Оло быуын
15 Мая , 05:52

Күптәргә өлгө булырлыҡ ағинәй

Әбдрәш ауылында тыуып-үҫеп, әлеге көндә Сиҙәм ауылында донъя көткән Сәкинә Әхмәҙи ҡыҙы Мәғәфүрова тураһында һүҙем.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙың бөтә михнәттәрен күреп, ҡаты ҡуллы,  насар холоҡло үгәй ата ҡулында тәрбиәләнә ҡыҙ. Ауырлыҡтарға бирешмәй, яҡшылыҡҡа, изгелеккә ынтылып йәшәй. 
14 йәшенән «Урал» совхозында һауынсы булып эш башлай. Сибай ҡалаһында ауыл хужалығы буйынса үткән конференцияла «Несовершеннолетней доярке за достигнутые успехи» яҙыулы грамота менән бүләкләйҙәр.

Ун һыйырҙы ҡул менән һауыуын, ҡыш көнө резина итектә аяҡтарының туңыуын, бармаҡтарының шыҡырлап тороуын — күңелгә үтеп инерлек итеп һөйләй Сәкинә апай Мәғәфүрова.

Сәкинә апай ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙен яуаплы, тырыш итеп күрһәтә. Ун алты йәшенән совхозда секретарь була, сос, телгә оҫта булыуына хәҙер үҙе лә аптырап ҡуя. «Юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкәне һәм йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә, «Хеҙмәт ветераны» миҙалына лайыҡ.

Ауылда ағинәйҙәр ҡоро ойошторолғандың беренсе көндәренән уның әүҙем ағзаһы булып тора. Әлмөхәмәт ауыл Советының ағинәйҙәр ҡорон Сәкинә апайһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. «Ҡаҙ өмәләре», «Ыуыҙ ҡоймағы сәйенә саҡырыу», «Бәпәй тыуҙы», «Килен оҙатыу» кеүек сараларҙы ул үҙенең таҡмаҡтары, бейеүҙәре  менән йәмләй. Уны талантлы сәсәниә тип тә йөрөтәләр. Урындағы «Моңшишмә» вокаль ансамбле уның таҡмаҡтары менән ауыл халҡын ҡыуандыра.

Махсус хәрби операция башланыу менән яугирҙәргә ярҙам күрһәтеү эшенә лә Сәкинә апай беренселәрҙән ҡушыла. Ейәне Динар Мәғәфүров махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булыу ҡайғыһын да кисерә.

— Ирекмәндәр менән бергәләп һарыҡ йөнөн иләп, ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләнек. Хаҡлы ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе саҡырып, әҙерләгән әйберҙәребеҙҙе биреп, уларҙың һаулығы өсөн доғалар ҡылыу йолаға әйләнде. Гумконвой аша исемле посылкалар итеп тә ебәрәбеҙ әҙерләгән әйберҙәрҙе. Һалдаттарға ҡыш көнө майшәмдәр бик кәрәк тигәс, был эштән дә ситтә ҡалманыҡ. Ауыл халҡынан консерва банкаларын йыйҙыҡ, парафинды халыҡтан йыйылған аҡсаға һатып алдыҡ. Былтыр ҡыш 250, быйыл ҡыш 200 дана май-шәмдәр МХО-ға оҙаттыҡ, һәр ирекмәндәр башҡарған эштә Сәкинә апай беренсе, уның клубҡа йылмайып килеп инеүе, беҙҙең коллективҡа көс, дәрт бирә, — тиҙәр ауыл ағинәйҙәре.

Сәкинә апай Мәғәфүрова тормош иптәше менән ике улға һәм бер ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Тик Шамил ағай мәрхүм булып, 48 йәшендә тол ҡала һәм үҙенән 12 йәшкә оло, ете балалы Шәйәхмәт ағай Сабитовҡа кейәүгә сыға. Күп балалы ғаилә булып 10 бала үҫтерәләр, дуҫ, татыу  йәшәйҙәр. Балалары ҙурайғас, кәләш алып, кейәүгә биреп, ейән-ейәнсәрҙәренең туйҙарында түрҙә, төп ҡоҙалар булып ултырып, 25 йыл бергә ғүмер кисерәләр. Хәҙер инде Шәйәхмәт ағай ҙа баҡыйлыҡҡа күскән. Уның 24 ейән-ейәнсәрҙәре, 7 бүлә-бүләсәләре Сәкинә апайҙың донъяһын йәмләйҙәр, күстәнәс-бүләктәрен биреп, хәлен белешеп торалар. Әйткәндәй, хөрмәтле ағинәй Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сарала Р. Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ —  милләт әсәһе» миҙалы менән бүләкләнде.

Хәҙер ул үҙе эшләгән изге ғәмәлдәренән йәм табып, яугирҙәребеҙ, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре һаулығына доғаларын уҡып, йәштәргә өлгө күрһәтеп, кинәнес табып йәшәй.

Гөлсинә СОЛТАНОВА.

Читайте нас