+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
30 Ғинуар 2018, 12:07

Уҙған йылға йомғаҡ яһалды

Муниципаль район Советының сираттағы — ун өсөнсө ултырышы эшендә Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары А. Р. Мырҙагилдин, муниципаль район хакимиәте башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов, ойошма-предприятиелар етәкселәре, йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышты район Советы рәйесе И. Ш. Әминев алып барҙы.

Муниципаль район Советының сираттағы — ун өсөнсө ултырышы эшендә Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары А. Р. Мырҙагилдин, муниципаль район хакимиәте башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов, ойошма-предприятиелар етәкселәре, йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышты район Советы рәйесе И. Ш. Әминев алып барҙы.

Көн тәртибенә сығарылған тәүге мәсьәлә буйынса район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы Р. Р. Латипова «Муниципаль райондың 2018 йылға һәм 2019-2020 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында» район Советы ҡарарына үҙгәрештәр индереү кәрәклеге хаҡында бәйән итте.

Район Советы рәйесе И. Ш. Әминев 2017 йылда муниципаль район Советы һәм үҙенең эшмәкәрлеге буйынса отчет тотто. Йыл дауамында район Советы тарафынан 8 ултырыш уҙғарылған, уларҙа 79 мәсьәлә ҡаралған. Советтың даими эшләүсе дүрт комиссияһы 23 ултырыш үткәргән һәм 74 мәсьәлә тикшергән. Йыл дауамында төрлө һорауҙар менән Советҡа 163 кеше мөрәжәғәт иткән. Район Советы рәйесе йыл дауамында 63 хоҡуҡи акт сығарған һәм Совет эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса 30 ҡарар ҡабул иткән. Ишморат Шамил улы депутаттарҙың район тормошонда әүҙем ҡатнашыуын, һайлаусыларҙың наказдарын үтәү буйынса эшмәкәрлек алып барыуын билдәләне һәм ағымдағы йылда ла халыҡ мәнфәғәтенән сығып эш итергә саҡырҙы.

2017 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжә-ғәтнамәһе сиктәрендә Әбйәлил районында нимәләр башҡарылыуы хаҡында доклад менән район хакимиәте башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов сығыш яһаны. Рим Һатыбал улы йыл дауамында хакимиәт тарафынан башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны. Депутаттар доклад буйынса фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашты, район башлығына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе һәм тулы яуаптар алды.

Район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев ағымдағы йылға муниципаль район Советының эш планы менән таныштырҙы.

БР Башлығының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжә-ғәтнамәһенең төп йүнәлештәрен тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы хаҡында район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫары И. Ә. Хәсәнов һөйләне.

Ғаилә йылын үткәреү буйынса саралар планы менән район хакимиәтенең эштәр идарасыһы У. М. Хә-лисов таныштырҙы.

Кадрҙар менән эш һәм хоҡуҡи тәьминәт буйынса бүлек начальнигы И. Р. Ғүмәров муниципаль район хакимиәте структураһына үҙгәрештәр индереү һәм урындағы үҙидара органдарында хеҙмәт хаҡын күтәреү тураһында сығыш яһаны.

Ултырыш эшендә ҡатнашыусы урман хужалығы министры урынбаҫары А. Р. Мырҙагилдин БР Башлығы исеменән сәләмләп, район Советы депутаттарына ағымдағы йылда эштәрендә уңыштар теләне.

Көн тәртибенә сығарылған бөтә мәсьәләләр буйынса депутаттар ыңғай ҡарарҙар ҡабул итте.

Читайте нас: