Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
12 Март , 14:50

Изге йөрәкле ағинәй

Сиҙәм ауылында ғүмер кисергән Рауза Йәноҙаҡова урындағы ағинәйҙәр ҡороноң иң әүҙем ағзаларының береһе.

Ишбулды ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән Рауза апай 13 йәшенән Киров исемендәге колхоздың сөгөлдөр баҫыуында эшләй. Сиҙәм ауылына килен булып төшкәс, фермала һауынсы булып хеҙмәт юлын дауам итә. Уның тырыш хеҙмәте «Социалистик ярышта еңеүсе», «Ауыл хужалығы өлкәһендә намыҫлы хеҙмәте өсөн» билдәләре, төрлө кимәлдәге Почет грамоталары, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән билдәләнгән.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыныс ҡына өйҙә ултыра алмай, беренселәрҙән булып ағинәйҙәр ойошмаһына инә. Ағинәйҙәрҙең халҡыбыҙҙың «Ҡаҙ өмәһе», «Ыуыҙ ҡоймағы сәйенә саҡырыу», «Бәпәй тыуҙы», «Егеттәрҙе әрмегә оҙатыу» кеүек йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеп, балаларға, йәштәргә өйрәтеүҙәре маҡтауға лайыҡ.

Морат ағай менән Рауза апай Йәноҙаҡовтар өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр, уларға лайыҡлы тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Үкенескә күрә, Морат ағай 15 йыл  элек баҡыйлыҡҡа күскән. Ҡайғыһын балаларына, ейәндәренә баҫып, ауырлыҡтарға бирешмәй, яҡындарына терәк булып, ғүмер кисерә Рауза апай.

Бөгөн махсус хәрби операция барған заманда оло йөрәкле, ил, халыҡ яҙмышына битараф булмаған Рауза апай аяҡтары ауыртһа ла, өйөндә тыныс ҡына ултыра алмай, башҡа ҡатындар менән  көн һайын клубҡа ашыға.

— Маскировкалау селтәрен башта өйҙән сепрәктәр алып килеп, ҡайсы менән ҡырҡып эшләнек. Һуңғараҡ кейәүем Рәмил Рысбаев маскировкалау селтәренә таҫмаларҙы ҡырҡыу өсөн станок эшләп бирҙе, эштәр ыңғайға китеп, хәҙер ике көндә бер селтәр үрәбеҙ. Бөтәһе 186 сетка үреп, махсус хәрби операцияға оҙаттыҡ. Селтәр үреүгә материалдар булмағанда, сәйҙәр эшләйбеҙ. Был маҡсатта йәйгеһен төрлө шифалы үләндәр йыйып әҙерләнек. Ҡыҙыл йылғаһы буйына сығып, ҡорбан ашы ашап, һалдаттарҙың һаулығы өсөн доғалар уҡып, төрлө үләндәр, әлморон йыйып алып ҡайттыҡ, уларҙы киптереп, ыуаҡланыҡ, бөтәһе 1500 сәй ҡаптары яугирҙәргә ебәрҙек, — тип һөйләй Рауза апай.

Рауза Нуриәхмәт ҡыҙының ейәне Илшат Йосопов махсус хәрби операция башланғандан алып Ватан һағында, шуға ла Рауза апай яугирҙәребеҙгә нимә кәрәклеген яҡшы белеп тора. Әйткәндәй, хәрби юлды һайлаған, Сүриәлә һуғыштарҙа ҡатнашҡан Илшат тәүге көндәрҙән МХО зонаһында. Уның ҡаһарманлығы Батырлыҡ өсөн, II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн», IV дәрәжә Изге Георгий ордендары, «Батырлыҡ өсөн», Суворов миҙалдары менән билдәләнгән.

 — Илшаттан йыуынырға түгел, эсергә лә һыу булмауын ишетеү менән, ағинәйҙәр менән бер аҙна эсендә 500-ҙән ашыу «ҡоро душ» эшләнек. Дошмандарҙан йәшенеү өсөн бик ҡулай булған маскировкалау шлемдары эшләүҙе өйрәнеп, 12 шлем дә әҙерләнек яуҙағыларға. Бөтә әйберҙәрҙе райондан киткән гумконвой менән исемле посылкалар итеп ебәрәбеҙ, — тип дауам итә изге эштәрҙең уртаһында ҡайнаған Рауза апай Йәноҙаҡова.

Махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың рухына, әле ил һаҡлағандарҙың һаулығына ҡорбандар салып, аяттар уҡытыуҙы ла ағинәйҙәр үҙҙәренең изге бурысы тип һанай.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сарала ул Р. Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы менән бүләкләнде.
Рауза апай Йәноҙаҡова кеүек оло йөрәкле, яугирҙәргә эскерһеҙ ярҙам күрһәткән ирекмәндәр булғанда, еңеү һис шикһеҙ, беҙҙең яҡта буласаҡ.

Гөлсинә СОЛТАНОВА.

Читайте нас