Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Ф. Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә ҡағылды.
Кәңәшмә башында Радий Фәрит улы республика Хөкүмәтендә булған үҙгәрештәр, атап әйткәндә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы итеп М. Ю. Кирәевты тәғәйенләнеүе хаҡында белдерҙе. Артабан видеоселектор форматында уҙғарылған йыйылышта ҡатнашыусылар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен тикшерҙе. БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе республика юлдарында аҙна дауамында булған юл-транспорт ваҡиғалары, уларҙың сәбәптәре хаҡында бәйән итеп, мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләне. Республиканың баш дәүләт инспекторы Динар Ғилметдиновтың сығышы ла ошо хаҡта булды. Бер аҙна эсендә Башҡортостанда 70 авария теркәлеп, уларҙа 18 кеше һәләк булыуы — ҡот осҡос хәл. (Йыл башынан юл-транспорт ваҡиғаларында 3585 кеше, шул иҫәптән 15 бала үлгән). Күпселек фажиғәләр водителдәрҙең тайғаҡ юлға йәйге тәгәрмәстә сығыуы, тиҙлек режимын күҙәтмәүе, ҡаршы һыҙатҡа сығыуы арҡаһында килеп сыға. Юл ҡорбандары араһында балалар булыуы, йәки ата-әсә аварияла үлеп, сабыйҙарҙың етем ҡалыуы ҡыҙғаныс.
— Юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеү — хәлдән килгәндәй эш, — тине Радий Хәбиров һәм республикала иң хәүефле һаналған 138 участкала контролде көсәйтеүҙе, машина ағымы көслө булған урындарҙы фото-, видеофиксация ҡорамалдары менән йыһазландырыуҙы йәһәтләргә ҡушты.
Салауат, Ауырғазы, Краснокама, Стәрлетамаҡ, Благовещен райондарында кеше үлеменә килтергән авариялар күп теркәлә. Хәүефле трассаларҙың ситтәренә сикләүсе барьер ҡуйыу, яҡтыртыу, һыҙаттарҙы яңыртып тороу талап ителә. Водителдәр тарафынан юл ҡағиҙәләре үтәлһен өсөн ҡаты яза һәм ҙур штрафтар булыуы — төп шарт, тип билдәләне республика етәксеһе һәм баш дәүләт инспекторына Яңы йылға тиклем бөтә юл-патруль хеҙмәте экипаждарын көсәйтелгән режимға күсереү, муниципалитеттарҙа даими рейдтар яһау, ҡағиҙә боҙоусыларҙы кисекмәҫтән яуаплылыҡҡа тарттырыу бурысын йөкмәтте. Бынан тыш, балалар юл фажиғәһенә эләкмәһен өсөн мәктәптәрҙә даими аңлатыу эше алып барыу мөһимлеген билдәләне Радий Фәрит улы. Юлда эшләүсе инспекторҙар хәүефһеҙлек ҡайышы эләктерелеүе, машинала бала өсөн автокресло булыуына айырыуса иғтибар йүнәлтергә тейеш.
Видеоселектор һуңынан район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов Әбйәлил автоһәүәҫкәрҙәрен борсоған төп проблема — малдар ҡатнаш-лығында булған аварияларға иғтибар йүнәлтте. «Был мәсьәләне тулыһынса хәл итмәйенсә, эште туҡтатырға тейеш түгелбеҙ, — тине Илдар Таһир улы. — Юлда күпме ат йөрөй икән, барыһының да хужаһын асыҡларға һәм яуап тоторға өйрәтергә тейешбеҙ».
ЮХХДИ начальнигы Р. Динисламов белдереүенсә, районда 5 юл участкаһы иң хәүефлеләрҙән һанала, республикалағы кеүек, беҙҙә лә ошо урындарҙа контроль арттырылырға тейеш. Экипажды күргән водителдәр, исмаһам, тиҙлеген кәметеберәк йөрөр.