+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
29 Март 2019, 12:43

Район Советы ултырышы үтте

Район Советының сираттағы, егерме дүртенсе ултырышы үтте.

Район Советының сираттағы, егерме дүртенсе ултырышы эшендә депутаттарҙан тыш, район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов, уның урынбаҫарҙары, ойошма-учреждениелар етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. Ултырышты район Советы рәйесе И. Ш. Әминев алып барҙы.

Көн тәртибенә сығарылған тәүге мәсьәлә — район биләмәһендә законһыҙ рәүештә алкоголь продукцияһы һатыуға ҡаршы көрәш барышы хаҡында хакимиәт башлығының иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫары И. Ә. Хәсәнов бәйән итте.

— Ағымдағы йыл башынан ауыл биләмәләрендә эш төркөмдәре булдырылды. Ғинуар-февраль айҙарында бөтәһе 146 рейд ойошторолдо, 392 сауҙа нөктәһе тикшерелде, 54 закон боҙоу осрағы асыҡланды, протоколдар төҙөлдө. Был эштә райондың Морат Йәнбирҙин етәкселегендәге «Бөркөт» ойошмаһы ағзалары оло ярҙам күрһәтте. Полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҙур эш башҡарылды. Рейд барышында 1000 литр контрафакт алкоголь тартып алынды һәм экспертизаға ебәрелде, — тине Ирек Әҙеһәм улы. — Күп ауылдарҙа алкоголь һатыусылар үҙҙәренең законһыҙ эшмәкәрлеген туҡтатты һәм был беҙҙең дөйөм тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Әммә аҫтан һатыусылар бар әле, шуға күрә эште туҡтатырға ярамай. Район хакимиәтендә ай һайын башҡарылған эшкә йомғаҡ яһала һәм киләһенә бурыстар билдәләнә.

Эске эштәр бүлеге начальнигы И. Ҡ. Макаев уҙған йылдағы эшмәкәрлек буйынса отчет тотто.

Районда агросәнәғәт комплексы үҫеше һәм яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек хаҡында район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов һөйләне. Уның сығышынан һуң депутаттар «Урал аръяғы МТС-ы»ның урындағы филиалы яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды.

Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫар Ф. Р. Махийәнов район биләмәһендә халыҡҡа транспорт хеҙмәтләндереүе ойоштороу тураһындағы республика законының үтәлеше хаҡында мәғлүмәт еткерҙе. Сығыштан күренеүенсә, автобус маршруттары шәхси эшҡыуарҙар ҡулында, шуға район Советы депутаты Н. З. Әхтәмовтың исмаһам Өфөгә «Башавтотранс» автобусы йөрөһөн ине, тигән тәҡдимен күптәр ыңғай ҡабул итте.

Мәҙәниәт учреждениелары эшмәкәрлеге менән район мәҙәниәт бүлеге начальнигы И. Ә. Мусин таныштырҙы. Депутаттар тарафынан етәксегә Рәхмәт, Мораҡай, Сиҙәм ауылындағы клубтар торошо буйынса һорауҙар бирелде.

Милек менән идара итеү комитеты рәйесе А. С. Абдуллин муниципаль милекте хосусилаштырыу планын, муниципаль милектәге ер өсөн ҡуртым хаҡын билдәләү һәм муниципаль милектәге объекттарҙы дәүләт милкенә тапшырыуҙы раҫлауҙы һораны.

Муниципаль район хакимиәте структураһында үҙгәрештәр, социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияның координаторын тәғәйенләү тураһында хакимиәттең эштәр идарасыһы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы И. Р. Ғүмәров әйтеп үтте.

Район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев республикала кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйҙың райондағы ярҙамсыһы вәкәләттәрен билдәләнгән мөҙҙәте сығыу арҡаһында туҡтатыуы хаҡында белдерҙе. Булат Юныс улы был йәмәғәт вазифаһын лайыҡлы үтәгән Р. М. Әғзәмоваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Шулай уҡ уның урынына С. С. Йомағужиндың кандидатураһын тәҡдим итте.

Социаль йүнәлешле ойошмаларға муниципаль ярҙам тураһындағы ҡарарға үҙгәрештәр индереү тураһында район Советы рәйесе И. Ш. Әминев белдерҙе.

Ултырышта ҡаралған барлыҡ мәсьәләләр буйынса депутаттар үҙ фекерҙәрен белдерҙе һәм тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас: