+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
18 Декабрь 2019, 11:40

Путин электрон хеҙмәт кенәгәләре индереү тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Киләһе йылдан хеҙмәткәрҙәр хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәрҙе ҡағыҙҙа йәки электрон формала һорай ала.

Киләһе йылдан хеҙмәткәрҙәр хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәрҙе ҡағыҙҙа йәки электрон формала һорай ала. Документтарҙы һуңғы эш урыны буйынса эш биреүсенән, МФЦ-ла, Пенсия фондында һәм дәүләт хеҙмәттәре порталында алырға мөмкин.
Эш биреүсе хеҙмәткәргә яңы ҡағиҙәләр тураһында 2020 йылдың 30 июненә тиклем хәбәр итергә тейеш. Хеҙмәткәр ниндәй төрҙәге хеҙмәт кенәгәһе уның өсөн уңайлы булыуын үҙе һайлай ала. Ул 2020 йылдың 31 декабренә тиклем үҙенең һайлауы тураһында яҙма ғариза тапшырырға хоҡуҡлы.
2021 йылдың 1 ғинуарынан беренсе тапҡыр эшкә килгән хеҙмәткәрҙәрҙе ҡабул иткәндә ойошмалар тик электрон хеҙмәт кенәгәләре генә асасаҡ.

Читайте нас: