+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
16 Декабрь 2016, 18:41

2017 йылға бюджет раҫланды

Район Советының 4-се ултырышы депутаттарға депутат танытмаһы һәм билдәһе тапшырыу тантанаһы менән башланды. Ултырышты район Советы рәйесе И. Ш. Әминев алып барҙы.

Район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы Л. М. Мөхәмәтдинова «2016 йылға, 2017 һәм 2018 йылдарҙың планлы осорона Әбйәлил районы муниципаль районы бюджеты тураһында»ғы район Советының уҙған йылдың декабрендә ҡабул ителгән ҡарарына индерелгән үҙгәрештәр һәм 2017 йылға, 2018 һәм 2019 йылдарҙың планлы осорона район бюджетын раҫлау, «Муниципаль районда бюджет процессы тураһындағы Положениены раҫлау тураһында»ғы ҡарарға индерелгән үҙгәрештәр, айырым төр эшмәкәрлектәр өсөн килемгә берҙәм һалым тураһында доклад менән сығыш яһаны.

2016 йылдың 11 айына ҡарата райондың социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтары тураһында район башлығының иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫары Р. Р. Латипова, 2017 һәм 2019 йылға тиклемге осорға райондың социаль-иҡтисади үҫешенә прогноз менән район хакимиәтенең иҡтисад һәм муниципаль заказ бүлеге начальнигы Г. З. Ғаррапова сығыш яһаны. «Тәбиғи үҫеш иҫәбенә демографик хәл ыңғай үҫешәсәк. Эш хаҡы 2017 йылда ла хәҙерге кимәлдә ҡаласаҡ һәм 2018 — 2019 йылдарҙан күтәрелә башлаясаҡ», —тип күҙалланы Гүзәлиә Зөлфир ҡыҙы.

«Башҡортостан Республикаһында халыҡтың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү тураһында»ғы БР законынының үтәлеше тураһында халыҡтың мәшғүллек үҙәге директоры Р. Р. Манапов һөйләне. Мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау, популярлаштырыу һәм райондың тарихи-мәҙәни брендтары тураһында «Мәҙәни-ял үҙәге» директоры Э. А. Ҡунафина бәйән итте.

Муниципаль милеккә идара итеү комитеты рәйесе А. С. Абдуллин ҡуртымға алынған торлаҡ булмаған муниципаль фонд объектына ҡуртым хаҡы иҫәбенә капиталь ремонт үткәреү килешеүе тәртибен раҫлау, муниципаль милек менән файҙаланыу хоҡуҡтарын рәсмиләштереү буйынса документтарҙың типовой формаларын, муниципаль милек реестрын алып барыу буйынса иҫәп формаларын һәм тәҡдимдәрҙе, шулай уҡ муниципаль милек менән файҙаланыуға хоҡуҡтарҙы рәсмиләштереү тәртибен һәм муниципаль милек менән файҙаланған өсөн йыллыҡ ҡуртым хаҡын билдәләү методикаһын раҫлаусы район Советы ҡарарҙарына индерелгән үҙгәрештәр тураһында һөйләне.

Хакимиәттең кадрҙар менән эшләү һәм хоҡуҡи тәьминәт бүлеге начальнигы И. Р. Ғүмәров муниципаль район хакимиәтенең структураһы буйынса телмәр тотто. Бүлектең юрист-консультанты Д. З. Сәйетғәлин район Советы һәм хакимиәте ҡабул иткән норматив-хоҡуҡи акттарҙы, шулай уҡ хоҡуҡи һәм коррупцияға ҡаршы экспертиза эшләү өсөн уларҙың проекттарын район прокуратураһына еткереү тәртибе тураһындағы положениены раҫлау буйынса сығыш яһаны.

Район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев депутат этикаһы ҡағиҙәләре, депутаттарҙың һайлау округтарындағы эшмәкәрлектәре тураһында Совет ултырыштарында отчет тотоуы һәм уларҙың һайлаусыларҙы ҡабул итеү графиктары тураһында бәйән итте.

Совет ултырышын район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙовтың сығышы йомғаҡланы.

Читайте нас: