+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
24 Октябрь 2018, 10:52

Район хакимиәте башлығы тәғәйенләнде

22 октябрҙә Әбйәлил районы хакимиәте башлығы итеп Илдар Таһир улы Нафиҡов тәғәйенләнде.

Муниципаль район Советының сираттағы 20-се ултырышы эшендә Башҡортостан Республикаһы Баш-лығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Д. Ә. Әхмәтйәнов, Республика Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары — милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге мөдире Р. Х. Сабитов, Республика Башлығының муниципаль берәмектәр буйынса эшләү буйынса идаралығының урындағы үҙидара органдары менән эш бүлегенең баш советнигы У. М. Хәлисов, район Со-веты депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятие-учреждениелар етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашты. Ултырышты район Советы рәйесе И. Ш. Әминев алып барҙы.

Көн тәртибенә сығарылған мәсьәлә — Әбйәлил районы муни-ципаль район хакимиәте башлығын һайлау буйынса тәүге булып һүҙ алған БР Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Д. Ә. Әхмәтйәнов район халҡына республика Башлығы Р. Ф. Хәбировтың рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм конкурс комиссияһы эше тураһында бәйән итте.

— Комиссия 9 кешенән торҙо һәм ул кандидаттар тәҡдим иткән бөтә документтарҙы, программаларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң ике кандидатты тауыш биреүгә ҡуйыу тураһында ҡарар итте, — тине Динир Әсғәт улы. — Уларҙың тәүгеһе «Яҡты-Күл» шифаханаһы директоры Илдар Нафиҡов булһа, икенсеһе район хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе Артур Дәүләтбаев.

Артабан депутаттар билдәләнгән тәртипкә ярашлы тауыш биреүҙә ҡатнашты һәм бер тауыштан И. Т. Нафиҡовтың кандидатураһын хупланы.

Шулай итеп, 22 октябрҙә Әбйәлил районы хакимиәте башлығы итеп Илдар Таһир улы Нафиҡов тәғәйенләнде.

Уны был вазифаға тәғәйенләү уңайынан район Советы рәйесе И. Ш. Әминев, БР Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Д. Ә. Әхмәтйәнов тәбрикләне. «Депутаттар корпусы Һеҙгә оло ышаныс белдерҙе, киләсәктә уларҙың һүҙенә, фекеренә таянып, мөмкинлектәре ҙур булған Әбйәлилде һөҙөмтәле етәкләрһегеҙ, тип ышанам. Республика Башлығы Радий Хәбиров та алдынғы ҡарашлы йәш кадрҙар, муниципалитеттар етәкселәренә һәр яҡлап терәк булыу кәрәклеген белдерҙе», — тине сығышында Динир Әсғәт улы.

Бынан тыш, И. Т. Нафиҡов быйыл сентябрҙә Берҙәм Рәсәй партияһы составында БР Дәүләт Йыйылыш — Ҡоролтайға депутат булып һайланыуы сәбәпле, башлыҡ менән контракт төҙөү процедураһы башҡарылманы. Муниципалитетты етәкләү өсөн Илдар Таһир улына депутатлыҡ вәкәләттәрен һалырға тура киләсәк.

Тәбрик һүҙҙәре менән сығыш яһаусы, районыбыҙҙың алдынғы хужалыҡтарының береһе — «Красная Башкирия» АХК-һын етәкләүсе Раил Фәхрисламов: «Беҙҙең көс берҙәмлектә. Әгәр Һеҙ, яңы башлыҡ булараҡ, төрлө холоҡло, әммә бер идея менән яныусы етәкселәрҙе, инициативаға бай, эшһөйәр район халҡын туплай алһағыҙ, Әбйәлилдең элекке даны ҡайтарылып, алдынғылар рәтенә сығасаҡ», — тине һәм бер уңайҙан Красная Башкирияла йәшәүселәрҙе борсоғон бер нисә проблеманы телгә алды һәм Урын кешене биҙәмәй, кеше урынды биҙәй тигән мәҡәлде иҫкә алып, символик бүләктәр тапшырҙы.

— Еңел булмаған заманда йәшәһәк тә, Әбйәлил үҫешенә яңы импульс биреп, ниәт иткән пландарҙы, социаль-иҡтисади программаларҙы тормошҡа ашырырбыҙ һәм тик яҡшы күрһәткестәр буйынса лидерҙар рәтенә сығырбыҙ, тип ышанам, — тине район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов.

Резеда ХӘСӘНОВА.


Илдар Таһир улы Нафиҡов
1982 йылдың 29 июнендә Әбйәлил районы Ташбулат ауылында, педагогтар ғаиләһендә тыуған. 2004 йылда Өфө дәүләт авиация-техник университетын тамамлағас, Өфө ҡала хакимиәтендә эш башлай. 2009 йылда БР Хөкүмәте Аппаратына яғыулыҡ-энергетика комплексы бүлегенең баш консультанты итеп күсерелә. 2012 – 2015 йылдарҙа БР Хөкүмәте структураһында эшләй. 2015 йылда Илдар Нафиҡов «Яҡты-Күл» шифаханаһы директоры итеп тәғәйенләнә.
Өйләнгән, ике ҡыҙ үҫтерә.
Читайте нас: