Ул 40-сы полк составында Смоленск өлкәһендә хәрәкәт итеүсе армия составында һуғышҡа инә. Калинин ҡалаһын обороналай, пулеметсы була. Вильнюс эргәһендә барған ҡаты алышта әсирлеккә төшһә лә бирешмәй, яҙмышының был әсе һынауын үтеп, лагерь азат ителгәндән һуң, тағы дошманға ҡаршы һуғыша һәм Белоруссияла хеҙмәтен дауам итеп, 1950 йылда ғына тыуған еренә әйләнеп ҡайта.
Әүмеш ауылында тыуып үҫкән Ҡотлогилде Төхвәтуллин 16 йәшенән ил һағына баҫа. Балтик буйы хәрби округында 73-сө дивизияның 210-сы гвардия полкында пулеметсы булып фашистарға ҡаршы аяуһыҙ һуғыша. Ауыр пулементын һөйрәп Ҡотлогилде Ғәфиәт улы Германияға тиклем яу юлы үтә. Көнсығыш Пруссияны, Кенигсберг, Вильнюс, Дрезден ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыштан һуң хеҙмәтен дауам итеп, тыуған яғына 1949 йылда ғына ҡайтып төшә һалдат. Бөгөн ул Мәхмүт ауылында йәшәгән ҡыҙы тәрбиәһендә. Ныҡлы һаулыҡта беҙҙең арала тағы оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын һеҙгә, яугирҙәр! Еңеү өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә ветерандар! Бөйөк еңеүҙең 80 йыллығын иҫән-һау бергә ҡаршыларға яҙһын!