Оло быуын
27 Апреля , 05:44

«Ул беҙгә ҡанат ҡуйҙы»

Гусев урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Нуретдин ҡыҙы Хәйруллина үҙе бала саҡтан хыялланған һөнәргә уҡып, ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен яратҡан эшенә бағышлаған. Ошо көндәрҙә ул 60 йәшлек юбилейын билдәләне.

«Ул беҙгә ҡанат ҡуйҙы»«Ул беҙгә ҡанат ҡуйҙы»
«Ул беҙгә ҡанат ҡуйҙы»

1966 йылдың 15 апрелендә Рауил ауылында донъяға килгән Лилиә Хәйруллина. Урта мәктәпте тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, Магнитогорск ҡалаһының педагогия институтының сит телдәр факультетына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай.

Гусев урта мәктәбендә бер аҙ эшләгәндән һуң, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында ситтән тороп белем ала. Ныҡыш, ғәҙел, маҡсатҡа ынтылыусан уҡытыусы үҙ-үҙен камиллаштырыу, үҙе башҡарған эш менән күберәк файҙа килтереү маҡсатында Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының аспирантураһында уҡый, ғилми диссертация яҙа.

Хеҙмәт юлын башлауының тәүге йылдарында уҡ төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай тынғыһыҙ йәш белгес һәм «Йыл уҡытыусыһы», «Иң яҡшы дәрес», «Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты» конкурстары еңеүсеһе була. Район, төбәк-ара, республика кимәлендә үткән семинар, фәнни, фәнни-ғәмәли конференциялар, асыҡ дәрестәр, «Түңәрәк өҫтәлдәр», практикумдар һәм кәңәшмәләр береһе лә Лилиә Нуретдин ҡыҙы ҡатнашлығынан тыш үтмәй.

Уҡытыусының һәлмәк портфолиоһын асһаң, хайран ҡалырлыҡ, нисек итеп бер кеше шул хәтлем эш эшләп өлгөргән, йәше лә бит сағыштырмаса йәш, ошо көндәрҙә саҡ 60 йәшен тултырҙы. 38 йыл буйы балаларға әсә телен өйрәткән, телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләүгә күп көс һалған, үҙ өҫтөндә арымай-талмай эшләгән, өйрәнгән, өйрәткән, бер ҡасан да үҫеүҙән, эҙләнеүҙән туҡтамаған остаз ул. Уның «Уҡытыусының шәхси кредоһы»нда: «Үҙ предметыңды яҡшы белергә, туҡтауһыҙ үҙ өҫтөңдә эшләргә, һәр ваҡыт алға атларға. Интерактив уҡытыу алымын ҡулланырға, һәләтле балалар менән күберәк эшләргә, өйрәнеүҙе артабан дауам итергә», тиелә. Ә маҡсаты — сифатлы белемдең тотороҡлоғо, сығарылыш класы уҡыусыларының һынауҙарҙы уңышлы биреүенә өлгәшеү, балаларҙың олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүе. Алдына алған маҡсаттары изге, әммә уҡытыу шарттары бик еңелдән булмай уға, сөнки төрлө милләт халҡы йәшәгән Гусев ауылында күберәк урыҫ телендә һөйләшкән балаларға башҡорт телен өйрәтергә тура килә. Шуға ҡарамаҫтан, Лилиә Хәйруллина рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү методикаһын ҡулланып уҡытыу программаһын эшләй һәм Гусев мәктәбендә дәрестәр Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы раҫлаған ошо программа буйынса алып барыла. Бының менән генә туҡталып ҡалмай ул, һаман да уҡытыу сифатын яҡшыртыу маҡсатында районда тәүгеләрҙән булып яңы — АСО технологияһын (А. С. Границкая методикаһы буйынса «Уҡытыуҙың адаптив алымы»н) ҡуллана башлай. Оҫталығы, эш тәжрибәһе артҡан һайын иңенә алған яуаплылыҡ та арта Лилиә Нуретдин ҡыҙының, оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса райондың методик берекмәһен етәкләй. Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. М. С. Дәүләтшина етәкселегендә рус мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеүсе беренсе класс балалары өсөн «Бүләк» әсбабын төҙөүҙә, В. Э. Штейнбергтың технологияһы буйынса рус кластарында башҡорт телен уҡытыу методикаһын тәржемә итеүҙә ҡатнаша. Сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған сараларҙа ҡатнаша — ике тапҡыр Һамар өлкәһендә үткән курстарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына лекциялар уҡып, эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Әлдән-әле район, республика баҫмаларында мәҡәләләре баҫыла. Эшмәкәрлеген коллегалары, уҡыусылары, ата-әсәләр юғары баһалай. Ул үткәргән асыҡ дәресте баһалап, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының кафедра етәксеһе З. Ғәбитова: «Юғары фәнни-методик кимәлдә үтте дәрес. Лилиә Нуретдин ҡыҙының эше юғары баһаға лайыҡ», тип яҙа. Филология фәндәре докторы С. Ғәлин иһә: «Уның дәрестәре йөкмәткеле, төплө, тикшереп, оҙаҡ йылдар буйы тупланған тәжрибәгә нигеҙләнеп төҙөлгән. Балаларҙың йәшенә хас эмоциональ мөхит булдырылған. Уларға ауыр грамматик ҡағиҙәләрҙе дәреслектәген ятлап түгел, ә улар тураһында уҡытыусы үҙе яҙған әкиәттәрҙән өйрәтелә», тип үҙ фекерен белдерә.

Элекке уҡыусыһы, үҙе лә балаларға әсә телен уҡытҡан уҡытыусы Рита Сәйфуллина: «Уның дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала инек, үҙенең һөнәрен яратып, башкөллө сумып эшләүе менән беҙҙә лә туған телгә, әҙәбиәткә һөйөү уята белде. Уҡыусыларына йомшаҡ, йылы, хөрмәт менән ҡарай белеүе уның үҙенә лә хөрмәт уята ине. Һөнәр һайлағанда уҡытыусымдың йоғонтоһо ҙур булды. Класташтарымдың күбеһе филолог булыуына ла Лилиә Нуретдин ҡыҙы булышлыҡ итте. Ул беҙгә ҡанат ҡуйҙы», — ти.

Үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған, хеҙмәттәштәре, уҡыусылары хөрмәтен яулаған уҡытыусы тормош иптәше Ғәзиз Нуретдин улы менән матур ғаилә ҡороп, ике балаға ғүмер биргәндәр уларҙы тәрбиәләп, уҡытып оло тормош юлына сығарғандар. Алгиз менән Нурсилә үҙ ғаиләләрен ҡороп, ата-әсә өлгөһөндә матур ғүмер кисерә, балалар тәрбиәләй.

Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте. Лилиә Нуретдин ҡыҙының хеҙмәте юғары баһаланған: район мәғариф бүлегенең, Башҡортостан Мәғариф министрлығының маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ, «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» билдәһен йөрөтә, районда беренселәрҙән булып Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булған.

Тулы ҡанлы тормош менән янып эшләгән һәм йәшәгән остаз бөгөнгө көндә хаҡлы ялда. Шулай булыуға ҡарамаҫтан Лилиә Нуретдин ҡыҙын күркәм юбилейы уңайынан яҡындары менән рәттән уҡыусылары ла тәбрикләне.

Беҙ ҙә уларға ҡушылабыҙ һәм юбилярға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм һүрелмәҫ йәшәү дәрте теләйбеҙ!

Автор: Гөлнара Нурғәлиева.

Читайте нас