Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
12 Март , 15:29

Дәрт-дарман менән — 90 йәшкә!

Оҙаҡ йылдар Йәнгел ауылының абруйлы имам-хатибы булған хеҙмәт ветераны Әфләх Мәхмүтовҡа 90 йәш тулды. Бер быуатҡа яҡын йәшәгән кеше-легендаға тиң тере тарих ул. Әфләх Шәрәфетдин улына бала саҡтан данлы-шанлы колхозлашыу, һуғыш йылдарын, юғалтыуҙар, ауырлыҡтар менән тулы һуғыштан һуңғы йылдарҙы үтеп, илебеҙҙең бөгөнгө хәлендә хәбәрҙәр булып йәшәү бәхете эләккән. Оло йәшенә ҡарамай, Әфләх Шәрәфетдин улының күңеле асыҡ һәм оптимистик характерҙа булыуы бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған.

Ә. Ш. Мәхмүтов 1936 йылдың 6 мартында Рысҡужа ауылында тыуған. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Бер бүлмәле бәләкәй йортта ата-әсәһе, өс ҡыҙ туғаны һәм Әфләх йәшәйҙәр. Өйҙә мейес, аш-һыу әҙерләү өсөн ҡаҙан һәм ике урындыҡ була. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа алынып, 112-се кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан атаһы 1943 йылда хәбәрһеҙ юғала.

Әфләх Рысҡужа башланғыс мәктәбендә уҡый, унан Ҡаҙмаш ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Һигеҙ йыллыҡ белемде Асҡар мәктәбендә ала. Артабан ауыр колхоз эшенә егелә: баҫыуҙа эшләй, колхоз малын да ҡарай, башҡа төрлө эштәрҙә лә йөрөй. 1955 йылда Учалы районының Вознесенский ауылындағы училищела бер йыл уҡып, киң профилле механизатор аттестатын алып сыға. Колхозға ҡайтҡас, тракторға ултыра.

1957 йылда Әфләх Мәхмүтов Рәйлә Шаһишәриф ҡыҙы менән ғаилә ҡора. 1960 йылда ғаилә «Йәнгел» совхозына күсенә: ғаилә башлығы тракторсы-комбайнсы булып эшләй, шул уҡ ваҡытта киске мәктәптә уҡып, урта белем ала.  Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын ситтән тороп тамамлай Ә. Мәхмүтов. Совхоз производствоһы үҫешенә индергән тос өлөшө һәм сәсеү эштәрендә әүҙемлеге өсөн Әфләх Мәхмүтов ике тапғыр юғары премияларға лайыҡ була. Урындағы мәктәп директоры Ю. И. Хәсәновтың үтенесе буйынса, Әфләх Шәрәфетдин улы өлкән кластар өсөн производство нигеҙҙәре уҡытыусыһы итеп күсерелә. Нәҡ ошо осорҙа Йәнгел мәктәбендә айырым һөнәри йүнәлеш һәм етештереү нигеҙҙәре кабинеты булдырыла, унда станоктар макеттары һәм машина-трактор двигателдәренең ғәмәлдәге стендтары ҡуйыла. Был методик әсбаптар менән уҡыусыларҙы производствола эшләүгә әҙерләү алға китә, республика семинарында (1981), БР Мәғариф министрлығы инспекторы менән бергә Мәскәүҙә ВДНХ-ла үткән конференцияла был хаҡта тәжрибә уртаҡлаша Әфләх Шәрәфетдин улы. 1984 йылда производство уҡытыусыһының үтенесе буйынса мәктәп өсөн айырым трактор бүленә, ошо техника менән сәсеүҙә һәм уңыш йыйыуҙа беренселек яулай Ә. Мәхмүтов, шулай итеп, ул уҡыусыларға ауыл хужалығы производствоһында эшләү нескәлектәрен үҙенең һөнәри миҫалында өйрәтә. Әфләх Шәрәфетдин улының был тәңгәлдәге хеҙмәте РСФСР Мәғариф министрлығы, район мәғариф бүлегенең премиялары һәм төрлө кимәлдәге наградалар менән баһалана. Ул йылдарҙа бик мәртәбәле булған «Өлкән уҡытыусы» исеме бирелә.

Төп эше менән бер рәттән әүҙем йәмәғәтсе булған Әфләх ағай 1995 йылдан Йәнгелдә иман йорто төҙөүҙе етәкләй һәм мосолман ойошмаһын законлаштыра. Утыҙ йылға яҡын Йәнгел мәсете имам-хатибы булған Әфләх Шәрәфетдин улын ауылдаштары ихтирам итә.

Һөйөклө ҡатыны Рәйлә Шаһишәриф ҡыҙы менән дүрт балаға ғүмер, лайыҡлы тәрбиә биреп, тормош юлына сығаралар. Үкенескә ҡаршы, 64 йыл бергә татыу ғүмер иткәндән һуң, ҡатыны баҡыйлыҡҡа күсә. Бөгөнгө көндә балалары хөрмәтендә, туғыҙ ейән-ейәнсәргә, өс бүләгә олатай булып, дәртәләнеп йәшәй Әфләх Мәхмүтов. Юбилей айҡанлы ғаилә матур аят табынына йыйылды. Балалары, туғандары, яҡындары Әфләх Шәрәфетдин улын ололап йылы һүҙҙәрен еткерҙеләр.
Юбилярҙың ике ҡыҙы мәртәбәле уҡытыусылар, бер улы ауылда, икенсеһе Өфөлә төпләнгәндәр. Таңсулпан Әфләх ҡыҙы 42 йыл мәғариф өлкәһендә эшләй, шуның 22 йылында Өфө районының Октябрьский урта мәктәбе директоры вазифаһын башҡара. Уның хеҙмәте «БР мәғарифы алдынғыһы», «Рәсәйҙең почетлы хеҙмәткәре» күкрәк билдәләре менән баһаланған.

— Оҙон, лайыҡлы һәм аҡыллы ғүмер иткән атайыбыҙҙы яратабыҙ, хөрмәтләйбеҙ. Оҙаҡ йылдар ауырыған әсәйебеҙгә ҡарата хәстәрлекле, сабыр булғаны өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Беҙҙең атай буш ултырырға яратмай. Гел хәрәкәттә, йырлап күңел аса, яҡындарына арнап шиғырҙар ижад итә, хәтирәләр яҙа. Атай, һин беҙҙең өсөн ҙур, хөрмәтле шәхес, һин беҙҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләнең. Талапсан да, хәстәрлекле лә, намыҫлы ла булыуың менән беҙгә өлгө һин, — тип оло рәхмәт һәм ихтирам һүҙҙәрен еткерҙе Таңсулпан ҡыҙы.        

Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһының 161-се лицейында уҡытҡан Шәмилә Әфләх ҡыҙының мәғариф өлкәһендәге 37 йыллыҡ хеҙмәте РФ Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, «БР мәғариф алдынғыһы» күкрәк билдәһе менән баһаланған.

— Халыҡты яратҡан кешене бик һирәк осратырға мөмкин. Ә бына беҙҙең атай — шундайҙарҙың береһе. Һинең оҙон ғүмерең, тормошто яратыуың, йәшәргә ынтылышың бына ошо сифаттарыңа бәйләнгәндер тип уйлайым, атай! Олатайыбыҙ һуғыш яланында хәбәрһеҙ юғалғандан һуң 40 йыл үткәс, үҙеңдең 80 йәшеңдә уның ҡәберенә бер ус тыуған тупраҡ һалыуға ирешеүең һинең ныҡыш, маҡсатлы, сәмле булыуыңды иҫбатлай. Бөтә эште лә һин яратып, дәртләнеп башҡараһың. Ошо дәртең мәңге һүнмәһен! — тине Шәмилә ҡыҙы юбилярға.

Әфләх Мәхмүтовтың «Ғүмерем юлдары», «Рысҡужа тураһында хәтирәләрем», «Йәнгел мәсете» исемле китаптарында район һәм ил кисергән тарихи ваҡиғалар сағылған.

— Советтар власы заманында донъяға килеп, төрлө хәл-ваҡиғаларға шаһит булып, олоғайғанымды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Ошо тарихи үткәнемде киләсәк быуын белһен өсөн ҡағыҙға төшөрҙөм. 6 йәшемдә Магнитогорск ҡалаһында атайымды фронҡа мәңгелеккә оҙаттыҡ. Әсәйемде 1942 йылда бригадир итеп ҡуйҙылар. Ауылда ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ғына тороп ҡалды. Аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөрҙө, күптәр был ауырлыҡты күтәрә алманы... — тип яҙа Әфләх Шәрәфетдин улы ғүмер юлдарын бәйән иткәндә.

Бер быуатҡа яҡын ғүмерендә әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған оло кешенең йөрәге һаман да йәш, көр күңелле,  дәртле булып ҡалыуы һоҡландырғыс һәм оло ихтирамға лайыҡ.

Гөлнара ШАКИРОВА.

Читайте нас