Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
30 Ғинуар , 09:44

Еңеү сәме...

Ул штаб генералы түгел, һуғышта ҡан ҡойған, дәһшәтле юл үткән яугир. Ошоғаса уҡып-ишетеп кенә белгән ҡаһарман — Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовты әлегәсә күргәнем юҡ ине әле. Халҡы теленән төшмәгән батыр ниндәй икән ул?

Бейек ҡолға ялан батырын көткәндә...
1982 йылдың йәйге иртәһендә «Октябрҙең 40 йыллығы» колхозының барса халҡы хозур тәбиғәтле Теләш ауылына терәлеп, тауҙар ҡуйынына һыйынып ятҡан Олатай яланына йыйылды. Ошондай ҙа гүзәл тәбиғәтле урынға әбйәлилдәрҙең ғорурлығы — күрше Күсем ауылынан сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Т. Т. Кусимовты һабан байрамына саҡырыуҙарына аптырайһы түгел дә.
Данлыҡлы яҡташыбыҙ өсөн боронғоса тирмә лә ҡоролған. Батырыбыҙҙы ололап, йылҡы ла һуйылған, буҙаһы ла ҡойолған, ҡымыҙын әйтәһе түгел, самауыры ла әллә ҡасан уҡ үҙенә саҡырып, шыж-быж килеп боҫрап ҡайнай.
— Киләләр! Киләләр! Таһир Кусимов килә! Бала-саға, барса халыҡ, бал ҡортолай гөжләп, машина килгән яҡҡа ынтылды. Яҡташтары иғтибарын Геройға йүнәлтте. Колхоз рәйесе машинаһының ишеген асыуын һәр кем түҙемһеҙлек менән тулҡынланып көттө. Ниһайәт, баш ҡала ҡунағы күренде. Яйлап, үҙенә магнит кеүек тартып торған тыуған төйәге тупрағына аяҡ баҫты ул. Йәйләүҙә йәйрәп йәшәгән ата-бабалары төйәге — бәрәкәтле, йомарт Олатай яланы. Фашистарҙың көлөн күккә осороп ҡалтыратҡан киң яурынлы, бөркөт ҡарашлы, күкрәге тулы орден-миҙалдары, Герой йондоҙо ҡояш нурына ялтыраған батырҙы һәр кем күҙ уңынан үткәрҙе.
Бәһлеүәндең һоро күҙҙәре һағышлы, уйсан. Шул уҡ ваҡытта еңел, етеҙ атлауынан, төйәгенең тау һауаһын күкрәгенә тултырып иркен һулағанын, йыл буйы бер күрерҙәй булып һағынғанын әллә ҡайҙан төҫмөрләргә мөмкин. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, йән-фарман сапҡан 5-6 йәшлек малайҙың башынан һыйпап, яҡташ Геройыбыҙ сәхнә янында күрһәтелгән урынға ултырып, таяғын ситкә һөйәне.

Йөҙөндә — рәхмәт хисе
Советтар Союзы Геройының һабан туйына килмәй ҡалғаны юҡ тиҙәр. Билдәле, ҡаһарман шәхес яңғыҙы ғына йөрөмәҫ. Башҡорт иленең иңдәрҙән-иң данлыҡлы Ф. Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле, һис шикһеҙ, уға юлдаш. Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәренең ялан сәхнәһендәге сығышын хеҙмәтсәндәр ҡаһарман ҡунаҡ менән бергә ҡарап кинәнде. «Ҡороҡсолар», «Йәйләүҙә», «Башҡорт һыбайлылары», «Гөлнәзирә» кеүек башҡорт сәнғәтенең алтын фондын тәшкил иткән РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ф. Ғәскәров бөртөкләп йыйған бейеүҙәрҙе әртистәр ауыл хеҙмәтсәндәрен хөрмәтләп, иген батырҙарына дан йырлап, дәртләнеп бейене. Алты ауылды берләштергән колхоз халҡы һәр сығышты оҙаҡ алҡышлап, бейеүселәрҙе ҡабат-ҡабат сәхнәгә саҡырып, ҡарап туйманы.
Аңғармаҫтан яҡташ баһадирға күҙ һалдым: ҡул сапмаһа ла, эскерһеҙ сабыйҙарға тартым йылмайыуынан ҡыуанысын тойомларға мөмкин. «Ҡарағыҙ әле, иптәштәр, ошолай ҙа ожмах ерендә тыуғанмын мин, эшһөйәр ауылдаштарым бар!» — тип бар тирә-йүнгә ҡысҡырмаһа ла, саҡырыуҙарына сикһеҙ рәхмәте сағыла ине.

Онотолмай шанлы үткәндәр
Халыҡ иғтибары үҙәгендә булған Герой тыныс ҡына тирә-яҡты күҙәтә. Бәлки, сит-ят ерҙә һуғыш тынған арала командиры Шайморатов генералдың ваҡыт табып, һәр ерҙә емереклек хөкөм һөрөп, төтөн быҫҡығанда ла һабантуй үткәрмәй ҡалмағанлығы иҫенә төшкәндер. Тамырҙарында ҡандары ҡайнап торған ир-егеттәр ихлас көрәшә ине шул. Яу яланында дошмандарҙы һыбай елдән етеҙ елеп ҡырған кавалеристар һуғыш уты туҡтаған арала Украина далаларында игенен дә урышты, бесәнен дә әҙерләште. Ниндәй һабантуй көрәшһеҙ булһын инде?! Бөтә атлылар ҙа Шайморатов генералдан еңелде. Үҙе һуң уны башы аша ырғыта алды! Йәш һөйәк, ташып торған дәрт, башҡорт ҡанында ҡыҙған еңеү сәме уны еңдергән бит!  Сәм, әлбиттә, сәм һәм таһыллыҡ... Сәме булмаһа, фашист эттәрен тураҡлай алыр инеме?! Юҡ, әлбиттә, мең тапҡыр юҡ...
Эргәнән иһаһайлап ат сабыштырғандары ишетелде. Ул саптарҙар эргәһенә ыңғайланы. «Башҡорт ат өҫтөндә тыуа» тигәндәре дөрөҫтөр, бала сағынан тиңдәштәре араһында Таһир ғына ауылындағы һәр тай-тулаҡтың ажарын алып өйрәтә алды. Айыуһаҙы ауылында ҡоҙаһы менән байҙың аттарын көтөүен ғүмере оноторлоҡ түгел!
Украина далалары... Дала тултырып һыбайлылар дошманды ҡыуалай... Үҙенә тәғәйенләнгән һәр атты, сабыйҙар кеүек тәрбиәләп буйһондорҙо. Һөйкөмлө лә, сыҙамлы ла, талымһыҙ ҙа башҡорт аттары үҙҙәрен менгән һыбайлыларға тоғро ҡалды, яу яланынан ташлап китмәне. Тиңһеҙ алыштарҙа уларҙы юғалтыу, ай-һай, еңелдән булманы — Казбек, Лондон, Ҡарлуғас... Сабыш аттарын ентекләп ҡарағас, Ҡарлуғасына оҡшаған саптарға «еңеүсе» мөһөрөн һуҡты. Ошо ат еңәсәк... Иңбаштарына ҡыҙҙырып һуғылған РКК тамғаһы менән күпме ат яу ҡырына оҙатылды. Күпмеһенең һөйәккәйҙәре сит-ят ерҙәрҙә ятып ҡалды. Өсөнсө булып елгән үҫмер ҡапыл алға ынтылды. Финиш. Кавалерист күрһәткән Турысай — еңеүсе. Еңеүсене атынан төшөрөп күккә сөйҙөләр.
...Яу яланын тултырып, башҡорт аттары елә! Һыбайлыларҙың ҡулдарында ҡылыс ялтырай! Көстәр тигеҙ түгел ине, әлбиттә. Ажғырып килгән танктарҙы һыбайлыларға туҡтатыуы еңелдән түгел. Шайморатов генералдың һуғышта үҙ тактикаһы: ҡараңғылыҡтан файҙаланып, төндәрен аңғармаҫтан уларға ташланыу, ҡоралдарын алыу. Винтовка, әҙме-күпме шартлатҡыс, граната. Әсе дөрөҫлөктөң мөһөрө ҡаты: тиңһеҙ алыштарҙа биш-алты меңләп һыбайлы һәм аттарҙың биш-алты йөҙө генә тере ҡалды.

Геройҙың яуҙашы — минең остазым
Герой менән дәһшәтле һуғышҡа ингән яугирҙы ла беләм. Хәтер ептәре алыҫта ҡалған студент йылдарында барып үрелде. Кем ул? Башҡорт кавалерия дивизияһының эскадрон командиры, Сибай педагогия училищеһы директоры Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡолов. Ил яҙмышын хәл итеүҙә ҡатнашҡан совет һалдаты хеҙмәттә лә үҙ бурысын намыҫлы башҡарҙы. Белем алыуға үтә лә талапсан булды. Биш минут һуңлаған өсөн дә студенттарын саҡыртып, ҡаты ғына итеп иҫкәртер ине. Шул уҡ ваҡытта Мәмбәтҡолов тәнәфестәрҙә студенттарҙың ҡайҙан булыуы, ата-әсәһе, уҡыу хәле, нимәгә мохтажлығы тураһында даими белешеп торҙо һәм кәрәк ваҡытта ярҙам да күрһәтте. Уҡыу йортонда һуғыш ветерандары менән осрашыуҙар  уҙғарҙы, тау буйҙарында хәрби уйындар уйнатты, таш һәйкәлдәрҙе тәрбиәләүгә айырыуса иғтибарлы ине.
Генерал Кусимовтың ҡаты алышта яу яланында ятып ҡалған Бәҙри Мәмбәтҡоловты эҙләтеп, бер үк ялан госпиталендә дауаланыуҙары, яҡташыбыҙҙың һалдаттарына ҡарата иғтибарлы булыуы, ҡәҙерләүе, хәстәрләүе — ниндәй кеше булыуына ишара. Бәҙри Мөжәүир улы, тыйнаҡ башҡорт яугиры, һуғыш юлдары хаҡында асылып һөйләп тә барманы. Күп һанлы мәғлүмәттәрҙән уның фин һуғышында ла булыуын, Ленин, өс тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, ике тапҡыр «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», К. Ушинский миҙалдары кавалеры, БАССР, РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы икәнлегенә инандым. Ҡурҡыу белмәгән ике Шайморатов һалдаты... Илен, һыуын, ерен ысын йөрәктән яратҡан, һаҡлаған Ватан ғорурлығы бит улар! 

Батыр даны һүрелмәҫ
Ҡолғаға ла үрмәләнеләр. Йәш-елкенсәк арҡан тартышты. Ҡыҙҙар ауыҙҙарына ҡапҡан ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгерҙе. Әммә меңәрләгән гектар һөрөнтө ерҙе эшкәртеп, хеҙмәт даирәһендә уңыш ҡаҙанған ялан батырҙарын бер-бер артлы сәхнәгә саҡырып буләкләү, алдынғыларҙың байрам флагын күтәреүе — игенселәрҙең хеҙмәтенә дан йырлау ғына түгел, һабантуй ҡунағына хөрмәт күрһәтеү ҙә булды.
1983 йыл легендар шәхес — Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың тыуған яғы һабантуйына һуңғы килеүе булды. Бер нисә йылдан данлы яҡташ мәрхүм булғас, колхоз уның исемен алды, яҡты иҫтәлеген мәңгеләштерҙе.
Геройҙың ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғ. Ғилманов ойошторған мемориаль музей — данлыҡлы яҡташыбыҙға һәйкәл.
Хәҙер игенселәрҙең хеҙмәтен данлаған һабан байрамдары был яланда үтмәй. Олатай яланында теләштәр ҡойған кәбәндәр Советтар Союзы Геройын хәтергә төшөрә. Хәтер мәңгелек!

З. БӘШӘРОВА.
Теләш ауылы.

Читайте нас: