+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
9 Декабрь 2016, 18:41

Асыҡ тыңлауҙар үтте

7 декабрҙә муниципаль район хакимиәтендә Әбйәлил районының 2017 йылға һәм 2018 һәм 2019 йылдарҙың планлы осорона бюджет проекты һәм социаль-иҡтисади үҫеш прогнозы буйынса асыҡ тыңлауҙар үтте.

Сарала бюджет проекты һәм социаль-иҡтисади прогноз буйынса асыҡ тыңлауҙарҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса комиссия ағзалары, муниципаль район хакимиәтенең яуаплы хеҙмәткәрҙәре, муниципаль район Советы депутаттары һәм саҡырылған граждандар ҡатнашты. Бөтәһе 31 кеше теркәлде.

Бюджет проектын халыҡҡа еткереү осоронда асыҡ тыңлауҙарҙы үткәреү буйынса комиссияға яҙма тәҡдимдәр индерелмәне.

Асыҡ тыңлауҙарҙа район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы Л. М. Мөхәмәтдинова «Әбйәлил районы муниципаль районының 2017 йылға һәм 2018 һәм 2019 йылдарҙың планлы осорона бюджет проекты тураһында» доклад менән сығыш яһаны. Район хакимиәтенең иҡтисад һәм муниципаль заказ бүлеге начальнигы Г. З. Ғаррапованың доклады «Әбйәлил районы муниципаль районының 2017 йылға һәм 2018 һәм 2019 йылдарҙың планлы осорона социаль-иҡтисади прогноз тураһында» тип аталды.

Уларҙан тыш асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнашыусылар район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев, район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫары Р. Р. Латипова, район мәғариф бүлеге начальнигы В. Ә. Зәйнуллин, үҙәк район дауаханаһының баш табибы З. Ф. Сакаевтың сығышын тыңланы һәм социаль-мәҙәни объекттарҙы төҙөкләндереүҙе финанслау, мәғариф һәм медицина учреждениеларын оптимизациялау буйынса фекер алышты.

Асыҡ тыңлауҙарҙы уны әҙерләү һәм үткәреү буйынса комиссия рәйесе Н. З. Әхтәмов алып барҙы.

Читайте нас: