Район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов Әбйәлил районының урман фондында һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә ағаслыҡтарҙы тергеҙеү буйынса айлыҡ иғлан ителеүе хаҡында ҡарар ҡабул итте. 20 апрелдән 20 майға тиклем барасаҡ был сарала бөтә ойошма-учреждениелар, ауыл биләмәләре ҡатнашасаҡ, 27 апрелдә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә ағас үҫентеләре ултыртыу буйынса өмә уҙғарыла.