+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
2 Февраль 2018, 12:58

Йыйындарҙың графигы билдәле

Муниципаль район хакимиәтенең ҡарарына ярашлы, 6-һынан 22 февралгә тиклем хакимиәттең мәғлүмәт төркөмдәре ауыл биләмәләренә сығып, халыҡ менән осраша һәм уҙған йылда башҡарылған эштәр буйынса отчет биреп, көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләшәсәк.

Муниципаль район хакимиәтенең ҡарарына ярашлы, 6-һынан 22 февралгә тиклем хакимиәттең мәғлүмәт төркөмдәре ауыл биләмәләренә сығып, халыҡ менән осраша һәм уҙған йылда башҡарылған эштәр буйынса отчет биреп, көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләшәсәк.

Йыйындар ауыл биләмәләрендә түбәндәге график буйынса уҙғарыла:

— муниципаль район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов етәкселегендәге мәғлүмәт төркөмө 6 февралдә — Красная Башкирия, 15 февралдә — Хәлил, 20 февралдә Гусев;

— муниципаль район Советы рәйесе Б. Ю. Исламбаев етәкселегендәге мәғлүмәт төркөмө 7 – 8 февралдә — Байым, 14 февралдә Ҡырҙас;

— муниципаль район хакимиәте башлғының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов етәкселегендәге мәғлүмәт төркөмө 6 февралдә — Амангилде, 16 февралдә — Әлмөхәмәт, 20 февралдә Асҡар;

— муниципаль район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы Р. Р. Латипова етәкселегендәге мәғлүмәт төркөмө 6 февралдә — Йәнгел, 15 февралдә — Рауил, 16 февралдә Хәмит;

— муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫары И. Ә. Хәсәнов етәкселегендәге мәғлүмәт төркөмө 16 февралдә — Дәүләт, 20 – 21 февралдә Ташбулат;

— муниципаль район хакимиәтенең эштәр идарасыһы У. М. Хәлисов етәкселегендәге мәғлүмәт төркөмө 8 – 9 февралдә — Буранғол, 20 – 21 февралдә Таштимер ауыл биләмәләрендә халыҡ менән осраша.

(Графикта үҙгәрештәр булһа, өҫтәмә мәғлүмәт биреләсәк).

Читайте нас: