшенеп, уларҙы күҙәтәбеҙ. Гелән йәш-елкенсәк. Ҡурай, гармун  тартып бейетәләр. Ағайыбыҙ тысҡылдата баҫып, һикереп-төшөп бейей. Еңгәбеҙ ниңә бейергә төшмәй? 
Нәҙек оҙон буйлы, йомро битле, ҡуңғырт күҙле, йөҙөнән йылмайыу китмәгән еңгә, ысынлап та, һәйбәт тә, ҡупшы ла, егәрле, сискен булып сыҡты. Уның килен булып төшкән урыны, ишле ғаилә булһа ла, етеш йәшәгәндәрен әллә ҡайҙан төҫмөрләргә мөмкин. Ҡайныһы Нурғәле апаның ҡулдарынан балта-сүкеш төшмәй, инәй станогында  төрлө биҙәктәр туҡып балаҫ, кәзә дебетенән сәсәкле шәлдәр һуға, ҡапҡа эсе тулы мал-тыуар. Өйҙәре лә бейек, ҡапҡаһы ла заманына ярашлы төҙөк, ҡупшы. Бөтә йыһаз, көнкүреш әйберҙәре ҡулдан яһалған, туҡылған. Килен ҡәйнә усағынан яһала тигәндәрен ҡеүәтләп, еңгә кеше бар эштәргә маһир, егәрле, донъяһы ал да гөл, балҡып тора.
Еңгәй Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы Мәхмүт ауылында күп балалы Зыяитдин һәм Хәбирә Сабитовтар ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килгән. Атаһы Зыяитдин Зәйнетдин улы 1941 йыл беренселәрҙән булып яуға китеп, 1946 йылда демобилизацияланған. Ул ваҡытта һәр совет ғаиләһе балалары эшкә баҫылып үҫеп, һигеҙ класс тамамлағас та хеҙмәт юлын башлаған осор ине. Ялан яғында ҡара эшкә сынығып үҫкән Әсмә еңгә ҡара урманлы Әхмәт ауылында кинйәкәү икәнлеген һиҙҙертмәне. Ҡәйнәһе менән ярышлап ҡул салғыһы менән бесәнен дә сапты, һыйырҙарын да һауҙы, икмәген дә өлгөрттө. Ҡуһаил буйындағы сөгөлдөрөн дә утарға, иренең уң ҡулы булып, уныһы ферма һарайын ҡышҡылыҡҡа һипләһә, ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә эс яҡтан эзбизләп ағартыу-һылау эштәренә лә йөрөй.
«Уңған килендең ҡулдарынан бал тама», — ти әсәйем. «Анау Әсмә килен ҡәйнәһе менән майын сейәләргә һауытын тултырып сейәһен дә алып ҡайта, йыйған еләгенә көсө етмәй, һаҙ ҡыҙырып ҡарағатын ташый. Донъя көтөргә ҡалай шәп», — ти һоҡланып.
60-сы йылдарҙа башҡа күп ауылдар кеүек «перспективаһыҙ» мөһөрө һуғылған Әхмәт тә әкренләп бөтөүгә дусар ителә. Был ауыл алдына етди һынау ҡуйыла. Байтаҡ кеше икенсе яҡҡа күсенә. Бер йыл алдан иҫкеһе урынына өр-яңынан төҙөлгән  малсылыҡ фермаһы бушап ҡала. Йәш ғаилә төйәген ташлап, Йәнгел совхозының Первомай бүлексәһенә күсенергә мәжбүр була. 
Әсмә еңгә алты балаға ғүмер бирә. Баш балаһы Ишбикә, тәрбиәсе һөнәрен үҙләштереп, Һамарҙа үҙе биш балаға әсәй. Гөлнара өс малай үҫтереп, «Яҡты-Күл» шифаханаһында шәфҡәт туташы булып оҙаҡ йылдар бер урында эшләй. Гөлназы һатыусы һөнәренә эйә, шулай уҡ «Яҡты-Күл» шифаханаһында эшләй, өс ҡыҙ тәрбиәләй. Рәмзиәһе Магнитогорск ҡалаһында мәктәптә алыштырғыһыҙ ашнаҡсы, ике ҡыҙ, бер малай әсәһе. Ишмораты менән Ишбулаты Чечен яуын үтеп, төрлө ерҙәрҙә вахта ысулы менән эшләп йөрөйҙәр. Ауыр ҡайғыға ла дусар була: бер малайының ғүмере иртә өҙөлә. Әсмә еңгә ун дүрт ейән-ейәнсәргә, 7 бүләсәргә яратҡан өләсәй. Уларҙың күбеһе уҡыуҙа алдынғы, маҡтау ҡағыҙҙарына, миҙалдарға лайыҡ булып, төрлө йүнәлештә урта һәм юғары уҡыу йорттарында һөнәр үҙләштереп, алған һөнәрҙәренә ярашлы эшләйҙәр ҙә.
Ҡыҙҙары, әсәләренә оҡшап, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр, итәғәтле, инсафлы, барына шөкөр ҡылып, ҡыуанып йәшәргә тырышалар. 
Әсмә еңгә төрлө тармаҡтарҙа эшләй, шуның ете йылын мәктәптә йыйыштырыусы була. Тормош юлдашы мәрхүм булғас, алты балаһына терәк булып, уларҙың тормошона ҡыуанып, донъяны яратып йәшәргә көс таба ул.  Ғүмеренең һигеҙ тиҫтәһен тултырған Әсмә еңгә төҫ ташламай, елдәй елеп тормош көтә. Шөкөр, зиһене лә теүәл, «Осҡон» гәзитенең айырылмаҫ дуҫы. Һәр йыл район баҫмаһын алдырта, яратып уҡый, районда булған мәғлүмәттәргә хәбәрҙар.  

Зөһрә БӘШӘРОВА. 
Теләш ауылы.

Читайте нас