+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
29 Ноябрь 2016, 18:43

Дәүләт Думаһы депутаты килде

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Р. Р. Ишһарин Әбйәлилгә тәүге эш сәфәре менән килде. Рәмзил Рафаил улы халыҡты шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте һәм район активы менән осрашты.

Буранғол ауыл биләмәһендә йәшәүселәр исеменән мөрәжәғәт иткән урындағы хакимиәт башлығы Ф. Ш. Мәхмүтов күптәнге мәсьәлә — кәрәҙле бәйләнеш — буйынса килгәйне. Дәүләт Думаһы депутаты бәйләнеште яйға һалыу өҫтөндә эшләргә вәғәҙә итте. Фуат Шәрәфетдин улы уҡыусылар һаны аҙ булыу сәбәпле, уҡытыусыларҙың ҡыҫҡартыуға эләгеүенә әсенде.

— Бер уҡытыусыға 14 уҡыусы тура килергә тейеш, тигән стандарт, бәлки, ҡала мәктәптәре өсөн яраҡлылыр. Ләкин ауыл мәктәптәре өсөн ул бөтөнләй тура килмәй. Ауылды тотоп торған шул мәктәп кенә, белем усаҡтары ябылһа, ауыл бөтә, тигән һүҙ, — тине Ф. Ш. Мәхмүтов.

— Бында дөйөм талаптарҙан сығып түгел, һәр осраҡты айырым тикшереү яҡшыраҡ буласаҡ, — тип яуапланы Рәмзил Рафаил улы һәм был мәсьәлә буйынса республиканың мәғариф министрлығына мөрәжәғәт итәсәген әйтте.

Ҡабул итеүгә килгән бер төркөм, район үҙәгендә гемодиализ үҙәген асыу мөмкин булмаҫмы, тип ҡыҙыҡһынды. Улар һөйләүенсә, райондан ете кеше Белоретҡа диализ процедураһына йөрөргә мәжбүр. Ауыр сирлеләр өсөн оҙайлы юл үтеүе еңелдән түгел. Дәүләт Думаһы депутаты бындай үҙәк асыу өсөн ун сирле кәрәк булыуын, Баймаҡ, Белорет райондарының Әбйәлилгә яҡын ауылдарынан тағы бер нисә кеше йөрөһә, асырға мөмкин, тип аңлатты. Ул район башлығы, үҙәк дауаханананың баш табибы менән гемодиализ үҙәге асыу өсөн бина хаҡында һөйләшәсәген дә әйтте.

Инвалид ҡәйнәһе өсөн коляска юллауҙа ярҙам һораған ҡатынға эште урындағы инстанцияларҙан башларға кәңәш ителде.

Биш йыл элек коляска бирелгән булған, хәҙер ул боҙолған. Колясканың нисә йылға бирелеүен, иҫкене йүнәттереү мөмкин түгелме — тәүҙә ошоларҙы белергә кәрәк.

Ике балалы ҡатын ирен армияға алыуҙары менән риза түгел. Бәләкәйенә әле йәш тә тулмағас, кисектереү булырға тейешлеген әйтте ҡабул итеүсе.

РФ Дәүләт Думаһы депутатына бик сетерекле хәл буйынса килгән өләсәй ҡыҙы үлеп ҡалғандан һуң ейәнен үҙенә тәрбиәгә алырға теләй. Уның һөйләүенсә, атаһы баланы тейешенсә ҡарамай. Аталыҡ хоҡуғынан мәхрүм итеү өсөн судҡа мөрәжәғәт иткәндәр, тик суд уларҙың дәғүәһен ҡабул итеүҙән баш тартҡан. Сөнки судҡа опека бүлеге йәки балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия ғына бирә ала. Ошонда уҡ опека бүлеге белгесе аңлатыуынса, уны аталыҡ хоҡуғынан мәхрүм итеүгә нигеҙ юҡ. Комиссия бер нисә тапҡыр уларға тикшереү менән сыҡҡан һәм судҡа бирерлек сәбәп тапмаған. Баланы Өфөлә тикшергәндәр, үҫешендә тотҡарлыҡтар юҡ. Яңы булған тағы бер суд, баланы атай янында ҡалдырыу яҡшыраҡ, тип табып, өләсәләренә ейәндәрен шәмбе һайын күрергә рөхсәт биргән.

Ҡабул итеүҙән һуң, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Р. Р. Ишһарин район активы менән осрашты. Район хакимиәте башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов, депутат менән таныштырып, Рәмзил Рафаил улы үҙенең тәүге эш сәфәрен Әбйәлилдән башлауын билдәләне һәм һүҙҙе уға бирҙе.

— Дәүләт Думаһының яңы һайланған саҡырылышы үҙ бу-рыстарының яуаплы булыуын тулыһынса аңлап, етди рәүештә эшкә тотондоҡ, — тине Р. Р. Ишһарин. — Думала беҙ Башҡортостандан 15 кешебеҙ, төрлө партия вәкилдәре булһаҡ та, республика мәнфәғәтендә бергәләп эшләргә әҙербеҙ.

Хакимиәт башлығы депутаттарҙың ауыл хужалығы тармағына күберәк иғтибар йүнәлтеүҙәрен һораны. Рим Һатыбал улы үҫтерелгән игенгә хаҡ булмауы арҡаһында ашлыҡтың амбарҙарҙа, ырҙын табаҡтарында ятыуына әсенде. Р. Ишһарин был мәсьәләне мотлаҡ күтәрергә вәғәҙәләне. Мәғариф бүлеге начальнигы В. Ә. Зәйнуллиндың ҡыҫҡартыуҙарға, үҙәк дауахана табибы З. Ф. Сакаевтың төҙөлөш, ремонт эштәрен башҡарыуға иғлан ителгән аукциондар арҡаһында эштең сифаты булмауға бәйле һорауҙарын да иғтибарға алды.

Рәмзил Рафаил улы һайлаусылары менән йыш осрашасағын, халыҡты борсоған проблемаларҙы хәл итергә тырышасағын белдерҙе.

Читайте нас: