Оло быуын
5 Октября , 11:07

«Бергә үткән ғүмер — үҙе ҙур бәхет»

Тормош һуҡмаҡтары ел-дауылһыҙ булмай, уларға ҡаршы торорлоҡ көслө ир ҡанаты, ә уның янында аҡыллы, сабыр холоҡ менән эш иткән ҡатын булһа, ғаилә ныҡлы була. Арабыҙҙа ошондай ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Шуларҙың береһе — Тупаҡ ауылынан быйыл алтын туйҙарын билдәләгән Вәлит һәм Рәзилә Абдулхаҡовтар хаҡында булыр яҙмам.

Добавить в предпочтительные источники Google

Ил алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәп, тыуған яҡтарына ҡайтып төшкән Вәлит Абдулхаҡовтың Тупаҡ фермаһы йәйләүенә юлы төшә. Бында егет йәйге каникул мәлендә һыйыр һауырға килгән Ҡужан ауылы һылыуы Рәзиләгә иғтибар итә. Эшкә шәп, сос ҡыҙ тәү күреүҙән егеттең күңелен яулай. Шулай итеп, ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт осҡоно ҡабына. Йәштәр бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1976 йылдың июнь  айында никах уҡытып, бер ғаилә булып йәшәй башлайҙар. Күп тә тормай ул саҡта ауылда гөрләп эшләп торған заводта етештерелгән кирбестән ҙур йорт күтәрәләр.

Ғаилә башлығы «Путь Ленина» колхозына шофер булып эшкә урынлаша. Водитель булып эшләп, тәжрибә туплаған Вәлит Сәмиғулла улын бер аҙҙан Тупаҡ кирбес заводына механик вазифаһына эшкә саҡыралар. Эш араһында ситтән тороп Бәләбәйҙәге ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу техникумын тамамлай. Артабан В. Абдулхаҡов оҙаҡ йылдар Тупаҡ бригадаһы управляющийы булып эшләй. Намыҫлы, һәр эшкә яуаплы ҡараған Вәлит Абдулхаҡовты ауылдаштары Таштимер ауыл Советына депутат итеп тә һайлай.

Үҙгәрештәр еле ҡағылып, колхоз-совхоздар тарҡалғас, Вәлит Сәмиғулла улы үҙ эшен булдыра, Тупаҡта магазин асып, ғаиләһе менән бергәләп халыҡты көндәлек ихтыяж тауарҙары менән тәьмин итә.

Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ булған Вәлит Сәмиғулла улы был шөғөлөн ғүмере буйы ташламай. Иң яратҡан бильярд уйыны буйынса бер ярышты ла ҡалдырмай, ошо спорт төрө буйынса ул дүрт тапҡыр район чемпионы титулын яулай. Саңғыла ла йөрөргә әүәҫ уҙаман район кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа даими ҡатнаша. Әйткәндәй, Әсғәт Ҡаһарманов призына быйылғы ярышта үҙенең йәштәштәре араһында беренсе урын алған ул. 70 йәшлектәр араһында ГТО нормативтарын үтәүҙә лә ал бирмәгән ветеран, шәп һөҙөмтәләр күрһәтеп, ГТО-ның алтын билдәһе менән бүләкләнгән.

— Яңы төҙөлгән мәктәптең бына тигән спорт залы бар, шунда волейбол уйнарға ла йөрөйөм, — ти спортҡа битараф булмаған ағай.

Тупаҡта самбо түңәрәге булмаған йылдарҙа ейәндәрен дә спортҡа ылыҡтырыу маҡсатында уларҙы Асҡарға күнекмәләргә йөрөтә Вәлит ағай.

Ҡатыны Рәзилә Әнүәр ҡыҙы ла йорт мәшәҡәттәренә генә күмелеп, бала тәрбиәләп өйҙә генә ултырыуҙы хуп күрмәй, ауылда ферма ябылғансы, шунда һыйыр һауа.

Ауылдағы кирбес заводында ла оҙаҡ йылдар формовкалаусы булып тырышып эшләй ул. Мәктәп ҡаҙанлығында оператор, магазинда һатыусы булып эшләп, йәше еткәс, хаҡлы ялға китә.

Тынғыһыҙ хеҙмәттә хөрмәт ҡаҙанған матур пар әле лә эшһеҙ ултырмай. Кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт алып аҫырайҙар, бал ҡорттары тоталар. Баҡсалары әйләнеп сыҡҡыһыҙ: әллә нисә сорт алма, сейә, слива, ҡарағат, әберсә һәм башҡа ағастар, йәшелсәләре йылдың ниндәй килеүенә ҡарамаҫтан, мул уңышы менән һөйөндөрә. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем уңған хужабикәһенең тырышлығы менән йорт тирәһе аллы-гөллө сәскәләргә күмелә. Йорттоң тәҙрә төптәрендә лә шау сәскәле гөлдәр үҫә.Баҡса уңышынан төрлө салаттар, ҡайнатмалар, һуттар әҙерләп, ҡаҡ ҡойоп, ҡалғанын күрше-күләненә, туғандарына тарата Рәзилә апай. 
Бер генә ҡатын-ҡыҙҙы ла ҡул эштәренән башҡа күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Уларҙың һәр ҡайһыһы йә тегеү, йә сигеү, йә булмаһа бәйләү менән шөғөлләнә. Йәш сағында тегенсе һөнәрен үҙләштергән Рәзилә Әнүәр ҡыҙы өсөн тегенеү – уның иң яратҡан шөғөлө. Ҡорама ҡорарға оҫта ул: башҡорт биҙәктәре һалып ҡоралған юрған-түшәктәрен яҡындарына бирнәлек итеп әҙерләп кенә ҡалмай, туғандарына, дуҫтарына бүләккә лә эшләй оҫтабикә.

Аш-һыуға  оҫталығын белгәндәр Рәзилә апайҙан төрлө байрамдарға бишбармаҡ,  сәк-сәк, бәлеш һәм башҡа төрлө ризыҡ бешертеп ала.

Вәлит ағай иһә яҙғыһын ҡайын һутынан ҡышҡылыҡҡа бик күп һут әҙерләй икән.

— Баҡса үҫтереү эшенә районда шәп баҡсасы булараҡ даны сыҡҡан Йәғәфәр ағай Йәноҙаҡов өйрәтте мине. Уның менән бергә төрлө ярыштарға йөрөп, дуҫлашып киттек. Хатта ҡайһы бер емеш ағастарын ағай үҙе алып килеп ултыртып, тәрбиәләү алымдарына өйрәтеп ҡайта ине, даими һорашып, кәңәштәрен бирә торғас, мин дә оҫтарып алдым йәшелсә-емеш үҫтереүгә, — тип көлә Вәлит ағай. — Ғөмүмән, район спортсылары берҙәм һәм дуҫ йәшәйбеҙ.

Абдулхаҡовтар ғаиләһендә ата-әсә наҙына күмелеп өс бала буй еткерә. Иң өлкәне булған Зөлфиә бөгөн Нефтекама ҡалаһында йәшәй, мәктәптә география, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Тормош иптәше Дамир менән үҙе ике ҡыҙ үҫтергән. Өлкәне Айгөл Рәсәй Президенты янындағы академияны ҡыҙыл дипломға тамамлап, Мәскәү банктарының береһендә эшкә ҡалған. Әлмираһы педагогик колледжда һөнәр үҙләштерә.

Абдулхаҡовтарҙың икенсе ҡыҙы Әлфирә лә уҡытыусы һөнәренә эйә, ул тыуған мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡыта. Ире Вәғиз менән ике балаға ғүмер биргәндәр. Әлфирәнең әрменән ҡайтҡан улы Зөлфәт вахтала, Гүзәле быйыл Асҡар гимназияһын тик бишле билдәләренә тамамлап, Өфө нефть һәм технологиялар университетына уҡырға ингән.

Абдулхаҡовтарҙың улы Фәрит тә тыуған ауылында төпләнгән. Ҡатыны Роза менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Уларҙың да улы Флорид ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтып, бөгөн Себер тарафтарында хеҙмәт юлын башлаған, уны өйләндерергә лә өлгөргәндәр. Данил Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалында һөнәр үҙләштерә. Самиралары етенселә уҡый, Рәлиф әле балалар баҡсаһына йөрөй.

— Ата-әсәйебеҙ беҙҙе хеҙмәттә тәрбиәләне. Бәләкәйҙән бесәнгә йөрөнөк, мал-тыуар ҡараныҡ, ҡош-ҡортто тәрбиәләштек, ғөмүмән, йорт эштәрендә лә хәлебеҙҙән килгәнсе булыштыҡ. Еләк-емеш, бәшмәккә лә йөрөнөк. Атайыбыҙ, әсәйебеҙ биргән тәрбиә нигеҙендә бер эштән дә ҡурҡмайбыҙ, ғаиләләребеҙ менән ҡәҙерлеләребеҙ өлгөһөндә матур ғүмер итәбеҙ, балалар үҫтерәбеҙ, — тиҙәр Абдулхаҡовтарҙың ул-ҡыҙҙары.

Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ата-әсә өсөн өҙөлөп тора, уларҙы хәстәрлек менән уратып алған.

— Балаларыбыҙ — Хоҙай биргән ҙур бүләк. Уларҙан ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Әле бына алтын туйыбыҙға тип һыуытҡыс, газ плитәһе алып бирҙеләр. Рәхмәттән башҡа әйтер һүҙебеҙ юҡ, — тип ҡыуаныстарын йәшермәй бәхетле атай-әсәй.

Балалары үҫеп-етеп, һәр ҡайһыһы үҙ донъяларын төҙөгәс, Абдулхаҡовтарҙың йорттары бушап ҡала һәм ирле-ҡатынлы кәңәшләшеп, ағастан йорт күтәрергә ҡарар итә. Шул уҡ ихатала Вәлит ағай үҙ ҡулдары менән бөтә уңайлыҡтар булдырылған ыҡсым йорт төҙөй һәм әле шунда йәшәйҙәр. Әйтеүҙәренсә, балаларының үҙ донъяһы булғас, ҙур өйҙәре буш тора.

— Кеше ғүмере — күҙ асып йомған ара ғына кеүек, тип бик дөрөҫ әйтәләр. Ғаилә, балалар, тип ғүмерҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың икән. Бер-береңде аңлау, сабырлыҡ, аҡыл беҙгә бергә ярты быуат ғүмер  кисерергә ярҙам итте! Илле йыл — ул тотош бер ғүмер, — тигән фекерҙә бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, йылы тойғоларын олоғайған көндәренә тиклем һаҡлаған юбилярҙарыбыҙ. – Бер-береңдең ҡәҙерен белеп, булғанына шөкөр итеп йәшәргә кәрәк. Иң мөһиме — илгә тыныслыҡ килһен.

Иңгә-иң терәп алтын туйҙарына килеп еткән Абдулхаҡовтарҙың алдағы көндәре лә гел шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үтһен, пар ҡанаттары ҡайырылмаһын, балаларының изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.

Рәмилә Истанбаева.

Читайте нас