

Бер йыл элек Дәүләкән районындағы тәүге сара бындай осрашыуҙарҙың ни тиклем мөһим булыуын күрһәтте: үҙенсәлекле ваҡиға аралашыу шатлығы бүләк итә, таланттарҙы аса һәм быуындарҙы берләштерә.
Быйылғы фестиваль ҡатнашыусыларҙың ике тапҡырға күберәк булыуы менән айырылды. Рәсәй Социаль фондының клиенттар залы базаһында республика район-ҡалаларында асылған 20 үҙәк вәкилдәренең үҙ-ара аралашыу, сағыу идеялары менән бүлешеү маҡсаты йөҙ процентҡа тормошҡа ашты. Ут күршеләребеҙ – Магнитогорск ҡалаһы Социаль фондынан да тәжрибә уртаҡлашырға килделәр.
Фестиваль тантаналы асылды. Район ҡунаҡтарын хакимиәт башлығы Айрат Әминев сәләмләне. Ул Аралашыу үҙәгенең район тормошонда мөһим урын биләүен, оло йәштәгеләрҙең күп ҡырлы һәләттәрен асыуын, уларға тере аралашыу ҡыуанысы өләшеүен, быуындар бәйләнеше булдырыуын билдәләне. Сәләмләү өсөн һүҙ шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Социаль фондының идара етәксеһе Фәнил Вәхитовҡа, РФ Социаль фондының ведомство-ара программалар һәм проекттар департаменты начальнигы урынбаҫары Анна Тютинаға, республика ветерандар советы рәйесе Валерий Шәриповҡа, Силәбе өлкәһе буйынса Социаль фонд бүлексәһе вәкиле Юлия Скидноваға, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды социаль координаторы, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Таңһылыу Мостафинаға бирелде.
Йылдың төп темаларын үҙ эсенә алған фестиваль “Халыҡтар һәм ғаиләләр берҙәмлеге менән көслө: алтын аҡыл һәм традициялар” девизы аҫтында үтте. Әбйәлил, Архангель, Мишкә, Федоровка, Краснокама, Благовар райондарында, Межгорье, Баймаҡ, Белорет, Дәүләкән ҡалаларында эшләүсе Аралашыу үҙәк- тәре вәкилдәре үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында күргәҙмә аша һөйләне, ҡаҙаныштарын, алдынғы эш алымдарын күрһәтте. Бай экспозициялар был үҙәктәр өлкән йәштәге кешеләр өсөн мәшғүллек, яңы шөғөлдәр үҙләштереү мәктәбе булып тороуын дәлилләне. Эштә янып үткән хеҙмәт йылдарында, балалар үҫтергән осорҙа, бәлки, шәхси ҡыҙыҡһыныу-мауығыуҙарға ваҡыттары ла етмәгәндер. Бөгөн хаҡлы ялда улар үтәлмәй ҡалған хыялдарын ысынбарлыҡҡа ашыра, түңәрәктәргә йөрөй, йылы кисәләр ойоштора, замандан ҡалышмай интернет мөмкинлектәрен үҙләштерә, яһалма интеллект менән идара итергә өйрәнә, ҡулдан килгәнсә МХО-лағыларға ярҙам күрһәтә.
Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәттәре, кәсептәре, милли аш-һыуы күргәҙмәләрҙә тулы сағылыш тапты. Беҙҙең районды данлыҡлы оҫта-оҫтабикәләребеҙ – ғүмерҙәренең көмөш осорон музей өлгөләренә ҡарап боронғо милли кейемдәрҙе, биҙәүестәрҙе тергеҙеү менән шөғөлләнеүсе Гәүзәрә Мөхәмәтйәрова, Файза Мирхәйҙәрова, Сәғиҙә Йәнбирҙина, ҡорама ҡораусы Фәриҙә Сәлимйәнова, һандыҡ эшләүсе Мансур Усманов, күп яҡлы талант эйәһе Зөлхиә Исхаҡова күрһәтте. Башлыса халыҡ оҫтаһы исемен йөрөткән алтын ҡуллы ағай-апайҙар Аралашыу үҙәгенең оҫталыҡ дәрестәре үткәреү өсөн бик уңайлы майҙан булыуы хаҡында һөйләп үтте. Әбйәлил туҡталҡаһы янында самауыр бейеүе менән ҡаршы алған Зөлхиә Рәшит ҡыҙы бәйләгән зауыҡлы сумканы район башлығы Айрат Әминев сараның иң ҙур ҡунағы Анна Тютинаға бүләк итте.
Фәнил Рим улы Вәхитов, Баш- ҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Социаль фондының идара етәксеһе:
– II фестивалде үткәреү урыны итеп Әбйәлил районы осраҡлы ғына һайланманы. Нәҡ бында милли үҙенсәлек һаҡлана, ул фольклорҙа, йолаларҙа, легендаларҙа, ғөрөф-ғәҙәттәрҙә һәм урындағы халыҡтың ихлас ҡунаҡсыллығында сағыла. Был төйәгебеҙ таланттарға бай һәм бында, бөтә Башҡортостаныбыҙҙағы кеүек, төрлө милләт вәкилдәре татыу йәшәй. Башланғысыбыҙҙы хуплағаны һәм һәр яҡлап ярҙам күрһәткәне өсөн район башлығы Айрат Зиннәт улына ҙур рәхмәт. Быйылғы сара дуҫлыҡҡа һәм берҙәмлеккә йәнә бер аҙым булһын! Һәр кем фестивалдән күтәренке кәйеф, илһам һәм йылы хис-тойғолар алып ҡайтты.
Күргәҙмәлә Аралашыу үҙәге активистары инициативаһы менән ойошторолған яугирҙәргә гуманитар ярҙам туплау пункттарының эшмәкәрлеге лә яҡтыртылды. Гусев ауыл биләмәһендә эшләп килгән “Мәрхәмәтлелек” ирекмәндәр төркөмө күп йүнәлешле ярҙам алып барыуҙары менән хайран итте. Улар маскселтәрҙәр үрә, дрондарҙан һаҡлаусы юрған, йоҡо ҡаптары тегә, блиндаж майшәме, ҡоро душ, браслет, бетеүҙәр эшләй, тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек әҙерләй, гуманитар ылау юлға сыҡҡан һайын һалдаттарға өй ризыҡтары бешереп оҙата. Гуманитар ярҙам йыйыу сара сиктәрендә лә йәнле дауам итте. Республиканың төрлө мөйөштәренән килеүселәр үҙҙәренең шәхси өлөшөн индереп, әйберләтә һәм финанс ярҙам күрһәтте. Бөтәһендә лә бер теләк – тиҙерәк һуғыш бөтһөн!
Фестивалдең икенсе өлөшөндә ҡатнашыусы Ағиҙел ҡалаһы, Көйөргәҙе, Илеш, Борай, Ҡалтасы, Ейәнсура, Бүздәк, Йәрмәкәй, Балтас райондары командалары Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам, берҙәмлек һәм дуҫлыҡ, сәләмәт йәшәү рәүеше, йолаларҙы һаҡлау кеүек мөһим темалар буйынса ижади «визиткалар» күрһәтте. Аралашыу үҙәктәре активистары вокаль, театрлаштырылған, бейеү номерҙары менән сығыш яһаны һәм видеопрезентацияларҙа үҙҙәренең ижади потенциалын асты. Туған сәхнәлә әбйәлилдәр ҙә сығыш яһаны. Быйыл ғына ойошторолған район ветерандар хоры һәм “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең ветерандар коллективы ижади тамашанан ситтә ҡалманы.
Тырышлыҡ, әүҙемлек, дәрт-дарман һәм сикһеҙ талант лайыҡлы баһаланды. Ижади, ҡыҙыҡһыныусан һәм тормош һөйөүсән һәр коллектив ойоштороусыларҙан диплом алды. Әбйәлил районы активистары мәҙәни кодты һәм милли үҙенсәлекте һаҡлауға индергән өлөштәре өсөн “Милли традицияларҙы һаҡлаған өсөн” номинацияһына лайыҡ булды. Фестивалдә ҡатнашыусылар шулай уҡ республика ветерандар советы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды, “Беренселәр хәрәкәте” ойошмаһының грамотаһы һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Фестивалде юғары кимәлдә ойошторған һәм уҙғарған өсөн район хакимиәте башлығы Айрат Әминевҡа һәм Социаль фонд етәксеһе Илнур Мырҙагилдинға БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Руслан Хәбибовтың Рәхмәт хаты тапшырылды. “Ирәндек” балалар лагеры директоры Радмир Манапов БР буйынса Рәсәй Социаль фондының Рәхмәт хаты менән билдәләнде.