+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
21 Февраль 2018, 18:46

Килешеүгә ҡул ҡуйылды

14 февралдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә Урал аръяғын иҡтисади үҫтереү комплекслы программаһы сиктәрендә «Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү заводы төҙөүҙең I этабы» тигән өҫтөнлөклө инвестицион проектты бойомға ашырыу шарттары тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

14 февралдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә Урал аръяғын иҡтисади үҫтереү комплекслы программаһы сиктәрендә «Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү заводы төҙөүҙең I этабы» тигән өҫтөнлөклө инвестицион проектты бойомға ашырыу шарттары тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Һуңғы дүрт йыл алып барылған һөйләшеүҙең һөҙөмтәһе булған килешеүгә ярашлы, Әбйәлил районы завод төҙөүгә 100 гектар ер, карьер урыны бүлә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте инфраструктура өсөн яуаплы, заводты төҙөүсе булып Lasselsberger GMBH компанияһы тора. Төҙөлөштө быйыл яҙ башлап, 2019 йылдың октябрендә эшкә ебәреү планлаштырыла.

Проектты сафҡа индергән осраҡта беҙҙең районда 220 кешегә эш урыны булдырыласаҡ. Инвестиция күләме 4 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, киләсәктә уны тағы 14 миллиард һумға тиклем арттырыу һәм эш урындарын 500-гә еткереү күҙаллана.

Мөһим документҡа БР Хөкүмәте Премьер-министры — БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, Lasselsberger GMBH компанияһы етәксеһе Йозеф Ласселсбергер, «Цемикс» ЯСЙ-һының генераль директоры Го Жан һәм Әбйәлил районы муниципаль район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов ҡул ҡуйҙы.
Читайте нас: