Район Советының сираттағы, 23-сө ултырышы эшендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте етәксеһе урынбаҫары Д. Ә. Әхмәтйәнов, район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов, район Советы депутаттары, хакимиәттең яуаплы хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ойошма-учреждениелар етәкселәре, йәмәғәтселек ҡатнашты. Ултырышты район Советы рәйесе И. Ш. Әминев алып барҙы.
Көн тәртибенә сығарылған беренсе мәсьәлә буйынса район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы Р. Р. Латипова сығыш яһаны.
Район Советы рәйесе И. Ш. Әминев 2018 йылда район Советы һәм үҙенең эшмәкәрлеге буйынса отчет тотто. Докладтан күренеүенсә, үткән йылда Советтың 10 ултырышы булған, уларҙа 65 мәсьәлә ҡаралған. Йыл дауамында Советҡа төрлө һорауҙар менән 107 кеше мөрәжәғәт иткән. Район Советы рәйесе йыл дауамында 79 хоҡуҡи акт сығарған. Советтың даими эшләүсе комиссияһының 27 ултырышында 50 мәсьәлә ҡаралған. Уҡыу йылы алдынан мәктәптәрҙең әҙерлеген өйрәнеү, ноябрҙә дауаханаларҙың торошон һәм эшмәкәрлеген тикшереү буйынса социаль гуманитар комиссия ҙур эш башҡарған.
Район хакимиәтенең уҙған йылдағы эшмәкәрлеге тураһында доклад менән район башлығы И. Т. Нафиҡов сығыш яһаны. Илдар Таһир улы депутаттарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Депутаттар Н. З. Әхтәмов, Р. И. Шөғүров докладтар буйынса үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Башҡортостан Республикаһы Башлығының БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенең төп йүнәлештәрен тормошҡа ашырыу буйынса муниципаль районда саралар планы һәм райондың урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекттарын һайлап алыу буйынса конкурста ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәт менән район башлығының иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫары И. Ә. Хәсәнов таныштырып үтте. Район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев 2019 йылға район Советының эш планы менән таныштырҙы. Планға ярашлы йыл дауамында Советтың 12, президиумдың 9 ултырышы үтәсәк, депутаттарға яңы индерелгән закондарҙы өйрәнеү буйынса уҡытыу ойоштороу, йылына ике тапҡыр һайлаусылары алдында отчет тотоу, ай һайын ҡабул итеүҙәр ойоштороу ҡаралған.
Театр йылын үткәреү буйынса саралар планы менән район башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов таныштырҙы. Динир Әхмәтйәнов үҙ сығышында райондың потенциалы көслө булыуын билдәләп, нығыраҡ эшләргә, районды күтәреүгә, резервта булған барлыҡ мөмкинлектәрҙе ҡулланырға саҡырҙы. Көн тәртибендә ҡаралған бөтә мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде.
Муниципаль район Советының сираттағы ултырышында Әбйәлил районы муниципаль район Советының 2018 йылдың 14 декабрендәге 285-се һанлы «БР Әбйәлил районы муниципаль районының 2019 йылға һәм 2020 һәм 2021 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында»ғы ҡарарына үҙгәрештәр индерелде. Үҙгәрештәр менән район хакимиәтенең рәсми сайтында http://abyalil.ru «Советы» бүлегендә танышырға мөмкин.