— 22 июнгә тәғәйенләнгән быйылғы һабантуй республика статусын алды. Әлегә Франция, Германия, Ҡытай, Австрия, Словения, Төркиә илдәре вәкилдәре килеүе көтөлә. Сит ил ҡунаҡтарының һаны артыуы ла бар. Рәсәй Федерацияһынан ҙур делегация ҡатнашасаҡ, — тип аңлатты муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов. — Федераль министрлыҡтарҙан киләләр. Инвестфорум сиктәрендә планға ашырыласаҡ проекттар буйынса кәңәшмә, «түңәрәк өҫтәл» була, килешеүҙәр төҙөләсәк. 14 район үҙ тирмәһен ҡуясаҡ. Әбйәлилдәр ҙә ситтә ҡалмаясаҡ, әлбиттә. Сара республика бюджетынан финанслана. Милли көрәш, ат сабышын Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойоштора, тимәк күрше район, өлкә, төбәктәрҙән спортсылар күп буласаҡ. Районыбыҙҙан кемдәрҙең мөмкинлектәре бар, ярыштарҙа ҡатнашһындар, бәйгегә ҙур приздар ҡуйыла. Тағы шуныһы: БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы депутаттары ҡабул иткән законға ярашлы һабантуй эскеһеҙ үтергә тейеш. Был тәңгәлдә лә тәртипте һаҡлау мотлаҡ. Һабантуй юғары кимәлдә ойошҡанлы үтер, тип ышанам.