

«Карабыңды нисек атаһаң — шулай йөҙөрһөң» йәки «Тормошҡа ниндәй күҙ менән бағаһың — шуны күрәһең» тигән халыҡ әйтемдәре яҙмамдың геройы, Рысҡужа ауылында тыуып үҫкән, йәшләй генә Әхмәт ауылына килен булып төшөп, ошонда йәшәгән Сәриә инәй Ғәббәсоваға тап килеп тора.
«Халыҡ хөрмәте» тигән, бер ниндәй аҡсаға һатып алып булмаған, бер ниндәй яһалмалыҡ, яҡшы битлек кейеп, ирешеп булмаған төшөнсә була. Ана шул халыҡ хөрмәтенә лайыҡ булған Сәриә инәй үҙенең ябай ғына йәшәү рәүеше, булмышы-тормошо менән.
— Ҡайҙа ҡушһалар шунда эшләне — вахтер, мәҙәниәт йортонда йыйыштырыусы, мөдир булып эшләне. Сөгөлдөр утау, баҫыуҙа иген урған ваҡытта яҫма әйләндереү кеүек эштәрҙең уртаһында ҡайнаны, бер өмәнән дә ситтә ҡалманы. Ике саҡырылыш рәттән ауыл Советына депутат итеп һайланды. Гел көлөп-йылмайып, эргәһендәгеләрҙең күңелдәрен күтәрерлек хәлдәрҙе һөйләп, һүҙҙәр табып йөрөгән кеше инде ул. Ҡояш кеүек ул әсәйем, шаталаҡлыҡ та бар үҙендә. Атайым Әсғәт Мөхәмәт улы менән илле ике йыл татыу, тиң йәшәнеләр. Икеһе лә матур йырланы, бигерәк тә атайым халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыр ине. Ғаиләлә биш бала үҫтек, дүрт малай һәм мин — бер бөртөк ҡыҙ. Һәр беребеҙ үҙ парын табып, ғаилә ҡороп, матур йәшәй. Атай-әсәйебеҙ бөтәбеҙгә лә туйҙар үткәреп, оло тормошҡа оҙатты. Хәҙерге көндә 15 ейән-ейәнсәре, 17 бүлә-бүләсәре бар әсәйемдең. Атайҙың баҡыйлыҡҡа күсеүенә ун биш йыл үтеп китте. Әлеге көндә әсәй төпсөк улы менән йәшәй. Бөгөн дә зиһенле, күҙҙәре үткер, ҡолаҡтары яҡшы ишетә. Туҡһан йәшендә лә үҙе ашарға бешерә, керен йыуа, БСТ каналы тапшырыуҙарын ҡарап, «Осҡон» гәзитен уҡып, донъя «һулышы» менән хәбәрҙар булып йәшәй әсәйебеҙ. Йәшәү дәрте лә бар, әле күптән түгел яңы йылға арналған бал-маскарадҡа үҙе костюм тегеп кейеп бара ине, һуңғы йылда ғына кейенмәне. Әйткәндәй, әсәйем махсус белеме булмаһа ла, оҫта тегенсе. Ауылдаш ҡатын-ҡыҙҙарға күлдәктәр текте, үҙенең балалары тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Оҫта бәйләй ҙә: ул бәйләгән шәлдәр, кофталар, ойоҡбаштарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Ғүмере буйы ҡулында бәйләме, кеҫәһендә йомғағы йөрөнө. Үҙе белгән ҡул эштәренә мине лә өйрәтте. Бала сағы һуғыш ваҡытына тура килеп, етешһеҙ тормошта атайһыҙ үҫһә лә, күңеле ҡатмаған әсәйемдең, матур йәшәп, барыбыҙға үрнәк булып әле лә бәхетле ғүмер кисерә, — тип Сәриә инәйҙең берҙән-бер ҡыҙы Сәғиә апай үҙенең иң яҡын кешеһе, әсәһенә булған тойғоһон һүрәтләй.
Күптән түгел инәйҙең туҡһан йәше менән ҡотлап, Ишембай ҡалаһынан Сулпан ҡайынһеңлеһе, БСТ каналы аша ҡотлау һүҙҙәрен еткергән. Йөрәк түренән сыҡҡан барлыҡ йылы тойғоларын, рәхмәтен, хөрмәтен матур йыр аша еңгәһенә еткергән. «Йөҙ йәшкә тиклем тормошто йәмләп йәшә, еңгәй!» — тип тамамлаған ул үҙенең ҡотлауын. Ошонан да ҙурыраҡ баһа, матурыраҡ һүҙҙәр табып булмайҙыр.
Гөлнара НУРҒӘЛИЕВА.