+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Ноябрь 2016, 18:46

Әбйәлил районы муниципаль район хакимиәте ҡарары

Әбйәлил районы муниципаль районының 2017 йылға һәм 2018 һәм 2019 йылдарҙың планлы осорона бюджет проекты һәм социаль-иҡтисади үҫеш прогнозы буйынса асыҡ тыңлауҙар тураһында

Әбйәлил районы Уставының 13-сө статьяһы 3-сө пунктына ярашлы, ҡарар итәм:

1. Әбйәлил районы муниципаль районының 2017 йылға һәм 2018 һәм 2019 йылдарҙың планлы осорона бюджет проекты һәм социаль-иҡтисади үҫеш прогнозы буйынса асыҡ тыңлауҙарҙы район хакимиәтенең ултырыштар залында 7 декабрҙә 11 сәғәттә үткәрергә.

2. Әбйәлил районы муниципаль районының 2017 йылға һәм 2018 һәм 2019 йылдарҙың планлы осорона бюджет проектын һәм социаль-иҡтисади үҫеш прогнозын Асҡар ауылы, Ленин урамы, 41 адресы буйынса, 106-сы, 112-се, 208-се кабинеттарҙа халыҡ иғтибарына еткерергә, шулай уҡ район хакимиәтенең рәсми сайтында www.abyalil.ru урынлаштырырға.

3. Әбйәлил районы муниципаль районының 2017 йылға һәм 2018 һәм 2019 йылдарҙың планлы осорона бюджет проекты һәм социаль-иҡтисади үҫеш прогнозы буйынса яҙма тәҡдимдәрҙе 2016 йылдың 6 декабренә тиклем Асҡар ауылы, Ленин урамы, 41 адресы буйынса, 112-се кабинетҡа ебәрергә.

4. Әбйәлил районы муниципаль районының 2017 йылға һәм 2018 һәм 2019 йылдарҙың планлы осорона бюджет проекты һәм социаль-иҡтисади үҫеш прогнозы буйынса асыҡ тыңлауҙарҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса түбәндәге составта комиссия төҙөргә:

Әхтәмов Наил Зиннәт улы — комиссия рәйесе, муниципаль район Советының бюджет, һалымдар, милек һәм инвестиция сәйәсәте буйынса даими комиссия рәйесе;

Ғиниәтов Баязит Ғәле улы — комиссия секретары, муниципаль район Советының ойоштороу бүлеге начальнигы;

Ғәзизов Ҡотдос Мәһәҙи улы — комиссия ағзаһы, муниципаль район Советы рәйесе урынбаҫары;

Мөхәмәтдинова Лилиә Мөнир ҡыҙы — комиссия ағзаһы, муниципаль район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы;

Ғаррапова Гүзәлиә Зөлфир ҡыҙы — комиссия ағзаһы, муниципаль район хакимиәтенең иҡтисад һәм муниципаль заказ бүлеге начальнигы.

Читайте нас: