Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы мартта уҙасаҡ Президент һайлауҙарына әҙерлек һәм уны үткәреү мәсьәләләренә бәйле һорауҙар буйынса һайлауҙы ойоштороусылар өсөн семинар-кәңәшмә үткәрҙе.
Кәңәшмәне район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов асып, ағымдағы йылдың сәйәси ваҡиғаларға бай булыуын билдәләне һәм үтәсәк ике һайлау кампанияһының да мөһимлеген, бигерәк тә 18 мартҡа билдәләнгән Президент һайлауҙарының көсөргәнешле һәм ҡыҙыу буласағын, үҙ сиратында ул һайлау комиссияларына ҙур яуаплылыҡ йөкмәтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Бөгөн бөтә Рәсәй ил Президентын һайлауға әҙерләнә. Бынан 6 йыл элек уҙған һайлауҙа Әбйәлил һайлаусыларының 85 проценты ҡатнашып, район яҡшы һөҙөмтә бирҙе. Был юлы ла һайлауҙың юғары ойошҡанлыҡта, ҡануниәткә ярашлы, ғәҙел, асыҡ һәм тейешле кимәлдә үтеренә өмөт итәм, — тине Рим Һатыбал улы.
Район башлығы үҙенең сығышында һайлау комиссиялары урынлашасаҡ тауыш биреү биналарын әҙерләү, уларҙы техник йыһазландырыу, халыҡтың һайлауға килеүен тәьмин итеү өсөн кәрәк ерҙәрҙә транспорт бүлеү буйынса бөтә мәсьәләләр ҙә хәл ителәсәк, тип ышандырҙы.
БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Х. А. Вәлиев Президент һайлауҙарын ойоштороу процесында һайлау комиссиялары алдында торған төп бурыстарға туҡталды.
— Һайлау ҡануниәтен күҙәтеп, фәҡәт законлы нигеҙҙә эш итеүегеҙ зарур. Участка һайлау комиссияларында һеҙ хужа һәм бөтә яуаплылыҡ та һеҙҙең иңдәрҙә, — тигән ҡәтғи талап ҡуйҙы Хәйҙәр Арслан улы комиссия ағзаларына. Шулай уҡ ағымдағы һайлау кампанияһында ғәмәлгә инеүсе үҙгәрештәр буйынса халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыу, һайлаусыларҙы тауыш биреүҙә ҡатнашыуға саҡырыу буйынса әүҙем эшләргә саҡырҙы. Әйткәндәй, 31 ғинуарҙан 13 мартҡа тиклем төбәк һайлау комиссиялары һәм күп функциялы үҙәктәр төрлө хәл-сәбәптәр арҡаһында теркәлгән урынынан ситтә тауыш биреүселәрҙән ғаризалар ҡабул итә. Ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла бирергә мөмкин. Ә 25 февралдән участка һайлау комиссиялары ла ғаризалар ҡабул итә башлай.
Үҙәк Һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге начальнигы Р. З. Арыҫла-нов ғаризаларҙы ҡабул итеү пункттарының эшен ойоштороу, ғаризаны ҡабул итеү, теркәү, махсус ғариза биреү тәртибе, һайлаусыларҙы яңы һайлау урыны буйынса исемлеккә индереү, исемлектәрҙең дөрөҫлөгөн, теүәллеген аныҡлау буйынса ентекле аңлатма бирҙе.
Район эске эштәр бүлеге начальнигы И. Ҡ. Макаев 15 февралдән 1 мартҡа тиклем бүлек хеҙмәткәрҙәре тарафынан участка һайлау комиссияларында тикшереү уҙғарыласағын хәбәр итте һәм уның барышында асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү кәрәклеге хаҡында иҫкәртте. Һайлауға ике көн ҡалғас, тауыш биреү урындары тәүлек әйләнәһенә һаҡ аҫтына алынасаҡ, ә һайлау көнөндә һайлау участкаларында тәртип һәм хоҡуҡ һағында эшләйәсәкбеҙ, тине Илнур Ҡылысбай улы.